Боден күле өҫтөндәге һәләкәт 2002 йылдың 1 июле | |
Бәрелештең компьютерҙа эшләнгән реконструкцияһы | |
Мәғлүмәт | |
---|---|
Дата | |
Ваҡыт |
21:35 UTC |
Тәбиғәт |
һауала бәрелеш |
Сәбәп |
диспетчер хатаһы |
Урын |
Германия, Юберлинген |
Координат | |
Бөткән |
71 |
Беренсе самолёт | |
Модель |
Ту-154М |
Авиакомпания | |
Осоу пункты | |
Килеү пункты |
Испания, Барселона |
Рейс |
2937 |
Юлсылар |
60 |
Экипаж |
9 |
Бөткән |
69 |
Икенсе самолёт | |
Модель | |
Авиакомпания | |
Осоу пункты | |
Килеү пункты | |
Рейс |
DHL611 |
Борт һан |
A9C-DHL |
Юлсылар |
0 |
Экипаж |
2 |
Бөткән |
2 |
Боден күле өҫтөндәге һәләкәт — 2002 йылдың 1 июленән 2 июленә ҡаршы төндә булған авиация һәләкәте. Башҡортостан авиалинияларынының 2937-се рейсындағы Ту-154М самолёты, DHL-дың 611-се рейсындағы Боинг 747 менән бәрелешә. Бәрелеш һауала Юберлинген ҡалаһы янындағы Боден күле тапҡырында була. Бөтәһе 71 кеше — Боинг бортындағы 2 (ике пилот) һәм Ту самолетындағы 69 кеше һәләк була, шуларҙың 52-һе — балалар.
Ту-154М (теркәү номеры RA-85816, завод номеры 95А1006, серия номеры 1006) Куйбышев авиация етештереү берекмәһе (КуАПО) тарафынан 8 августа 1995 йылдың 8 авгусында эшләп сығарыла. Шул уҡ көндө авиакомпании «Башҡортостан авиалиниялары (БАЛ)» авиакомпанияһына тапшырыла. Transeuropean Airlines (25.11.1998—6.09.1999) һәм Shaheen Air International (6.09.1999—15.01.2002) авиакомпанияларына лизингҡа бирелә. Рыбинск моторҙар эшләү заводының өс ике контурлы Д-30КУ|Д-30КУ-154-II турбореактив двигателе менән йыһазландырылған була. Һәләкәт көнөнә ҡарата 10 788 сәғәт осҡан[2][3].
BTC 2937 рейсы экипажының составы түбәндәгесә була[4][5]:
Самолет салонында дүрт бортпроводник эшләй:
Гражданлыҡ | Пассажирҙар | Экипаж | Бөтәһе |
---|---|---|---|
Рәсәй Федерацияһы | 56 | 9 | 65 |
Беларусь | 4 | 0 | 4 |
Бөтәһе | 60 | 9 | 69 |
Бортта пассажирҙар араһында «Башҡортостан авиалиниялары» авиакомпанияһының өс вәкиле була:
Самолёт бортында бөтәһе 69 кеше була — 60 пассажир һәм 9 экипаж ағзаһы.
Boeing 757-200PF (теркәү номеры A9C-DHL, завод номеры 24635, серия номеры 258) 1990 йылда эшләп сығарыла (беренсе осошон б/н N3502P һынау номеры аҫтында 12 ғинуарҙа яһай). Zambia Airways (1990 йылдың 18 октябренән 1993 йылдың 30 декабренә тиклем, борт 9J-AFO) һәм Gulf Air (1993 йылдың 30 декабренән 1996 йылдың 1 апреленә тиклем, борт VH-AWE) авиакомпаниялары тарафынан файҙаланыла. 1996 йылдың 1 апрелендә DHL авиакомпанияһы тарафынан һатып алына, унда өс тапҡыр борт номерын алмаштыра — VH-AWE, OO-DLK и A9C-DHL. Ике контурлы турбовентиляторлы ике Rolls-Royce plc|Rolls-Royce RB211-535E4-37 двигателе менән йыһазландырылған. Авиакомпанияның иң иҫке самолёттарының береһе. Һәләкәт көнөнә 39 022 сәғәт осошта була[6][7].
DHX 611 рейсының экипажы ике пилоттан тора:
RA-85816 борты булған Ту-154М BTC 2937 рейсы менән Мәскәүҙән Барселонаға йүнәлә. Бортта 9 экипаж ағзаһы һәм 60 пассажир, улар иҫәбендә Испанияға ялға осҡан 52 бала була. Балаларҙың күпселеге өсөн был сәфәр республика бюджеты иҫәбенә ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан комитеты тарафынан ЮНЕСКО махсуслаштырылған мәктәбенең иң яҡшы уҡыусылары, төрлө олимпиадалар еңеүселәре өсөн дәртләндереү сараһы булараҡ ойошторола[8][9]. Өлкән класс уҡыусыларының күбеһе дәүләт хеҙмәткәрҙәренең һәм эре уҡыу йорттарының, производстволарҙың етәкселәре балалары була. Һәләк булған Юлиә Суфиянованың атаһы (Суфиянов Рим Мөхәмәткәрим улы) ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан комитетының башлығы була[10].
Төркөм үҙенең рейсына һуңлай. «Башҡортостан авиалиниялары» авиакомпанияһы, сәфәр менән шөғөлләнгән туристик фирмаларҙың үтенесе буйынса, тиҙ арала өҫтәмә рейс ойоштора[11]. Һуңлаған башҡа пассажирҙарға ла шунда ултырырға тәҡдим ителә, рейсҡа бөтәһе 8 билет һатыла[12].
A9C-DHL борты булған Boeing 757-200PF Бахрейндан, Бергамоға (Италия) һуғылып, Брюсселгә (Бельгия) DHX 611 йөклө рейсын башҡара.
BTC 2937 рейсы Мәскәүҙән 18:48 сәғәттә ҡуҙғала[* 3].
DHX 611 рейсы Бергамонан 21:06 сәғәттә ҡуҙғала.
Тышҡы рәсемдәр | |
---|---|
Бәрелештең һыҙмаһы (BFU) |
Ике самолёт та Германия территорияһы өҫтөндә булыуға ҡарамаҫтан, һауалағы хәрәкәткә идара итеү был урында Швейцарияның шәхси компанияһы «Skyguide» тарафынан башҡарыла. Цюрихта урынлашҡан диспетчер үҙәгендә төнгө сменала ике генә авиадиспетчер эшләй. Бәрелеш булырҙан саҡ ҡына элегерәк диспетчерҙарҙың береһе тәнәфескә сыға; дежурҙа, бер юлы ике терминалда эшләп, 34 йәшлек диспетчер Петер Нильсен (нем. Peter Nielsen) һәм ассистентка ҡала.
Диспетчер бүлмәһендәге ҡорамалдарҙың бер өлөшө һүнек була, һәм Нильсен бер үк FL360 (11 000 метр) эшелонындағы ике самолёттың бер-береһенә бик хәүефле яҡынлашҡанын һуң ғына күреп ҡала. Уларҙың курсы киҫешерҙән бер минуттан да әҙерәк ваҡыт ҡалғанда ул, хәлде төҙәтергә тырышып, 2937-се рейс экипажына түбәнәйергә команда бирә.
Ту-154 пилоттары был мәлгә әле һулдан яҡынлашҡан «Боинг»ты күрмәй, ләкин уның менән аймылышыу манёврын эшләүгә әҙер була. Шунлыҡтан улар диспетчерҙың түбәнәйергә ҡушҡан командаһы әйтелеп бөтөр-бөтмәҫ уны үтәргә керешә. Әммә уның артынса уҡ кабинала һауала хәүефле яҡынлашыуҙарҙы автоматик иҫкәртеү системаһының (TCAS) үргә күтәрелеү кәрәклеге тураһындағы командаһы яңғырай. Бер үк ваҡытта 611-се рейс пилоттары ошондай уҡ системанын түбәнәйергә ҡушҡан командаһын ала.
2937-се рейс экипажы ағзаларының береһе (икенсе пилот Итҡолов) башҡаларҙың иғтибарын TCAS командаһына йәлеп итә, уға диспетчерҙың түбәнәйергә команду биреүе тураһында әйтәләр. Ошо арҡала бер кем дә команданың алыныуын раҫламай (ә самолёт түбәнләүен дауам итә). Бер нисә секундтан Нильсен команданы ҡабатлай, был юлы команда алыныуы кисекмәҫтән раҫлана. Шуның менән бергә диспетчер икенсе самолёт тураһында хата белешмә бирә, ул самолёт Ту-154-тән уңда тип белдерә. Артабан борт үҙяҙғыстарын сисеү 2937-се рейс пилоттарының ҡайһы берәүҙәренең ошо мәғлүмәт арҡаһында яңылышҡанын дәлилләй, улар, моғайын, TCAS экранында күренмәгән тағы бер самолёт бар, тип уйлағандыр. Ту-154 TCAS иҫкәртеүенә түгел, диспетчер күрһәтмәһенә ярашлы түбәнәйеүен дауам итә. Пилоттарҙың береһе лә диспетчерға алынған командаларҙың ҡапма-ҡаршылыҡлы булыуы тураһында хәбәр итмәй.
Шул уҡ ваҡытта 611-се рейс TCAS инструкцияһын үтәп түбәнәйә. Мөмкинлек сығыу менән пилоттар был хаҡта Нильсенға хәбәр итә. Диспетчер был мәлдә икенсе йышлыҡтағы башҡа самолёт бәйләнешкә сыҡҡанлығы арҡаһында хәбәрҙе ишетмәй.
Һуңғы секундтарҙа ике самолёттың да пилоттары бер-береһен күрә һәм штурвалдарҙы тулыһынса бороп, бәрелеште булдырмаҫҡа тырыша, ләкин был ярҙам итмәй. 21:35:32 сәғәттә BTC 2937 һәм DHX 611 рейстары 10634 метр бейеклектә (FL350 эшелоны) тура мөйөш яһап тиерлек бәрелешә. «Боинг»тың вертикаль ҡойроҡ тотороҡландырғысы Ту-154-тең фюзеляжына һуға һәм уны урталайға бүлә. Ҡолап төшөп барғанда Ту-154 һауала дүрт өлөшкә бүленә, был өлөштәр Юберлинген эргәһенә һибелеп төшә. Тотороҡландырғыстан яҙған «Боинг» идараны юғалта һәм, төшөп барғанда ике двигателенән дә яҙып, 21:37 сәғәттә Ту-154-тән 7 километрҙа ергә бәрелә һәм тулыһынса емерелә. Ике самолёттың да бортындағы кешеләр (Ту-154-тәге 69 кеше һәм «Боинг»тағы 2 кеше) һәләк була. Ике лайнерҙың да ярсыҡтары торлаҡ йорттарҙың ихаталарына ла төшһә лә, ерҙә зыян күреүселәр булмай.
21:34:42 | TCAS | TRAFFIC, TRAFFIC. |
21:34:47 | Диспетчер | BTC 2937… снижайтесь, эшелон полёта… 350, ускорьте, у меня пересекающийся борт. |
21:34:52 | ВТС 2937 | Снижаемся. |
21:34:54 | DHX 611 (TCAS) | DESCEND, DESCEND. |
21:34:57 | BTC 2937 (TCAS) | CLIMB, CLIMB! |
21:34:58 | ВТС 2937 | Клайм, говорит! |
21:35:00 | BTC 2937 | Он снижает нас. |
21:35:02 | Диспетчер | BTC 2937, снижайтесь, эшелон полёта 350, ускорьте снижение. |
21:35:07 | BTC 2937 | Ускоряю снижение до эшелона 350, BTC 2937. |
21:35:12 | Диспетчер | Да, у нас борт, вам по два часа, сейчас на 360. |
21:35:13 | DHX 611 (TCAS) | DESCEND, DESCEND. |
21:35:19,3 | DHX 611 | 611, TCAS-descend. |
21:35:21 | BTC 2937 | (ругань), где он? |
21:35:23,5 | BTC 2937 (TCAS) | INCREASE CLIMB, INCREASE CLIMB! |
21:35:27,3 | BTС 2937 | Клайм, он говорит! |
21:35:29,8 | DHX 611 | (ругань)[* 4]. |
21:35:31,8 | BTC 2937 | (ругань)[* 5]. |
21:35:32 | Звук удара[13][* 6]. |
Һәләкәт сәбәптәрен тикшереү менән Авиация ваҡиғаларын тикшереү буйынса немец федераль бюроһы ойошторған комиссия (BFU) (нем. Bundesstelle Für Flugunfalluntersuchung) шөғөлләнә.
BFU-ның тикшереүҙе йомғаҡлау отчёты 2004 йылдың 1 майында баҫыла.
Отчётҡа ярашлы, бәрелешеүҙең туранан-тура сәбәптәре түбәндәгеләр була:
Комиссия шуларҙы ла билдәләй:
Бынан тыш, отчётта «Skyguide» етәкселегенең һәм Халыҡ-ара граждандар авиацияһы ойошмаһының (ИКАО) хаталары билдәләнә.
Бәрелеш төнөндә диспетчерға самолёттарҙың яҡынлашыу хәүефен белдерә торған ҡорамал техник хеҙмәтләндереүгә һүндерелгән була. Шулай уҡ телефон бәйләнеше лә һүндерелгән була, ә дублер телефон линияһы боҙоҡ булып сыға. Ошо арҡала Нильсен кәрәк ваҡытта Фридрихсһафен аэропорты менән бәйләнешкә инеп, уларҙан Aero Lloyd авиакомпанияһының тотҡарланған Airbus A320 (AEF 1135-се рейс) самолёты менән эш итеүен һорай алмай һәм икенсе терминал буйынса уны ла күҙәтеү мәшғүл була. Шулай уҡ телефон бәйләнешенең һүндерелгәнлеге арҡаһында Карлсруэ һауа хәрәкәтенә идара итеү үҙәге диспетчеры, ике самолёттың хәүефле яҡынлашыуын күрһә лә һәм «Skyguide» үҙәге менән 11 тапҡыр бюәйләнешкә инергә тырышып ҡараһа ла, был хаҡта Нильсенға хәбәр итә алмай.
Ошо һәләкәткә тиклем, 2001 йылдың 31 ғинуарында, Японияның Суруга ҡултығы өҫтөндә McDonnell Douglas DC-10 экипажы — TCAS бойороҡтарына ярашлы, ә Boeing 747 экипажы уларға ҡаршы манёврҙар яһауы арҡаһында оҡшаш инцидент була. Әммә тейешле аңлатмалар тик һәләкәттән һуң ғына баҫып сығарыла.
2004 йылдың 24 февралендә авиадиспетчер Петер Нильсен үҙ йортоноң тупһаһында үлтерелә. Үлтереүҙә шик аҫтына ҡуйылған 46 йәшлек Виталий Константинович Калоев ҡулға алына, ул һәләкәттә ҡатыны Светлана (44 йәш) менән ике балаһын — ҡыҙы Диананы (4 йәш) һәм улы Костяны (10 йәш) юғалтҡан була. Калоев белдереүенсә, ул Нильсенға балаларының фотоларын күрһәткән һәм Нильсендың булған ҡаза өсөн ғәфү үтенеүен теләгән. Нильсен Калоевтың ҡулына һуғып, фотоларҙы бәреп төшөргән. Виталий Калоевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, ул артабан нимә булғанын хәтерләмәй[14] — Калоев үлтереүҙә ғәйебен танымай (әммә инҡар ҙа итмәй)[15]. Калоев немец телен белмәй[16]. 2005 йылдың 26 октябрендә ул үлтереүҙә ғәйепле тип табыла һәм уны һигеҙ йылға иректән мәхрүм итеү тураһында хөкөм ҡарары сығарыла[17].
2006 йылдың 25 ноябрендә Швейцарияның апелляция суды Калоевтың эшен ҡайтанан ҡарау тураһында ҡарар ҡабул итә. Суд Рәсәй гражданына сығарылған хөкөм ҡарарын юҡҡа сығарыуҙан баш тарта, ләкин апелляция ялыуының 8 йылға иректән мәхрүм итеүҙең үтә ҙур мөҙҙәт булыуы тураһындағы пункты менән килешә. 2007 йылдың 3 июлендә Цюрих кантонының юғары инстанция суды, Виталий Калоевтың авиаһәләкәттә ҡатыны менән ике балаһын юғалтыу сәбәпле иҫ-аҡыл теүәллеге сикле булыуын иҫәпкә алып, иректән мәхрүм булыу мөҙҙәтен 8 йыл урынына 5 йыл да 3 айға ҡалдыра[18]. Был ҡарар Калоевҡа мөҙҙәтенән алда иреккә сығыу хоҡуғын бирә, ләкин был хоҡуҡ өҫтөнән прокурор Ульрих Ведер ялыу бирә.
2007 йылдың 12 ноябрендә, прокурор протесы ҡаралғандан һуң, Виталий Калоев мөҙҙәтенән алда иреккә сығарыла һәм Рәсәйгә ҡайта. Осетияла уны яҡташтары дәррәү шатланып ҡаршы ала һәм 2008 йылдың ғинуарынан ул Төньяҡ Осетияның төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[19].
2005 йылда «Башҡортостан авиалиниялары» авиакомпанияһы «Skyguide» диспетчер компанияһын, бер йылдан, һауа хәрәкәте хәүефһеҙлеге нормаларының тейешенсә үтәлеүен тәьмин итмәүҙә ғәйепләп, Германия Федератив Республикаһын да судҡа бирә. Емерелгән самолёт өсөн компенсация суммаһы 2,6 млн евро тәшкил итә. 2006 йылдың 27 июлендә Конштанц район суды булған хәл өсөн Германия Федератив Республикаһы тулыһынса яуаплы тип таба, сөнки Германияның өҫтөндәге һауа хәрәкәтен контролләүҙе сит илдең (Швейцария) шәхси компанияһына тапшырып ҡуйыу законһыҙ булып тора, тимәк, «Skyguide» менән төҙөлгән договорҙар ҙа ғәмәлдә була алмай. Германияның төп законына ярашлы, дәүләттең һауа хәрәкәтенә контролде тәьмин итеү был дәүләттең власть органдарының айырып алғыһыҙ бурысы булып тора. Судҡа ярашлы, Германия «Башҡортостан авиалиниялары» авиакомпанияһына компенсация түләргә тейеш. Судтың был ҡарары өҫтөнән Германия хөкүмәте дәғүә бирә[20][21]. 2013 йылда «Башҡортостан авиалиниялары» менән Германия араһындағы бәхәс судһыҙ ғына көйләнә, Карлсруэла юғары өлкә судында барған суд тикшереүе туҡтатыла.
2004 йылға тиклем Швейцарияның «Winterthur» страховкалау компанияһы «Skyguide» компанияһының страховка түләүҙәрен түләп бөтә. Страховка күләме тураһында мәғлүмәт таратыу тыйыла. 150 000 долларға тиклемге компенсация суммаһы BTC 2937 рейсының 41 ҡорбанының туғандарына таратыла, улар компания тәҡдименә (юридик яуаплылыҡты танымайынса матди ярҙам алыу) ризалаша. Ҡалған 30 ҡорбандың туғандары был тәҡдим менән ризалашмай һәм хоҡуҡтарын суд тәртибендә яҡларға ҡарар итә[22]. 2009 йылдың 29 ғинуарында Барселонаның (Испания, килеү аэропорты булараҡ) апелляция суды «Башҡортостан авиалиниялары» һәләк булғандарҙың ғаиләләренә һәр ҡорбан иҫәбенә 20 400 АҠШ доллары күләмендә компенсация түләргә тейеш тип ҡарар сығара[23]. 2011 йылдың майында Швейцарияның Федераль суды авиаһәләкәт ҡорбандарының туғандарына түләнгән компенсация күләмен арттырыу талабын ҡуйған апелляцияны кире ҡаға һәм компенсацияның максималь күләме бер ҡорбанға 33 000 швейцар франкы тәшкил итә тип ҡарар сығара[24].
2005 йылда «Winterthur» страховкалау компанияһы, һәләкәт өсөн Рәсәй пилоттарының да өлөшләтә ғәйепле булыуына нигеҙләнеп, «Башҡортостан авиалиниялары» авиакомпанияһынан DHX 611 рейсы экипажының туғандарына түләнгән страховка түләүҙәренең 60 процентын, йәғни 2,5 миллион евроны, ҡаплауҙы талап итеп, судҡа дәғүә бирә. 2008 йылдың 18 сентябрендә Конштанц ҡалаһының район суды был дәғүәне кире ҡаға[25].
2006 йылдың майында «Skyguide» компанияһының һигеҙ хеҙмәткәрен ғәйепләгән суд процесы башлана[26]. Хәл иткес ҡарар 2007 йылдың сентябрендә сығарыла. «Skyguide»тың дүрт менеджеры һаҡһыҙлыҡ буйынса үлтереүҙә ғәйепле тип табыла. Уларҙың өсөһө шартлы рәүештә иректән мәхрүм ителә, береһенә штраф һалына. Ҡалған дүрт ғәйепләнеүсе аҡлана[27].
Ҡалып:Авиационные происшествия 2002 года Ҡалып:Расследования авиакатастроф