Бернкастель-Кус

Бернкастель-Кус
БайраҡГерб
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы Bkk[1]
Дәүләт  Германия[2]
Административ-территориаль берәмек Бернкастель-Витлих[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Мозель[d]
Ойошма ағзаһы Ассоциация муниципалитетов и городов земли Рейнланд-Пфальц[d][3][4]
Халыҡ һаны 7156 кеше (31 декабрь 2022)[5]
Административ рәүештә бүленә Andel[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 110 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Штадт-Велен, Карловы Вары һәм Отмухув[d]
Сиктәш Платтен[d] һәм Цельтинген-Рахтиг[d]
Майҙан 23,71 км² (31 декабрь 2017)[6]
Почта индексы 54470
Рәсми сайт bernkastel.de
Урынлашыу картаһы
Урындағы телефон коды 06531
Номер тамғаһы коды WIL,BKS
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Bernkastel-Kues[d]
Карта
 Бернкастель-Кус Викимилектә

Бернкастель-Кус (нем. Bernkastel-Kues) — Германияла, Рейнланд-Пфальц федераль ерендәге ҡала.

Бернкастель-Витлих районы составына инә. Бернкастель-Кус идаралығына буйһона. Халыҡ һаны 6506 кеше тәшкил итә (2010 йылдың 31 декабренә ҡарата).[7] Бернкастель-Кус ҡалаһы 23,66 квадрат километр маййҙанды биләй. Рәсми коды — 2 008 07 31.

Бернкастель-Кус ҡалаһында Мозель йылғаһы аша беренсе даими таш күпер төҙөлә, ул Трирҙан Кобленцҡа барған юлда тора[8].

Бернкастель ҡалаһы (Bernkastel) ҡасандыр Трир епископлығына ҡараған һәм император I Рудольф тарафынан 1291 йылда иреклек алған. Ҡалаға үҙ исемен биргән боронғо замок (kastel) VII быуатта төҙөлгән һәм Урта быуаттарҙа бер кемгә лә бирешмәгән ҡәлғә булып һаналған. Ул XIX быуатта һәм ХХ быуат башында император Вильгельм II һарайына ҡараған булған. Замок манараһынан ҡарағанда Мозель йылғаһының һәм Тифенбах үҙәненең матур күренеше асыла[8].

1905 йылдың 1 апрелендә ҡалаға Мозель йылғаһының аръяғында ятҡан йөҙөм ағастарына бай Кус (Kues) ауылы ҡушыла. Был ауылда билдәле теолог һәм философ Николай Кузанский тыуған (1874 йылда уҡ Бернкастель һәм Кус күпер менән тоташҡан була).