Брест дәүләт университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1945 |
---|---|
![]() | |
Кем хөрмәтенә аталған | Пушкин Александр Сергеевич |
Ректор | Голубев, Юрий Петрович[d] |
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Брест |
Архитектор | Q56594194?, Q104642094?, Q104714026? һәм Q104714083? |
Рәсми сайт | brsu.by |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Брестского государственного университета[d] |
А. С. Пушкин исемендәге Брест дәүләт университеты — Брест ҡалаһындағы юғары уҡыу йорто.
БССР Халыҡ Комиссарҙары Советының 1945 йылдың 6 июнендәге бойороғо менән Брест ҡалаһында уҡытыусылар институты асырға ҡарар ителә. 1945 йылдың авгусында ул үҙенең эшмәкәрлеген башлай. 1949 йылда, шағирҙың тыуыуына 150 йыл тулыу хөрмәтенә, институтҡа А. С. Пушкин исеме бирелә, ә 1950 йылда, СССР Министрҙар Советы ҡарары менән, Брест уҡытыусылар институты базаһында Брест дәүләт педагогия институты асыла, ул 1995 йылда Брест дәүләт университетына үҙгәртелә (А. С. Пушкин исеме 1999 йылда бирелә).
Университетҡа уҡырға инер өсөн үҙәкләштерелгән тест уңышлы тапшырылырға тейеш. Бакалавриат, магистратура һәм аспирантура ғәмәлдә. Университетта редакция-нәшриәт бүлеге эшләй. «Берасцейскі универсітэт» гәзите, «Вестник Брестского университета» фәнни-теоретик журналы нәшер ителә.
Белгестәр әҙерләү 9 йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыла: «Педагогика», «Тәбиғи фәндәр», «Гуманитар фәндәр», «Социаль яҡлау», «Техника һәм технология», «Хоҡуҡ коммуникациялары. Иҡтисад. Идара итеү. Иҡтисад Һәм етештереүҙе ойоштороу», «Экология фәндәре», «Йәмәғәт туҡланыуы. Көнкүреш хеҙмәтләндереү», «Физик культура. Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ».
Университеттың 52 кафедраһында 560 самаһы уҡытыусы эшләй, улар араһында 20 фән докторҙары һәм профессорҙар, 240 фән кандидаттары һәм доценттар.
2002—2014 йылдарҙа БрДУ ректоры булып тарих фәндәре докторы, профессор Мечислав Эдвардович Чесновский эшләй[1].
2014 йылдың 3 майында, Беларусь Республикаһы Мәғариф министры бойороғо буйынса, университет ректоры итеп педагогия фәндәре докторы, профессор Анна Николаевна Сендер тәғәйенләнә.
Университет структураһында 10 факультет:
Факультет 1994 йылдың 1 октябрендә булдырыла. «Рус теле һәм әҙәбиәте» һөнәренә «Инглиз теле» өҫтәмә һөнәре менән 25 кеше башлап ҡабул ителә.
Студенттарҙы 4 һөнәр буйынса әҙерлек алып барыла: