Бисау

Бисау
БайраҡГерб
Нигеҙләү датаһы 1687
Рәсем
Этнохороним Bissalien[1], Bissalienne[1], bissauense, bissanense һәм Bisaŭano
Дәүләт  Гвинея-Бисау[2]
Административ үҙәге Гвинея-Бисау, Португал Гвинеяһы[d] һәм Бисау[d]
Административ-территориаль берәмек Бисау[d]
Сәғәт бүлкәте UTC±0:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Геба[d]
Ойошма ағзаһы União das Cidades Capitais Luso-Afro-Américo-Asiáticas[d]
Халыҡ һаны 492 004 кеше (2015)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 0 метр
Туғандаш ҡала Тайбэй, Агеда[d], Дакар, Лиссабон, Прая[d], Синтра[d], Чунцин, Анкара һәм Рио-де-Жанейро[3]
Сиктәш Биомбо[d] һәм Ойо[d]
Ҡулланылған тел Mankanya[d] һәм Papel[d]
Майҙан 77,5 км²
Урынлашыу картаһы
Вид в ночное время
Вид с воздуха
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Bissau[d]
Карта
 Бисау Викимилектә

Биса́у (порт. Bissau) — Гвинея-Бисау Республикаһының баш ҡалаһы, Бисау автономиялы секторының административ үҙәге. Халҡы — 492 004 кеше (2015).

Ҡала XVI быуатта Португалияның нығытмаһы булараҡ утрауҙа нигеҙләнгән. Ул утрауҙың урындағы атамаһы буйынса аталған. Утрауҙың атамаһы биса («бисано», «бусано», «бисагве», «буса» һәм башҡалар — манде телдәр төркөмө) этнонимынан барлыҡҡа килгән[4].

Аҡ тәнлеләр бында килеп еткәнгә тиклем, хәҙерге Бисау ҡалаһы урынлашҡан ерҙә көнбайыш-атлантик телдәрҙә һөйләшкән (лингва-франка сифатында мандинака ҡулланылған) һәм тәүтормошта йәшәгән урындағы ҡара тәнле ҡәбиләләр йәшәгән. 1446 йылда Нуну Триштандың экспедиция моряктары был ерҙәргә килеүсе тәүге европалар була, шул уҡ ваҡытта Триштан үҙе һәм уның яр буйына төшкән юлдаштарының бер өлөшө аборигендар тарафынан үлтерелә. Киләһе егерме йылда Гвинеяның ҡунаҡсыл булмаған ярҙарына төшөргә маташыуҙар булмаған.

1466 йылда Португалия короле Афонсу V яҡында урынлашҡан Йәшел Морон утрауҙарында йәшәгән подданныйҙарына Гвинеяны үҙләштереү хоҡуғын бүләк итә. Шуға ҡарамаҫтан, ҡатмарлы тәбиғәт шарттары һәм урындағы халыҡтарҙың һуғышсанлығы колониялаштырыуға ҡамасаулай. Тик тиҫтә йылдан һуң ғына, инглиздәр, француздар, голландтар менән яңы ерҙәр өсөн ярыш баҫымы аҫтында, португалдар яр буйында нығытылған сауҙа постары төҙөүгә тотона. Уларҙың иң мөһимдәренең береһе Кашеу була.

Ҙур суднолар һаны артыуға бәйле, Кашеу гаване сауҙа итеү өсөн уңайһыҙға әйләнә. 1687 йылда португалдар (Кашеу һәм Кабу-Верда компанияһы йөҙөндә) сираттағы сауҙа факторияһын — Бисау ҡалаһын нигеҙләү тураһында яр буйында йәшәгән пепель ҡәбиләһе юлбашсыһы менән килешеүгә өлгәшә. Ҡалаға нигеҙ һалыу урынын һайлауға был осорҙағы яҡшы һаҡланған гавандең булыуы ҙур йоғонто яһай[5]. Торамаға 1692 йылдың 15 мартында нигеҙ һалынған, ә 1696 йылда компания нығытылған форт төҙөй башлаған.

Португалия короле Педру II компанияға Гвинея ҡолдары менән сауҙа итеүгә монополияны оҙайтмағас, тораманың үҫеше 1703 йылда ҡапыл өҙөлә. Монополияны юғалтыу байтаҡ зыян килтергән, һөҙөмтәлә 1707 йылдың декабрендә Бисауҙы португалдар ҡалдырып китә, ә ташланған фортты урындағы ҡәбиләләр емерә.

Икенсе тапҡыр португалдар Бисау ярҙарына 1753 йылдың ноябрендә килеп бында торама төҙөй башлаған. Әммә 1766 йылда ғына, яңы ҡәлғә төҙөлөп бөткәс, ҡала сауҙа һәм коммерция суднолары йөрөшө үҙәге булып формалаша башлаған. 1836 йылда Бисау Португалия Гвинеяһының административ үҙәгенә әүерелә. Шул уҡ ваҡытта ул туранан-тура Лиссабонға түгел, ә Праялағы (Кабо-Верде — Йәшел Морон утрауҙары) наместникка буйһонған. Был осорҙа ҡаланың үҙенең үҫеше бик әкрен барған, быға бик күп факторҙар — уңайһыҙ климат, урындағы ҡәбиләләрҙең даими һөжүме (нығытмалы диуарҙарҙан ситтә төҙөлгән биналар даими рәүештә яндырылған), башҡа португал торамалары яғынан конкуренция булышлыҡ иткән. Шуға ҡарамаҫтан, 1855 йылда Бисауҙа граждандар муниципалитеты ойошторола, ә 1858 йылдың 15 апрелендә ул рәсми рәүештә ҡала статусын ала[6].

Бисау 1960-сы йылдар башында

Рәсми рәүештә статус бирелеүгә ҡарамаҫтан, Бисау ысын ҡаланы хәтерләтмәгән. Тәү сиратта транзит пункты һәм уны яҡлаусы форт булып ҡалыуын дауам итә. 1879 йылда Кабо-Верде һәм Португалия Гвинеяһы административ бүленеүе һөҙөмтәһендә, яңы колонияның административ үҙәге Боламаға күсерелә. Шуға ҡарамаҫтан, XIX быуат аҙағында ниһайәт Бисау ҡалаһының үҫеше башлана, быға күп осраҡта порттың йөк әйләнеше, ғөмүмән, сауҙа артыуы булышлыҡ иткән. 1914 йылда ҡала Советы Бисауҙың тәүге ҡала төҙөлөшө планын раҫлай. 1941 йылдың декабрендә Боламанан колония губернаторы хакимиәте Бисауға кире күсә.

Метрополия өсөн аяуһыҙ, ҡан ҡойғос һәм уңышһыҙ һуғыш, СССР-ҙың, Ҡытайҙың һәм Африка илдәренең күмәк яҡлауын алған Гвинея фетнәселәренә ҡаршы көрәш Бисауға ҡағылмаған тиерлек — хатта иң ауыр ваҡытта ла (1967-68 һәм 1971 йылдарҙа) фетнәселәр баш ҡалаға үтеп инә алмаған. Шуға ҡарамаҫтан, һуғыш баш күтәреүселәр контролдә тотҡан биләмәләрҙән ҡалаға ҡасҡан халыҡтың (1955 йылда — 18000 кеше, 1970 йылда — 71000 кеше, 1979 йылда — 109000 кеше[7]) ҡапыл артыуына килтерә, был ҡала инфраструктураһына етди көсөргәнешлек килтерә.

Ҡәнәферҙәр революцияһынан һуң, Португалияның яңы хөкүмәте колония өсөн көрәштән баш тарта һәм уларға бойондороҡһоҙлоҡ бирә — 1974 йылдың 10 сентябрендә Бисау Гвинея-Бисау Республикаһының баш ҡалаһына әйләнә. Бисауға 1998-99 йылдарҙағы граждандар һуғышы ҙур зыян килтерә, ҡала әлегә тиклем уның эҙемтәләренән аяҡҡа баҫа алмай[8].

Географияһы һәм климаты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бисау ҡалаһы Геба йылғаһы эстуарийында, Атлантик океандан 80 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Ғөмүмән, ҡала тирәләй урындар тәпәш һәм һаҙлыҡлы. Баш ҡала климаты саванналы (муссонға күсеү сигендә тиерлек), июнь-октябрь айҙарындағы ямғырлы миҙгелле һәм йыл дауамында һауаның үтә юғары дымлылыҡлы булыуы менән айырылып тора, был кеше өсөн бик уңайһыҙ.

Бисау климаты
Күрһәткес Ғин. Фев. Март Апр. Май Июнь Июль Авг. Сен. Окт. Нояб. Дек. Йыл
Абсолют максимум, °C 36,7 38,3 38,9 41,1 39,4 35,6 33,3 32,8 33,9 34,4 35,0 35,6 41,1
Уртаса максимум, °C 31,1 32,8 33,9 33,3 32,8 31,1 29,4 30,0 30,0 31,1 31,7 30,6 31,5
Уртаса минимум, °C 17,8 18,3 19,4 20,6 22,2 22,8 22,8 22,8 22,8 22,8 22,2 18,9 21,1
Абсолют минимум, °C 12,2 13,3 15,6 16,7 17,2 19,4 19,4 19,4 19,4 20,0 15,0 12,8 12,2
Яуым-төшөм нормаһы, мм 0,5 0,8 0,5 0,8 17,3 174,8 472,5 682,5 434,9 194,8 41,4 2,0 2022,8
Сығанаҡ: [9]

Ярты быуат самаһы эсендә Бисау халҡы биш ярым тапҡырға артҡан — 2015 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа 492 000 кеше теркәлгән. Башҡа ил фонында (башлыса мосолмандар һәм тулыһынса тиерлек негроид расаһынан), баш ҡала христиандарҙың сағыштырмаса күпселеге (40,2 %, шул уҡ ваҡытта мосолмандар — 34,2 % һәм анимистар — 7,9 %), шулай уҡ мулаттарҙың һиҙелерлек ҡатламы менән айырылып тора[10].

Ҡәүемгә ҡарата ҡала халҡының 20,5 проценты — баланте, 18,0 проценты — фульбе, 15,7 проценты папеуға (ерҙәрендә ҡалаға нигеҙ һалынған) ҡарай. Ливандар һәм маканестарҙың ҙур булмаған, әммә мөһим иҡтисади ролен уйнаған общиналары бар.

Португал теле ҡала һәм илдең рәсми теле булып тора, әммә көнкүрештә ҡала халҡының күбеһе креолда, йәки ҡәбилә телдәрендә һөйләшә.

Иҡтисад һәм транспорт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бисау — илдең төп сәнәғәт үҙәге, ҡалала һәм уның эргәһендә Гвинея-Бисау предприятиеларының күбеһе урынлашҡан. Таҡта ярыу, аҙыҡ-түлек, мебель һәм еңел сәнәғәт предприятиелары, көршәк яһау производствоһы, суднолар ремонтлау оҫтаханалары бар. Эш урындарының байтаҡ өлөшөн дәүләт секторы тәьмин итә. Властар туристарҙы йәлеп итергә тырыша (айырыуса йыллыҡ карнавалға), ләкин быға инфраструктураның үҫешмәүе, чиновниктарҙың коррупцияға бирелгәнлеге, юғары енәйәтселек һәм тирә-яҡ мөхиттең ныҡ бысраныуы ҡамасаулай.

Атлантик океандағы уңайлы порт пальма майы, пальма сәтләүеге, арахис, тире, урман материалдары, кофе, мамыҡ һәм башҡаларҙы ташыу өсөн файҙаланыла. Освалду Виейра исемендәге Халыҡ-ара аэропортынан Лиссабонға, Дакарға һәм Касабланкаға, шулай уҡ күрше дәүләттәрҙең баш ҡалаларына даими рейстар башҡарыла.

Бисауҙың гербында көмөш таҡтала ҡыҙыл салмаларҙа ике негрҙың башы менән ҡәлғә башняһы төшөрөлгән. Был герб Бисауҙың һигеҙ шаҡмаҡлы ҡара-ҡыҙыл флагы уртаһында ла һүрәтләнә.

  1. 1,0 1,1 http://cnig.gouv.fr/wp-content/uploads/2020/02/CNT-PVM_r%C3%A9vis%C3%A9_2020-01-27-1.pdf
  2. archINFORM (нем.) — 1994.
  3. http://mail.camara.rj.gov.br/APL/Legislativos/scpro2124.nsf/a6cd246684502db90325863200569384/d25b43e8f8a963a7032587ff006d9ff3?OpenDocument
  4. Поспелов, 2002, с. 69
  5. Биссао // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
  6. Américo Campos. "História da Guiné-Bissau em Datas". — С. 25.
  7. Population of capital city and cities of 100,000 or more inhabitants // Demographic Yearbook 1955 (инг.). — New York: UN Statistics Division. — P. 171—184.
  8. Neumann. Guiné-Bissau: Guineenses recordam a Guerra de 7 de junho e as sucessivas instabilidades políticas (порт.). e-Global.pt. Дата обращения: 8 декабрь 2018. Архивировано 16 июль 2020 года.
  9. GUINEA-BISSAU - BISSAU. Дата обращения: 27 февраль 2012. Архивировано 5 август 2012 года.
  10. Instituto Nacional de Estatística e Censos. Дата обращения: 10 декабрь 2018. Архивировано из оригинала 5 ноябрь 2017 года. 2017 йыл 5 ноябрь архивланған.
  • Поспелов Е. М. Географические названия мира. Топонимический словарь / отв. ред. Р. А. Агеева. — 2-е изд., стереотип. — М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2002. — 512 с. — 3000 экз. — ISBN 5-17-001389-2.