Беслан | |
осет. Беслæн | |
Герб | |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 1847 |
---|---|
![]() | |
Рәсми атамаһы | Беслæн, Тулатово һәм Иристон |
Дәүләт |
![]() |
Административ үҙәге | Бесланское городское поселение[d][1] һәм Правобережный район[d] |
Административ-территориаль берәмек | Правобережный район[d] һәм Владикавказский округ[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] |
Халыҡ һаны | 36 011 кеше (2023)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 484 метр |
Майҙан | 24 км² |
Почта индексы | 363020, 363021 һәм 363023–363029 |
Рәсми сайт | beslan.ru |
Урындағы телефон коды | 86737 |
![]() |
Беслан (осет. Беслæн ) — Төньяҡ Осетия — Алания Республикаһындағы ҡала. Правобережный районы административ үҙәге.
Уның составындағы берҙән-бер тораҡ пункт булараҡ «Беслан ҡала биләмәһе» муниципаль берәмеген тәшкил итә.
Ҡала диңгеҙ кимәленән 494 метр бейеклектә, Терек йылғаһының уң яҡ ярында, Владикавказ ҡалаһынан төньяҡҡараҡ 14 км алыҫлыҡта һәм Назрань ҡалаһынан көнбайышҡа табан 18 километрҙа урынлашҡан.
Беслан — Дондағы Ростов— Баҡы тармағында урынлашҡан мөһим тимер юл үҙәге һәм Владикавказға алып барыусы тармаҡтың баш пункты булып тора.
Халҡы — 37 мең кеше (2021). Беслан ҙурлығы буйынса Төньяҡ Осетияла Владикавказдан (301 543) һәм Моздоктан ҡала өсөнсө ҡала (41 459). Беслан ҡалаһының майҙаны 23,17 км² тәшкил итә.
1847 йылда нигеҙләнә һәм тәүҙәрәк Бесланыкау — урындағы феодал Беслан Тулатов исеме менән «Беслан ауылы» тип атала. буйынса. Рәсми ҡулланышта атама ҡулланышта фамилия буйынса — Тулатово йәки Тулатовский булып нығыына.
1941 йылда ауыл Иристон (һүҙмә-һүҙ — этнонимғаярашлы, «осетин» тигәнде аңлата), ә 1950 йылда ауылды ҡалаға әйләндергәндә, исеме Беслан[3] тип үҙгәртелә.
1847 йылда күскенселәр нигеҙ һалыусыларҙың береһе тип атай Бесланыкау Осетия һәм башҡа районы — «ауыл» Беслан, буйынса исемендәге урындағы феодал — Беслан Тулатов. Ләкин уны рәсми исем-фамилияларын ҡулланып беркетелгән — Тулатово йәки Тулатовский.
1941 йылдың 26 апрелендә РСФСР Юғары Советы Президиумы указы менән,Тулатово ауылын осетинсаға тәржемә иткәндә "Осетия"ны аңлатҡан— Иристон[4] атамаһына үҙгәртелә. Ә 1950 йылда ҡала статусын алған саҡта, Беслан ҡалаһы тип атарға ҡарар ителә. 1940—1950 йылдарҙа ике ҡатлы һәм өс ҡатлы йорттар ҡала төҙөлөшө нигеҙен тәшкил итә.
1961 йлдың 15-16 сентябрендә ҡалала 700 кеше ҡатнашҡан урам болаһы беспорядки булды. Милиция биш кешене тотҡарларға маташыу сәбәпле, тәртип һаҡсыларына ҡораллы ҡаршылыҡ күрһәтелә. Бер кеше үлә. Ете кеше хөкөөмгә тарттырыла.
2004 йылда 1-се һанлы мәктәәптә ойошторолған теракт арҡаһында Беслан ҡалаһы бөтә донъяла билдәлелек алды.
2004 йылдың 1 сентябрендә Беслан ҡалаһындағы 1-се мәктәпте террорсылар бҫып ала, 1128 бала һәм өлкән кеше аманат итеп алына. Теракт һөҙөмтәһендә 333 кеше, шул иҫәптән 186 бала һәләк була[5]. Дауалау учреждениеларына ярҙам һорап 1000-дән артыҡ кеше мөрәжәғәт итә[6]. 2004 йылдың 3 сентябрендә аманаттарҙы азат итеү операцияһы барышында Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенең Махсус тәғәйенләнешле үҙәгенең ун яугиры һәләк булды. «А» («Альфа») Идаралығы махсус подразделениеһы өс кешене, ә «В» («Вымпел») Идаралығы — ете кешене юғалтты[7].
«Кавказ-үҙәк» интернет-сайтына һылтанып, «France Presse» агентлығы раҫлауынса, 2004 йылдың яҙғы-йәйге теракттары һәм Бесландағы теракт өсөн яуаплылыҡты чечен террорсыһы Шамиль Басаев үҙ өҫтөнә ала[8] (Грозный ҡалаһында 2004 йылдың 9 майында ойошторолған Чечня президенты Ҡадыров Әхмәт Абдулхамидовичты үлтереү, 2004 йылдың 21 июненән 22 июненә ҡаршы төндә ойошторолған Ингушетияға рейд, һәм шулай уҡ 2004 йылда Грозный ҡалаһына һуғышманҙың һөжүме, 24 августағы террорсы акттары һәм ике пассажир самолётының шартлауы һәм Мәскәүҙә август айында «Рижская» метро станцияһында булған шартлауҙар).
Теракттан һуң, Рәсәй президенты Путин Владимир Владимирович 2004 йылдың 13 сентябрендә Рәсәйҙең Көньяҡ федераль округында ижтимағ-иҡтисади хәлде яҡшыртыуға йүнәлтелгән саралар күрелеүе, террорсылыҡҡа ҡаршы көрәште көсәйтеү һәм илдә дәүләт власын нығытыу тураһында иғлан итә[9]. Атап әйткәндә, Федерация субъекттары вазифалы кешеләрен тура һайлауҙар аша түгел, ә Президент тәҡдим иткән кандидатты закон сығарыу органдарының ҡарары менән тәғәйенләү нинциативаһы менән сыҡты. Телевидение аша сығыш яһағанда, Путин башланғысын Беслан трагедияһына бәйләне. Законопроект об отмене прямых губернаторских выборов был разработан и принят 2004 йылдың декабрендә тура губернатор һайлауҙарын юҡҡа сығарыу тураһында закон проекты 2004 йылдың декабрендә эшләнде һәм ҡабул ителде [10].
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2010) мәғлүмәттәре буйынса[11]:
№ | Милләт | Һаны, кеше | Өлөшө |
---|---|---|---|
1 | осетиндар | 30 637 | 83,41 % |
2 | урыҫтар | 4 377 | 11,92 % |
3 | әрмәндәр | 469 | 1,28 % |
4 | башҡалар | 1 245 | 3,39 % |
5 | барлығы | 36 728 | 100 % |
2002 йылғы йәниҫәп мәғлүмәте буйынса: осетиндар — 78,77 %, урыҫтар — 14,51 %[12].
Номерҙар | Адрестар |
---|---|
363021 | Коминтерн урамы, 150б |
363022 | Лермонтов тыҡрығы, 11 |
363023 | Щорс урамы, 39а |
363024 | К.Хетагуров урамы, 104А |
363025 | Комсомол урамы, 74 |
363026 | Дзарахохов урамы, 37 |
363027 | Тимирязев тыҡрығы, 8 |
363029 | Генерал Плиев урамы, 19 |
Беслан осетин спирт етештереүе үҙәктәренең береһе.
Үҫешкән үҫемлекселек, баҡсасылыҡ һәм малсылыҡ.
![]() |
Беслан Викимилектә |
---|---|
![]() |
Беслан Викияңылыҡтарҙа |
Ҡалып:Северная Осетия Ҡалып:Правобережный район Северной Осетии Ҡалып:Населённые пункты на Тереке Ҡалып:Райцентры Северной Осетии