Бобслей

Бобслей
Рәсем
Пиктограмма
 Бобслей Викимилектә
АҠШ бобслей экипажы, 2010 Олимпия уйындары

Бобслей — олимпиаданың ҡышҡы спорт төрө, ул идара ителә торған саналарҙа — бобтарҙа махсус эшләнгән трассалар буйлап тауҙан ҙур тиҙлектә төшөүҙе күҙ уңында тота.

Бобслейҙың тыуған ере булып Швейцария иҫәпләнә. Бында 1888 йылда инглиз турисы Уилсон Смит ике сананы үҙ-ара тоташтырыу юлы менән яңы ҡулайлама яһап ала һәм улар ярҙамында Санкт-Морицтан күпкә түбәнерәк урынлашҡан Челеринаға сәйәхәт ҡыла.

Шунда уҡ, Санкт-Морицта, XIX быуат аҙағында донъялағы тәүге бобслей спорт клубы ойошторола, унда был спорт төрө буйынса ярыштарҙың төп ҡағиҙәләре булдырыла, һәм, әйтергә кәрәк, ул саҡта сананың экипажы биш кешенән торған була — өс ир-егеттән һәм ике ҡатын-ҡыҙҙан. Артабан бобслей санаһы экипажы ағзаларының һаны үҙгәреп тора — ул йә ике, йә дүрт, йә биш, ә ҡайһы берҙә һигеҙ кешенән дә торор булған.

Европаның ҡайһы бер илдәрендә бобслей киң таралыш ала, унда ярыштар, ә аҙаҡ спорттың был төрө буйынса милли чемпионаттар ҙа уҙғарыла башлай. Австрияла улар 1908 йылдан алып үткәрелә, ә Германияла — 1910 йылдан.

Донъялағы тәүге үҙенсәлекле саналар 1904 йылда яһала, һәм улар ағастан эшләнгән була. Әммә тиҙ арала ҡорос санаға алмаштырыла, һәм улар «боб» («борсаҡ») тип аталып йөрөтөлә башлай. Был исем уға командаларҙың тура юлда тиҙлекте арттырыу өсөн бер туҡтауһыҙ алға һәм артҡа бәүелеп барыу ысулын ҡулланыуҙары арҡаһында бирелә.

Бер бобтың хаҡы яңы автомобиль хаҡына торошлоҡ бирә:

  • Ике урынлы бобтың хаҡы 35-80 мең EUR-ға барып баҫа.
  • Дүрт урынлығының хаҡы — 100 мең EUR.

Шул уҡ ваҡытта, бер бобтың хаҡы 15 мең EUR сиктәрендә тирбәлә.

Тәү башта бобслей командаһы биш йәки алты кешенән торор булған. Тик 1930 йылда составты ике йәки дүрт кешегә тиклем кәметеләр. Бобта дүрт кешенән торған команда: пилот, брейкман һәм тиҙлекте арттырыу өсөн йүгереүсе тағы ике кеше була.

Бобслей буйынса донъя кубогы трассаһы. 2011 йыл. Австрия.

Бобслей өсөн трассаның нигеҙе тимерҙән һәм бетондан торған боҙло юлдан хасил була, унда төрлө ҡырҡыу боролоштар һәм вираждарҙың булыуы ҡаралған. Трассала иң кәмендә берәү булһа ла тура өлөшлө ере һәм лабиринты (шунан һуңғылары тура урыны булмаған өс боролоштан тора) булырға тейеш.

Берҙән-бер тәбиғи трасса Санкт-Морицта урынлашҡан. Трассаның оҙонлоғо — 1500—2000 метр. Вираждар бөтәһе —15. Иң бәләкәй вираждың радиусы — 8 метр. Бейеклек кимәленең айырмаһы 130 метрҙан алып 150 метрға тиклем барып етә.

Бобслей һәм тобогган буйынса Халыҡ-ара федерация— ФИБТ 1923 йылда булдырыла. Ул 50-нән ашыу милли федерацияны берләштерә. Федерацияның исемендә телгә алынған тобогган тигән һүҙ Канада индейстарының бер нәмәгә яраҡһыҙ ағас саналарына хөрмәт күрһәтеүҙе аңлатҡан йоланан килеп сыҡҡан. Улар бер аҙ үҙгәртелеп, .спорт инвентары булараҡ ҡулланыла башлай

1924 йылдан алып бобслей буйынса донъя чемпионаты үткәрелә башлай. 1924 йылдан бобслей ҡышҡы Олимпия уйындары программаһына индерелә. Ул ваҡытта ярыштар дүрт урынлыҡ саналар ҡулланып үткәрелә, 1928 йылдан — биш кешелек саналарҙа, ә 1932 йылдан башлап ярыштар ике һәм дүрт урынлыҡ саналарҙа ойошторола. 1980 йылдар уртаһында Донъя кубогы барлыҡҡа килә. 1990 йылдар башында Төньяҡ Америка һәм Европа беренселектәрендә тәүге тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙар ҙа сығыш яһай.