Борсаҡ

Борсаҡ

Борсаҡ. О. В. Томе, «Flora von Deutschland, Österreich und der Schweiz», 1885 китабынан ботаник иллюстрация
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Pisum L.


Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  26866
NCBI  3887
EOL  27825
GRIN  t:9451
IPNI  23257


Борсаҡ (лат. Písum) — ҡуҙаҡлылар ғаиләһендәге бер йәки күп йыллыҡ үлңсел үҫемлектәр ырыуы; бөртөклө-ҡуҙаҡлы күльтура. Юғары аҡһымға бай үҫемлек. Аҙыҡ түлектә борсаҡ ярма, он, йәшел борсаҡ, ярҙырылған ботсаҡ булараҡ ҡулланыла. Йәшел масса, сенаж, ашлыҡ, һалам мал аҙығы булараҡ ҡулланыла.

Цветок гороха

Үрмәләп уҫә торған һабаҡлы үҫемлек. Япраҡтары ҡаурыйға оҡшаш, мыйыҡтары ярҙамында башҡа үҫемлектәргә үрмәләп үҫә. Сәскәһе — өс елкәнле бағана. Емеше — ике өлөштән торған яҫы яҡлы ярым борсаҡ. Борсаҡтары сфера формаһында, бер яғында мөйөшсөл урыны бар. Сәскә формулаһы: [1]

Орлоҡтарында 25-30 % протеин, 50-56 % углевод, 1,5 % май, 3,5 % клетчатка бар. Борсаҡ ашлығы ҡатнаш аҙыҡ сәнәғәтендә киң ҡуланыла. 1 аҙыҡ берәмлегенә күсереп иҫәпләгәндә, 150 г -дан артык үҙләштерелә торған протеин тура килә. Азот туплауға һәләтле булғанлыҡтан, борсак бүтән үҫемлектәр өсөн ҡиммәтле элгәр культура булып тора. Уртаса өлгөрөшлө сорттар өсөн вегетация осоры 68-86 көн. Борсаҡ өсөн иң яҡшы тупраҡ — әселеге әҙ балсыҡсыл һәм һауа менән яҡшы туйындырылған нейтраль тупраҡ. Фосфорлы һәм калийлы ашламаларҙы күберәк үҙләштерә. Арҡылыға-буйға йә иһә тар рәтле алым менән сәсәләр, орлоҡларҙы сәсеү нормаһы 1,5-3,5 ц/га, сәсеү тирәнлеге 4-10 см. Борсаҡты июль аҙағында йыйалар.

Ҡоротҡостары − борсаҡ ҡуңыҙы, босаҡ бете, борсаҡ емешашары; ауырыуҙары — аскохитоз, күгәрек, онсол ысыҡ.

  1. Фёдоров Ал. А., Артюшенко З. Т. Атлас по описательной морфологии высших растений. — Л.: Наука, Ленингр. отд., 1975. — С. 12. — 352 с.