Борис Годунов | |
Герб | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ | Урыҫ дәүләте |
Титул | Царь всея Руси[d] |
Тыуған көнө | 12 август 1552[3][4] |
Тыуған урыны | Вязьма[d], Урыҫ дәүләте |
Вафат булған көнө | 23 апрель 1605[5][6] (52 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Урыҫ дәүләте |
Үлем сәбәбе | ауырыу |
Ерләнгән урыны | Троице-Сергиева лавра[d] |
Атаһы | Фёдор Иванович Годунов[d][1] |
Бер туғандары | Ирина Годунова[d] |
Хәләл ефете | Мария Григорьевна Скуратова-Бельская[d] |
Балалары | Фёдор II Годунов[d] һәм Годунова, Ксения Борисовна[d] |
Нәҫеле | Годуновы[d] |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, опричник |
Биләгән вазифаһы | Царь всея Руси[d] |
Телгә алынған хеҙмәттәр | Борис Годунов[d] |
Борис Годунов Викимилектә |
Борис Федорович Годунов (1552 йыл — 13 (23) апрель 1605 йыл) — баяр, батша Федор I Иоанновичтың ҡайнағаһы, 1587—1598 йылдарҙа дәүләт хакимы, 1598 йылдың 17 (27) февраленән 1605 йылдың 13 (23) апреленә тиклем — Годуновтар династияһынан беренсе рус батшаһы.
Годуновтар ырыуы Костроманан, бөйөк Мәскәү кенәзе Иван Данилович Калитаға (1288—1340) хеҙмәт иткән баяр Дмитрий Зернонан сыға. 1555 йылда төҙөлгән хакимдар шәжәрәһе буйынса, Дмитрий Зерноның «было три сына: Иван, да Констянтин Шея, бездетен, да Дмитрей. А у Ивана Дмитреевича дети: Фёдор Сабур, Данило Подольской, бездетен, да Иван Годун»[7]. Дмитрий Зернонан башлап, Годуновтарҙың ата-олаталары Мәскәү дворында баяр була. Борис Годуновтың атаһы, Федор Иванович (ҡушаматы — Кәкере) Вяьма өйәҙендә урта ҡул алпауыт була.
Годуновтар, уларға туған булған Сабуровтар һәм Вельяминов-Зерновтар кеүек үк, татар мырҙаһы Четтан килеп сыҡҡан, тигән версия бар. Чет Рускә 1330 йылда Иван Калита ваҡытында килә. Был версия хакимдар шәжәрәһенең һуңыраҡ редакцияһына (XVI быуат аҙағы) индерелгән һәм, тарихсылар фекере буйынса, хронологик, генеалогик һәм дөйөм тарихи проблемалар арҡаһында дөрөҫ түгел[8][9]. Мәҫәлән, Четтың килеүе уның ейәне тип күрһәтелгән Дмитрий Зерноның хеҙмәте йылдары менән тап килә. Четтың «улы», Кострома баяры, 1304 йылда үлтерелгән Александр Зерно тулыһынса тиерлек төшөп ҡалған. Әгәр ҙә Чет Рускә иртәрәк — XIII быуаттың икенсе яртыһында килгән тип фаразлағанда, был тиңһеҙ осраҡ ул саҡтағы йылъяҙмаларҙа сағылыш тапмай ҡалмаҫ ине.
Борис Годунов 1552 йылда, Ҡаҙан буйһондоролоуҙан бер ни тиклем алда, Вязьманың урта ҡул алпауыты Федор Иванович Годунов ғаиләһендә тыуа. Федорҙың атаһы тураһында, уның «Кәкере» ҡушаматынан башҡа, бер нәмә лә билдәле түгел тиерлек. Бористың атаһы Федор һәм уның ағаһы Дмитрий батшаға хеҙмәт алып барған Вязьмалағы ғаилә биләмәләренән тыш, Костромала ҙур булмаған аҫаба ергә эйә була.
Атаһы Федор Кәкере вафат булғандан һуң (1569), Бористы ағаһы Дмитрий Годунов үҙ ғаиләһенә ала. Дмитрийҙың биләмәләре Вязьма опричнинаһы йылдарында опричнина биләмәһенә күсә. Түбән дәрәжәле Дмитрий Годунов оприча корпусына ҡабул ителә һәм тиҙҙән һарайҙа Постельный приказ башлығы юғары чинына эйә була.
Борис Годуновты тәҡдим итеү 1570 йылдарҙа башлана. 1570 йылда ул опричник булып китә, ә 1571 йылда батша Иван Грозный менән Марфа Собакинаның туйында кейәү егете була. Шул уҡ йылда Борис Малюта Скуратовтың ҡыҙы Мария Григорьевна Скуратова-Бельскаяға өйләнә[10].
Борис Годунов Викимилектә | |
Борис Годунов Викияңылыҡтарҙа |