«Би-би-си» | |
Тапшырыу мөмкинлеге киң булған Британия корпорацияһы | |
Ил | |
---|---|
Тапшырыу зонаһы | |
Эшләй башлаған ваҡыт |
1922 |
Сайт | |
Онлайн-тапшырыу |
«Би-би-си» (ингл. British Broadcasting Corporation, ҡыҫҡаса BBC) — Бөйөк Британияның тапшырыу мөмкинлеге киң булған корпорацияһы, милли ижтимағи радиотапшырыуҙар ойошмаһы.
BBC иң беренсе радиотапшырыу станцияларының береһе[1]. 1922 йылда нигеҙләнә[2]. Шул уҡ йылдың 14 ноябрендә Бөйөк Британияла дөйөм милли радиоканал оҙон тулҡындарҙа тапшыра башлай һәм төбәк радиоселтәрҙәрен төҙөй. 1930 йылдың 9 мартында Би-би-си (BBC National Programme и BBC Regional Programme) исемен ала. 1932 йылда BBC Empire Service халаҡ-ара радиоканалы эшләй башлай[3].
1929 йылдан Лондондағы радиотапшырғыс файҙаланыла. 1932 йылдың 2 августынан телевизион тапшырыуҙар эшләү башлана. 1934 йылда телевизион тапшырыуҙар сикләнгән булыуға ҡарамаҫтан даими эфирға сыға[4]. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында тапшырыуҙар әҙерләү туҡтап тора. Был ваҡытта каналдың аудиторияһы 25-40 мең йорт иҫәпләнә. Бомба ташлаусы самолеттар өсөн УКВ-тапшырғыс пеленг булып тора һәм станцияны хеҙмәтләндереүсе инженер һәм техниктар һуҡышта кәрәк була, радиоканалды туҡтатыу ошо сәбәптәр менән бәйле.
1945 йылда BBC Light Programme каналы эшләй башлай. Телевизион тапшырыуҙар 1946 йылда тергеҙелә. Радиокомитеттың 1962 йылғы докладында Би-би-си ыңғай баһалама алыуы билдәләп үтелә, ә конкурент ITV программалары тәнҡит ителә[5].
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.