Бетүлән | ||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
![]() Мытник лесной — типовой вид рода | ||||||||||||
Фәнни классификация | ||||||||||||
|
||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||
Pedicularis L., 1753 | ||||||||||||
|
Бетүлән (лат. Pediculáris) — һаҫығүлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты[1][2]. Ошо көндәргә хәтле ул сираждар ғаиләһенә индерелгән. 600 төрҙө эсенә ала[3][4][5][6].
Яҡынса 600 төрө бар, Төньяҡ ярымшарҙа, бер нисә төрө Көньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 10 төрө үҫә.
Дымлы болонда, урман ситендә, тау тундраһында, таш ишелмәләре араһында, һирәкләп татырлыҡта һәм һаҙлыҡта үҫә. Башлыса Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында, Урал бетүләне, һаҙ бетүләне Башҡортостандың бар биләмәһендә таралған.
Күп, һирәкләп ике йыллыҡ (һаҙ бетүләне) үлән, паразитизмға һәләтле. Һабағы төҙ йәки күтәрелеүсе, тармаҡлы, һирәкләп ябай, 10—100 см тиклем бейеклектә. Япрағы ланцет йәки оҙонса ланцет формаһында, ишһеҙ теленмә, һирәгерәк бөтөн, һаплы, сиратлы, ҡайһы ваҡыт суҡлы теҙелешле. Сәскәһе эре, дөрөҫ төҙөлөшлө түгел, көпшә йәки ҡыңғырау формаһындағы, 5 тешле, һирәкләп ике айырсалы каса япраҡлы. Тажы аҡ, һары, ҡуйы ҡыҙыл йәки алһыу шәмәхә төҫөндә, ике иренле, оҙон көпшәле, торҡа һымаҡ өҫкө иренле һәм 3 ҡалаҡса аҫҡы иренле. Сәскәлеге тумалаҡ, тәлгәш, башаҡ һымаҡ. Май—август айҙарында сәскә ата. Емеше — ҡумта, июль—сентбрҙә өлгөрә.
Составында алкалоидтар, иридоидтар, сапониндар, флавоноидтар булған таҡыялы бетүләне, урал бетүләне, һаҙ бетүләне һ.б халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Бейек бетүләне һәм реликт Эдер бетүләне Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Ырыуҙың ҡайһы бер төрҙәре, атап әйткәндә, Кауфман бетүләне (Pedicularis kaufmannii Pinzger) һәм һаҙ бетүләне (Pedicularis palustris L.), ағыулы. Малдарға ашатыу өсөн башҡа төрҙәр, мәҫәлән, батша скиптеры (Pedicularis sceptrum-carolinum L.) ҡулланыла ала[7][5]. Ҡайһы бер төрҙәре аҙыҡ өсөн ҡулланыла ала. Мәҫәлән, Төньяҡ Америка һәм Алыҫ Көнсығыш йөнтәҫ бетүләненең (Pedicularis lanata Willd. ex Cham. &am. Schltdl.) һары тамырҙар ашарға яраҡлы, шулай уҡ һинд төрөнөң (Pedicularis Carnosa Wall) тамырҙары ашарға яраҡлы[8].
Ҡайһы бер төрҙәре инсектицид әҙерләү өсөн ҡулланыла ала — уларҙан ҡайнатма малдың беттәренән ҡотолоу, шулай уҡ себенде юҡ итеү өсөн файҙаланыла[7][5].
Ҡайһы бер бетүләндәр традицион медицинала диуретик, йылан тешләүенән дауалау өсөн, ҡан туҡтатыусы, шешеүгә ҡаршы, яраларҙы уңалта торған саралар булараҡ ҡулланыла[7][5].
![]() |
Бетүлән Викимилектә |
---|
![]() |
Был ботаника буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |