Бранкица Михайлович (сер. Бранкица Михајловић; 13 апрель 1991 йыл) — серб волейболсыһы, «Фенербахче» төрөк клубы һәм Сербия йыйылма командаһы һөжүмсеһе. Донъя кубогының көмөш призеры, Европа, Евролига, Донъя чемпионатының гран-приһын, Баҡыла тәүге Европа уйындары чемпионаттарының бронза миҙалдарын яулаусы[6]. Лондонда йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыусы[7]. Рио-де-Жанейрола үткән Олимпия уйындарының көмөш призеры.
Бранкица Михайлович 1991 йылдың 13 апрелендә СФРЮ-ның Брчко муниципалитетының Горни-Рахич ауылында тыуа. Бала саҡтан волейбол менән әүҙем шөғөлләнә, 2006—2009 йылдарҙа урындағы «Берҙәмлек» клубында уйнай һәм халыҡ-ара ярыштарҙа Босния һәм Герцеговиня исеменән сығыш яһай, шунан бер нисә сезон үҙен швейцар һәм корея клубтарында һынап ҡарай, ә 2012 йылда «Расинг» француз клубына күсә һәм Сербия исеменән сығыш яһай башлай.
Өлкәндәрҙең халыҡ-ара кимәлендә тәүге етди уңышҡа 2012 йылда, серб милли йыйылма командаһының төп составына ингәс һәм Карловы Варыла ҡатын-ҡыҙҙар Евролигаһының турнирында булғандан һуң өлгәшә, унан бронза миҙал менән ҡайта. Күп кенә уңышлы сығыштары арҡаһында ул Лондонда йәйге Олимпия уйындарында ил намыҫын яҡлау хоҡуғына лайыҡ була, әммә бында сербтарҙың уйыны уңышлы булмай — команда үҙ төркөмөндә бер генә мәрәй ҙә йыя алмай һәм плей-офф кимәленә сыҡмай.
2013 йылда Михайлович Бразилияның "Унилевер"ына күсә, был команда менән Бразилия чемпионатында еңеү яулай һәм Цюрихта донъя клуб чемпионатында көмөш миҙал ала. Шул уҡ ваҡытта Серб йыйылма командаһы составында Саппорола Донъя гран-приһында өсөнсө урынды яулай. Бер йылдан һуң «Хисамицу Спрингс» япон клубына барып ҡушыла, әммә Японияла ҙур уңышҡа[8][9] өлгәшә алмай.
2015 йылда «Фенербахче» төрөк клубы һөжүмсеһе була, уның составында Төркиә Кубогы хужаһы була. Сербия волейбол командаһының төп составында сығыш яһауын дауам итеп, Баҡыла беренсе Европа уйындарында һәм Белгияла һәм Нидерланта Европа чемпионатында бронза миҙалдар яулай. Японияла, тик Ҡытай йыйылма командаһынан ғына ҡалышып, Донъя кубогының көмөш миҙалыни ала[10].