Болотова Жанна Андреевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 19 октябрь 1941[1][2][3] (83 йәш) |
Тыуған урыны | Озеро-Карачи[d], Озеро-Карачинский сельсовет[d], Чановский район[d], Новосибирск өлкәһе, РСФСР, СССР |
Атаһы | Андрей Иванович Болотов[d] |
Хәләл ефете | Николай Львович Двигубский[d] һәм Николай Николаевич Губенко[d] |
Һөнәр төрө | актёр |
Эшмәкәрлек төрө | Театр[4] һәм Фильм[4] |
Уҡыу йорто | С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Болотова Жанна Андреевна (19 октябрь 1941 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры. РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1985), СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1977).
Жанна Андреевна Болотова 1941 йылдың 19 октябрендә Новосибирск өлкәһенең «Озеро Карачи» курортында тыуған
Уның атаһы — Андрей Иванович Болотов, Советтар Союзы Геройы, әсәһе — Болотова Зинаида Юрьевна[5][6].
1964 йылда ВГИК (Герасимов Сергей һәм Тамара Макарова оҫтаханаһы) тамамлай. Театр-студияла киноактёр була.
СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1977 — «Бегство мистера Мак-Кинли» фильмы өсөн).
1957 йылда режиссёр Лев Кулиджанов һәм Яков Сегелдың «Дом. в котором я живу» фильмында тәүге тапҡыр төшә[7].
ВГИК-та уҡыу осоронда Франциянан килгән рәссам Николай Двигубскийға кейәүгә сыға. 1960 йылда актёр һәм режиссёр Николай Губенкоға кейәүгә сыға. Ике никахынан да балаһы юҡ.
Булат Окуджава Болотова Жаннаға «Старый пиджак», «По Смоленской дороге», «Горит пламя, не чадит», «Маленькая женщина» йырҙарын арнай"[8].