Бизон

Бизон
Америка бизоны
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Bison bison (Linnaeus, 1758)

Синонимдар
  • Bison americanus
  • Bos bison[1]
Һаҡлау статусы
en:Near Threatened
Хәүефле хәлгә яҡын
IUCN 3.1 Near Threatened : 2815

Викитөркөмдә
Систематика

рәсем эҙләү
рәсемдәр

Бизо́н[2][3], йәки америка бизоны[4] (лат. Bison bison), — ҡыуыш мөгөҙлөләр ғаиләһе үгеҙҙәр трибаһынан ҡуш тояҡлы

һөтимәрҙәрҙең бер төрө. Бизон зубрға ныҡ яҡын туған, бер-береһе менән сикләүһеҙ ҡауышып, үрсемле тоҡом — зубробизондар бирә алалар. Шуның арҡаһында ҡайһы берҙә уларҙы бер төр тип һанағандар.

Бизон һүҙе рус телендә лә, инглиз телендә лә француз телендәге bison, артабан латин телендәге bison-дан (ҡырағай үгеҙ) килеп сыҡҡан. Латин теленә ул йә, Фасмер һүҙҙәре буйынса, грек теленән (βίσων), йә протогерман телендәге *wisand- (бизон йәки тур) һүҙенән килеп сыҡҡандыр, һәм бәлки, «һаҫыҡ еҫле хайуан» мәғәнәһендә киләлер, сөнки ҡауышыу ваҡытындағы йән эйәһенең еҫе сыға. Протогерман теленә ул балтик телдәренән йәки славян телдәренән барып сығыуы ихтимал (боронғо прус телендә wissambris, праславян телендә *zǫbrъ (рус зубры))[5][6][7].

Ли Г. Симмонс исемендәге Сафари-паркта аномаль аҡ төҫлө бизон, Ашланд, Небраска штаты

Бизондың оҙонлоғо 2,5-3 метр, бейеклеге 2 метрға тиклем етә. Уның ҡалын йөнө һоро-көрән төҫтә, ә башының һәм муйынының төҫө ҡара-көрән. Тәненең алғы өлөшө оҙонораҡ йөн менән ҡапланған. Башы ҙур, маңлайы киң; ҡыҫҡа ҡалын мөгөҙҙәре ситкә айырылып тора, остары эскә төрөләләр; ҡолаҡтары ҡыҫҡа һәм тар; күҙҙәре ҙур һәм ҡара, муйыны ҡыҫҡа[8].

Елкәһендә үркәсе бар; артҡы өлөшө алғыға ҡарағанда күпкә көсһөҙөрәк үҫешкән. Ҡойроғо ҡыҫҡа, осонда ҡалын бумала барлыҡҡа килтереүсе оҙон йөн менән ҡапланған. Аяҡтары тәпәш, әммә бик көслө. Инә заттар ата заттарҙан күпкә бәләкәйерәк, массалары 1270 кг-ға етә. Бизон европа зубрына ныҡ оҡшаған, ә ҡайһы бер ғалимдар фекеренсә, был хайуан айырым төр булып тормай, тик зубрҙың төрләнеше генә булып тора.

Ғәҙәти көрән һәм асыҡ көрән төҫлө бизондар араһында аномаль төҫтәге заттарҙы осратырға мөмкин.

Төр эсендә ике ярым төр — дала бизоны (Bison bison bison) һәм урман бизоны (Bison bison athabascae) бар, улар тән төҙөлөшө һәм тире япмаһы үҙенсәлектәре менән айырылып торалар[9].

Дала бизоны (Bison bison bison)
Урман бизоны (Bison bison athabascae)

Дала бизонының төҙөлөшө һәм тире япмаһы үҙенсәлектәре — Bison bison bison:

  • ҙур башлы, мөгөҙҙәр араһында тығыҙ сәсле бүрек, мөгөҙҙәр бүрек аша һирәк үтеп сығалар;
  • үркәсенең иң юғары нөктәһе алғы аяҡтарҙан алда урынлашҡан, ҡалын һаҡал һәм күкрәктән ситкә һуҙылған тамаҡ ялы бар, аныҡ билдәләнгән йөн пелерина, урман бизонына ҡарағанда йөнө асығыраҡ төҫтә;
  • урман бизонына ҡарағанда бәләкәйерәк һәм еңелерәк (бер үк йәш һәм енес эсендә)

Урман бизонының төҙөлөшө һәм тире япмаһы үҙенсәлектәре:

  • бәләкәйерәк башлы, һалынып торған йөндән ҡара маңлай сәсе бар, мөгөҙҙәре маңлай сәсе өҫтөнән сығып торалар;
  • үркәсенең иң юғары нөктәһе алғы аяҡтарҙан алда урынлашҡан, һаҡалы ҡуйы түгел һәм рудиментар тамаҡ ялы бар, аныҡ билдәләнмәгән йөн пелерина, дала бизондыҡына ҡарағанда йөнө ҡарараҡ төҫтә;
  • дала бизонына ҡарағанда ҙурыраҡ һәм ауырыраҡ (бер үк йәш һәм енес эсендә).

Урман бизоны XIX быуат аҙағында табыла. Ҡайһы бер ғалимдар урман бизонын тәүтормош бизонының (Bison priscus) беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған ярым төрө тип һанайҙар. Әлеге ваҡытҡа тиклем улар Пис, Буффало, Берч (Атабаска һәм Ҙур тотҡонлоҡ күлдәренә ҡоялар) йылғалар бассейнындағы һаҙлыҡлы шыршы урмандарында ғына һаҡланып ҡалғандар.

Коммерция өсөн тотолған бизон һаны 4000 тирәһе шәхси ранчола яҡынса 500 000 баш (күбеһенсә дала бизоны) тәшкил итә. Әммә Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзының тәҡдимдәре буйынса, «Ҡыҙыл китап» белешмәһендә коммерция көтөүҙәре ҡаралырға тейеш түгел, шуға күрә бизондың дөйөм һаны яҡынса 30 000 баш тип баһалана, шуларҙың 20000-е енси өлгөрөү йәшенә еткән. IUCN Ҡыҙыл китап исемлегендә төр хәүеф янаған хәлдә тип билдәләнә (NT — NEAR THREATENED)[10].

Bison bison төрөнөң 60 хромосоманан торған диплоид йыйылмаһы бар (2п-60)[11].

Америка бизоны европа зубры менән ирекле ҡушылып, үрсемле тоҡом — зубробизон бирә.

Бөгөнгө көнгә тикшерелгән дала бизонының сауҙа көтөүҙәре араһында һыйыр малы гендарының булыуы киң таралған тиерлек, һәм был һыйыр малы (Bos taurus) һәм бизонды ҡушып яҡшыртылған эре мөгөҙлө мал тоҡомдарын булдырыу буйынса күп йыллыҡ тырышлыҡтың мираҫы булып тора. Күп кенә йәмғиәт көтөүҙәрендә шулай уҡ ген интрогрессияһының үҙгәреүсән кимәле бар[9].

Америка дала бизоны

Канада, АҠШ, Мексика бизонды бөтә дәүләт кимәлендә ҡырағай хайуандар ҙа, малдар ҙа тип ҡарай[10].

Элегерәк бизон, йәки төньяҡ америкалылар атағанса буффало, бөтә Төньяҡ Америка буйлап тиерлек таралған булған, әммә хәҙерге ваҡытта Миссуриҙан төньяҡҡа һәм көнбайышҡа табан ғына осрай.

Аллен тикшеренеүҙәренә ярашлы, бизондың таралыу майҙаны Атлантик океан ярҙарынан көнбайышҡа табан Невада һәм Орегон сиктәренә тиклем булған. Көньяҡҡа 25 градусҡа тиклем, төньяҡ-көнбайышҡа табан яҡынса 62 градус с.ш.. XIX быуаттың 60-се йылдарҙа көнбайыш оҙонлоғоноң 95 градусы һәм Ҡаялы тауҙар араһында булған. XVIII быуат башында Эри күленән һәм төньяҡта Оло Тотҡонлоҡ күленән алып көньяҡта Техас, Мексика һәм Луизианаға тиклем, Ҡаялы тауҙарҙан алып Атлантик океан яры буйына тиклем — 60 миллиондан ашыу баш булған. Дала бизоны һаны 50 миллион баш тип баһаланған.

Эдвард Майбридждың фотоһүрәттәр төркөмө, улар бизондың йүгереүен күрһәтә

Йәй көнө бизон көтөүҙәре киң тигеҙлектәрҙә йөрөгән, ә ҡышҡа табан көньяҡҡа күсеп, урманлы урындарға ингәндәр, ә йәй яңынан төньяҡҡа әйләнеп ҡайтҡандар.

Дала бизондары башлыса үлән менән туҡлана (тәүлегенә 25 кг тиклем үлән ашайҙар), ҡышты үлән алам-һаламы ашап сығалар. Урман бизондары тағы ла мүк, лишайниктар, ботаҡтар ашай. Ҡар тәрәнлеге 1 метрға тиклем булғанда ла туҡлана алалар. Ҡалын йөнө бизонды яҡшы һаҡлай. 30 градуслы һыуыҡтарҙы еңел генә сыҙайҙар. Ҡышын аҙ ҡарлы участкаларҙы эҙләйҙәр.

Был килбәтһеҙ күренгән хайуан бик еңел һәм тиҙ хәрәкәт итә, юртып һәм сабып шул тиклем тиҙлек менән йүгерә ала, хатта һәр ат уны уҙып китә алмай. Бизон 60—70 км/сәғ[12] тиҙлек менән 5 миль (8,0 км)[13] йүгерә ала, шул уҡ ваҡытта һыбайлыһы булған ат был тиҙлек менән бер километр ғына йүгерә ала.

Бизон бик яҡшы йөҙә белә.

Бизон йәмғиәттәрҙә, йыш ҡына 20 000 башлы көтөүҙәрҙә йәшәгән. Һәр көтөү менән бер нисә ҡарт ата зат етәкселек итә, улар уны бик ентекле һәм уяу һаҡлайҙар. Бизон бик көслө һәм ярһыған сағында һунарсы өсөн дә, башҡа дошмандар өсөн дә хәүефле, еҫ тойоу һәм ишетеү һәләте яҡшы. Ҙур арауыҡта һиҙелергә мөмкин булған мисек еҫе бүлеп сығара.

Бизон — полигам хайуандар. Өҫтөн ата заттар ваҡ гаремдар йыя. Ҡауышыу июль һәм сентябрь айҙарында була. Йөклөлөк 9 ай самаһы дауам итә. Инә зат ғәҙәттә бер быҙау таба, игеҙәктәр бик һирәк була. Һөт майы миҡдары 12 процентҡа тиклем. Йәш бизондар бик уйнаҡ һәм шаян; ҡарттар уларҙы һаҡлай. Бизон тауышы — тоноҡ мөңрәү.

Бизон символ булараҡ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Вайоминг штаты флагында бизон һүрәте

Бизон, Төньяҡ Америкала иң эре һәм иң билдәле хайуан булараҡ, АҠШ-ның аҡса билдәләренә (тәңкәләр һәм банкноталарға) эләгергә тейеш була. 2006 йылдан "Буффало" инвестиция алтын тәңкәләре сығарыу башлана[14].

Америка бизоны һүрәте АҠШ-тың Вайоминг һәм Канзас штаттары флагтарында, шулай уҡ Канаданың Манитоба провинцияһы гербында һәм флагында бар.

Америка бизоны һүрәтләнгән беренсе почта маркаһы 1898 йылдың 17 июнендә АҠШ-та Транс-Миссисипи күргәҙмәһенең коммеморатив серия сиктәрендә сығарыла. Шул ваҡыттан алып Европа, Азия, Африка, Америка һәм Океания почта администрациялары, шул иҫәптән БМО почта идаралығы америка бизоны һүрәтләнгән почта маркаларын сығаралар.

  1. Castello, 2016, p. 664
  2. Банников, 1989, p. 558
  3. Банников, 1989, с. 485
  4. Полная иллюстрированная энциклопедия. «Млекопитающие» Кн. 2 = The New Encyclopedia of Mammals / под ред. Д. Макдональда. — М.: Омега, 2007. — С. 470. — 3000 экз. — ISBN 978-5-465-01346-8.
  5. Фасмер. Бизон
  6. Фасмер. Зубр
  7. Online Etymology Dictionary
  8. Бизон // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  9. 9,0 9,1 Bison Specialist Group North America.
  10. 10,0 10,1 Красная книга МСОП (The IUCN Red List of Threatened Species™ — Bison bison).
  11. Забродин, Якушкин
  12. American Bison
  13. Bison Fact Sheet
  14. United States Mint