Блага Николова Димитрова | |
болг. Блага Николова Димитрова | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() |
Патронимы йәки матронимы | Николова[d] |
Тыуған көнө | 2 ғинуар 1922[1][3][4] |
Тыуған урыны | Бяла-Слатина[d], Врачанская область[d], Болгария[5] |
Вафат булған көнө | 2 май 2003[1][3][4] (81 йәш) |
Вафат булған урыны | София, Болгария |
Үлем сәбәбе | цереброваскулярные болезни[d] |
Ерләнгән урыны | Центральное кладбище[d] |
Хәләл ефете | Yordan Vasilev[d] |
Һөнәр төрө | шағир, яҙыусы, сценарий яҙыусы, сәйәсмән, тәржемәсе, әҙәби тәнҡитсе, журналист, филолог |
Эшмәкәрлек төрө | шиғриәт |
Биләгән вазифаһы | депутат Народного собрания Болгарии[d][6] һәм вице-президент Болгарии[d] |
Уҡыу йорто | Софийский университет[d] |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре кандидаты[d][7] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Союз демократических сил[d] |
Музыка ҡоралы | фортепиано |
Архивы хранятся в | Центральный государственный архив Болгарии[d] |
Жанр | шиғриәт һәм проза |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Блага Николова Димитрова (болг. Блага Николова Димитрова; 2 ғинуар 1922, Бяла-Слатина — 2 май 2003, София) — болгар яҙыусыһы, шағирә, тәржемәсе, әҙәби тәнҡитсе. Сәйәсмән. Дәүләт эшмәкәре, Болгарияның вице-президенты (22 ғинуар 1992 — 6 июль 1993).
Димитров премияһы лауреаты.
Блага Николова Димитрова 1922 йылдың 2 ғинуарында Болгарияның Бяла-Слатина ҡалаһында тыуған. София классик гимназияһында уҡыған (1941), 1945 йылда София университетында , һуңыраҡ Мәскәүҙә М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡый, унда «Маяковский и болгарская поэзия» (1951) темаһына диссертация яҡлай.
Күп йылдар төрлө гәзит, журнал һәм нәшриәттәрҙә мөхәррир булып эшләй. Ирекле шиғри йәмғиәт кафедраһында эшләй. Тәржемә менән шөғөлләнә.
1938 йылда мәктәптә уҡығанда уҡ төрлө гәзит һәм журналдарҙа баҫылып сыға. Шиғырҙар, проза әҫәрҙәре, юл яҙмалары, Вьетнам тураһында документаль китаптар, биографик һәм тәнҡит тикшеренеүҙәр авторы.
1987—1989 йылдар Б.Димитрова менән диссиденты арҡаһында әҫәрҙәренең баҫылып сығыуы тыйыла.
1988 йылда Блага Димитрова хөкүмәткә ҡарамаған бер нисә ойошманың, шул иҫәптән Русе тирә-яҡ мөхитен һаҡлау буйынса комитет һәм асыҡлыҡ һәм реконструкция клубы нигеҙләүселәренең береһе була. Һуңыраҡ Болгария Демократик Көстәре Берләшмәһендә демократик клубтар Федерацияһы, «Асыҡ йәмғиәт» фонды етәкселегендә ҡатнаша.
Болгария халыҡ йыйылышы депутаты.
1992—1993 йылдарҙаи Болгария Республикаһының вице- президенты була. Үҙ вазифаһын президент Желю Желев ғәмәлдәре менән килешмәүе арҡаһында ҡалдыра.
Етди онкологияауырыуы һәм ауыр инсульттан һуң вафат була