Борель Эмиль | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат көнө | |
Уҡыусылары | |
Ниндәй өлкәлә танылған |
один из основоположников теории меры и её приложений в теории вероятностей |
Феликс Эдуар Жюстин Эмиль Борель (франц. Félix Edouard Justin Émile Borel; 7 ғинуар 1871 йыл, Сент-Африка — 3 февраль 1956 йыл, Париж) — Франция математигы, сәйәсмән.
Эмиль Борель Францияның көньяғында Авиньон тирәһендә тыуған. Уның атаһы Оноре Борель протестант сиркәүе пасторы, әсәһе Эмилия Тейсье Солье фабрикант ҡыҙы була. Ғаиләлә өс бала була. Эмиль — бәләкәйе. Ул башланғыс белемен протестант мәктәбен етәкләгән атаһынан алған. «Пасторыбыҙҙың балаһы ғәжәйеп, — тип әйтә урындағы халыҡ, — геометрия нигеҙҙәрен өйрәнде, ә уға өс йәш кенә.» 11 йәшендә Монтабан лицейына, 17 йәшендә — Париж изге Варвара колледжына уҡырға инә, Бөйөк Людовик лицейында механиканы һәм геометрияны өйрәнә. Конкурстарҙа ике премия алғандан һуң ул фән терәге булған Нормаль мәктәбендә, йәки сәнәғәтсе карьераһында яҡты киләсәк аса торған уҡыу йорто Политехник училищела уҡырға хоҡуҡ ала. Эмиль фән юлын һайлай һәм Нормаль мәктәпкә уҡырға инә. Уның беренсе хеҙмәттәре Гастон Дарбу тәьҫирендә геометрияға арнала. 1893 йылда ул Лион университетында уҡытыусы булып эшләй башлай. Ул бик күп эшләй, 3 йыл эсендә 22 хеҙмәт һәм диссертация яҙа. 1897 йылдан был Нормаль мәктәбенең профессоры.
1901 йылда ул хеҙмәттәше математик Пол Аппелдың ҡыҙы Маргаритаға, Камилла Марбо псевдонимы менән билдәле буласаҡ яҙыусыға өйләнә.
Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Франция Ҡаршылыҡ хәрәкәтендә ҡатнаша. Ғалим немецтар тарафынан ҡулға алына һәм Френс төрмәһенә ташлана. Һалҡын һәм дымлы камерала бер ай торғас, ул азат ителә. Бөйөк математик Бразилияға сәйәхәт ваҡытында алған йәрәхәте арҡаһында 85 йәшендә үлә.
Уның туғаны Арманд Борель да танылған математик була.
Айҙағы кратер Борель хөрмәтенә аталған.
Рене Бэр һәм Анри Лебег менән берлектә, үлсәү теорияһына һәм уны ихтималлыҡ теорияһында ҡулланыуға нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Борель исемен йөрөтөүсе төп нәтижәләр:
— Принцип Бореля— Лебега
— Лемма Бореля — Кантелли
— Лемма Бореля
— Парадокс Бореля — Колмогорова
— Мера Бореля
— Алгебра Бореля
— Теорема Бореля — Каратеодори
— Теорема Гейне — Бореля
— Свойство Гейне— Бореля
— Сумма Бореля
— Преобразование Бореля