Посёлок | |||
Бибиһәйбәт әзерб. Bibiheybət | |||
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Район | |||
Координаталар | |||
Рәсми тел | |||
Халҡы |
1451 кеше | ||
Сәғәт бүлкәте | |||
Бибиһәйбәт (әзерб. BibiheybətBibiheybət) — Баҡы ҡалаһының Сабаил районындағы ҡасаба.
2007 йылда Бибиһәйбәт автомагистрален киңәйтеү һәм мәсеткә реконстукция үткәреү маҡсатында Бибиһәйбәт ҡасабаһында йәшәгән бер нисә тиҫтә ғаилә яңы йорттарға күсерелә. Ҡасабала шулай уҡ спорт стадионы, балалар баҡсаһы, ял паркы төҙөлә[1].
Эксперттар иҫәпләүе буйынса 2013 йылда ҡасабала 2 227 кеше йәшәгән[2].
Йыл | 2005 йыл (баһа) | 2007 йылда (баһа) | 2011 йылда (баһа) | 2013 йылда (иҫәпләү) |
---|---|---|---|---|
Һаны (кеше) | 1 400 | 1 400 | 2 000 | 2 227 |
Бибиһәйбәт ҡасабаһында "Бибиһәйбәт мәсете" комплексы урынлашҡан. Мәсетте XIII быуат уртаһында ширваншаһ Әбү-л-Фатх Фаррухзад төҙөгән. Ул 1936 йылда большевиктар тарафынан тулыһынса емерелә[3]. 1990 йылдар аҙағында мәсетте ҡабат тергеҙәләр. Бөгөнгө комплексҡа мәсеттән тыш хөрмәтле кешеләрҙең кәшәнәләре лә инә. Әзербайжандағы ислам ҡомартҡыларың береһе һанала.
Бибиһәйбәт ҡасабаһы янында шундай уҡ атамалы нефть һәм газ коденсаты ятҡылығы бар. XIX быуатта тиклем бындағы нефть ҡоҙоҡтарҙан сығарыла, ә инде 1848 йылдың 14 июленән тәүге скважина быраулана[4]. Ошонда уҡ СССР заманында тәүге диңгеҙ скважинаһы ултыртыла. Был ятҡылыҡтағы ҡайһы бер нефть парафинһыҙ, шуға уларҙы майлау майҙары булараҡ файҙаланалар.