Кипарис борсаҡ емешле (лат. Chamaecyparis pisifera) — Кипарисовик (Chamaecyparis) ырыуы Кипарисовые (Cupressaceae) ғаиләһендәге үҫемлектәр төрө.
|
Кипарисовик борсаҡ емешле. «Flora Japonica» китабынан ботаник иллюстрация, 1870
|
25—30(50) метр бейеклегендәге ағас. Олоно конус формаһында, ботаҡтары горизонтальға йәйелгән. Ҡабығы шыма еңел һыҙырылыусае, ҡыҙыл-көрән йәки ҡыҙғылт-күк төҫтә.
Ботаҡтары яҫы, ҡуйы япраҡтар менән ҡапланған. Япраҡтары (энәләре) тырпайып торалар. Өҫән ҡуйы йәшел төҫтә, ялтырап торалар. Аҫтан аҡ таплы. Әҙ генә еҫе бар.
Япония утрауҙарында таралған эндемик үҫемлек, дымлы тупраҡты ярата.
1966 йылда борсаҡ емешле кипарис Японияның Нагасаки префектураһының ағасы итеп раҫланған.