Биргит Нильссон

Биргит Нильссон
Märta Birgit Nilsson
Төп мәғлүмәт
Исеме

швед. Märta Birgit Nilsson

Тыуған

17 май 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[1][2][3][…]

Тыуған урыны

Швеция, Сконе лены, Вестра-Каруп

Үлгән

25 декабрь 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[4][5][6][…] (87 йәш)

Үлгән урыны

Швеция, Сконе лены, Бьерлёв

Ил

Швеция Швеция

Һөнәрҙәре

йырсы

Йырлау тауышы

сопрано

Жанрҙар

опера

Наградалар
Сәнғәт һәм әҙәбиәт ордены (Франция)
Сәнғәт һәм әҙәбиәт ордены (Франция)
Ҡалып:Командор 1 класса ордена Вазы Ҡалып:Командор со звездой ордена Святого Олафа
Ҡалып:Медаль За заслуги (Дания)
 Аудио, фото, видео Викимилектә
Биргит Нильссон (1948)
Леди Макбет ролендә (1947)

Би́ргит Ни́льсон[7], шулай уҡ Ни́льссон (швед. Märta Birgit Nilsson; 17 май 1918 йыл25 декабрь 2005 йыл) — швед опера йырсыһы (драматик сопрано).

Биргит Нильсон крәҫтиән ғаиәлһендә тыуған, бала саҡтан сиркәү хорында йырлаған. 1941—1946 йылдарҙа Стокгольмдәге Король музыкаль академияһында белем ала.

1946 йылда Стокгольмдә Король операһында Карл Мария фон Веберҙың «Ирекле уҡсы» (рус. «Вольный стрелок») операһында Агата дебют партияһын башҡара.

1948 йылда Германияла һәм Италияла сығыш яһай. Әммә 1951 йылға ҡәҙәр уның төп сығыш яһау урыны Стокгольм булып тора, бында ул төрлө партиялар башҡара: Донна Анна («Дон Жуан» В. Моцарт), Леди Макбет һәм Аида (шул уҡ исемдәге Дж. Верди опералары), Лиза («Пиковая дама» П. И. Чайковский), Һағыш (Дж. Пуччини), Сента һәм Зиглинда («Летучий голландец» һәм «Валькирия» Вагнер). 1951 йылда Глайндборн фестивалендә Моцарттың «Идоменей» операһында Электра партияһын башҡарып ҙур уңыш яулай.

Тиҙҙән йырсы ныҡлап Вагнер опералары партияларына ҙур иғтибар бүлә. 1953 йылда Стокгольмдә «Тангейзер» операһында Елизавета һәм «Тристан һәм Изольда» операһында Изольда партияларын башҡара, ә 1954—1955 йылдарҙа Мюнхенда «Нибелунг йөҙөгө» операһында Брунгильда ролендә ҙур уңыш менән сығыш яһай. 1954 йылдан Вена дәүләт операһында, 1954—1967 йылдарҙа Байрет фестивалендә ҡатнаша.

Рихард Штраустың «Саломея» операһында Саломея һәм «Электра» операһында Электра партияларын, Джузеппе Вердиҙың «Аида» операһында Аида һәм «Макбет» операһында Леди Макбет ролдәрен һ.б. башҡара. Уның иң ҙур ҡаҙаныштарына Джакомо Пуччининың «Турандот» операһында төп партияһы менән сығыш яһау керә. Был партия тәүге тапҡыр 1958 йылда Ла Скалала йырлана һәм артабан бөтә донъя буйлап триумф менән күп мәртәбә башҡарыла.

Биргит Нильссон Америка Ҡушма Штаттарында (1956 йылдан), Лондонда (1957 йылдан), Мәскәүҙә (1964 йылда), Осакала (1967 йылда), Парижда (1968 йылда), Буэнос-Айреста (1971 һәм 1979 йылдарҙа) һ. б. сығыш яһай.

Йырсы операнан тыш һирәгерәк концерттарҙа ла сығыш яһай, унда шул иҫәптән Ян Сибелиустың һәм Вильгельм Стенхаммарҙың йырҙарын һәм романстарын швед телдә башҡара. 1978 йылда ҙур концерт турнеһын ойоштора. 1984 йылда публика алдында сығыштарын туҡтата. Аҙаҡ Швецияның көньяғындағы туған Сконе ленына (провинцияһына) йәшәргә ҡайта. 1996 йылда Метрополитен-операла Джеймса Ливайндың юбилей кисәһендә Вагнерҙың «Валькирия» операһынан "Hojotoho" йырлап, йырсы ҡабаттан тауышының көсөн һәм асыҡлығын күрһәтә.

1960 йылда Швеция музыкаль академияһы ағзаһы була, шул уҡ йылда «Litteris et artibus» ордены менән бүләкләнә. 1981 йылда ҡатын-ҡыҙҙар араһына тәүге тапҡыр Швеция хөкүмәтенең «Illis quorum meruere labores» миҙалы менән бүләкләнә. 1992 йылда Сибелиус исемендәге академияһының почётлы докторы (Хельсинки) итеп һайлана. «Gramophone» журналының Дан залына индерелгән[8].

  • Сәнғәт һәм әҙәбиәт ордены командоры (Франция)[9]
  • 1 класс Васа ордены командоры (Швеция, 1974)[9]
  • 1 класса Изге Олаф ордены командоры (Норвегия)[9]
  • «Хеҙмәттәре өсөн» алтын миҙалы (Дания)[9]
  • Леона Соннинг премияһы лауреаты (1966)
  • 2009 йылда Биргит Нильссон фонды тарафынан уның исемендәге премия — классик музыка өлкәһендә иң ҙур премия булдырыла[10]. Уның тәүге лауреаты Пласидо Доминго, икенсеһе — Рикардо Мути була.
  • Швеция банкы 2015 йылда сыҡҡан 500 швед кронаһы аверсында Биргит Нильссондың портреты урынлаштырылған[11][12].
  1. Birgit Nilsson // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  2. Birgit Nilsson // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  3. Västra Karups kyrkoarkiv, Födelse- och dopböcker, SE/LLA/13475/C I/11 (1895-1922), bildid: 00131573_00211 — Б. 207.
  4. http://www.nytimes.com/2006/01/12/arts/music/12nilsson.html
  5. Deutsche Nationalbibliothek Record #119450038 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  6. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  7. Большая российская энциклопедия. Том 23. Москва, 2013.
  8. Gramophone Hall of Fame (ингл.). Gramophone. Дата обращения: 2 ғинуар 2016.
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 Фотография с наградами 2016 йыл 4 июнь архивланған.
  10. [1]
  11. Sweden’s new banknotes and coins 2011 йыл 27 сентябрь архивланған.: сообщение на официальном сайте Банка Швеции. (инг.)  (Тикшерелеү көнө: 3 август 2011)
  12. Новые лица шведских крон 2011 йыл 30 май архивланған. // Бонистика. Энциклопедия банкнот мира. — 6 апреля 2011. (Тикшерелеү көнө: 3 август 2011)