Богдан Звонко | |
сер. Звонко Богдан | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Сербия |
Тыуған көнө | 5 ғинуар 1942 (82 йәш) |
Тыуған урыны | Сомбор[d], Венгрия короллеге |
Хәләл ефете | Gizela Vuković[d] |
Һөнәр төрө | йырсы, йырҙар авторы |
Музыка ҡоралы | вокал[d] |
Тауыш яҙҙырыу лейблы | Hayat Production[d] |
Рәсми сайт | zvonkobogdan.net |
Богдан Звонко Викимилектә |
Звонимир «Звонко» Богдан (сер. Звонко Богдан / Zvonko Bogdan; 5 ғинуар 1942 йыл) — серб йырсыһы, серб, хорват, румын һәм венгрҙарҙың халыҡ йырҙарын башҡарыусы, буневцыларҙың йырҙарын башҡарыусы булараҡ таныла. Йырсы булыуҙан тыш, ул композитор, рәссам, шарап эшләүсе һәм ат ярыштары менән мауыға.
Сомбор ҡалаһында 1942 йылда, ҡала венгр ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алынған ваҡытта тыуа. Буневец ғаиләһенән. Бала сағы олатаһы Стипан Кукурузараның (әсәһенең атаһы) салашында (фермала) үтә. Атаһы яғынан ҡартатаһы Франя атаһы — кусер, тамбурицала уйнай һәм ярайһы бай була. Звонко күпмелер ваҡыт Сомбор театрында сығыш яһай, әммә19 йәшендә Белградҡа театр академияһына уҡырға инеү өсөн китә. Ул кафанала сығыш яһап аҡса эшләй, тиҙҙән был һәләте уның булмышына әйләнә[1].
Звонко Богдан Белградтың журналистар һәм богема вәкилдәре осрашҡан «Унион» ҡунаҡханаһында 30 йылдан ашыу йырлай[1][2]. Тәүге соло концертын Калемегданда ҡуя, ә 1971 йылда, үҙенең иң билдәле — «Хеј салаши на северу Бачке» (серб. Эй, Бачканың төньяғындағы утарҙар)[1] йырын яҙҙыра. 1972 йылда Петроварадинский ҡәлғәһендә Нови-Садта Балаж Яника менән тамбурицала уйнаған оркестр оҙатыуында сығыш яһай[1][3].
Богдан тамбурицвлар оркестры оҙатыуында Воеводина һәм Славонияның үҙенсәлекле һәм халыҡ йырҙарын башҡара. Репертуарындағы бер нисә йырҙың авторы, венгр һәм сиған телдәрендә йырлай. Концерттарында Миле Николич оркестры һәм Хорватияның «Zagrebački tamburaši» ансамбле менән сығыш яһай. Ул Сербия һәм Хорватияла ғына сығыш яһап ҡалмай, ә был халыҡтар йәшәгән башҡа илдәргә лә концерттары менән йөрөй.
Ҡатыны — Мирьяна менән Белградта никахлаша. Зигмунд исемле улдары һәм Эвелина исемле ҡыҙҙары бар. Ейәндәре — Нина, Александр, София. 1980 йылдан Богдан Суботицала йәшәй[1]. Богдан ат ярыштары менән мауыға, аттар уның ижадында төп тема, тип әйтергә була[4].