Ласкарина Бубулина | |
грек. Λασκαρίνα Μπουμπουλίνα | |
![]() Адам Фриделль эшләгән Бубулина портреты[1] | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Константинополь, Ғосман империяһы |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны |
Спеце, Сароник утаруҙары, Греция |
Подданлығы | |
Атаһы |
Ставрионис Пицонис |
Тормош иптәше |
Димитроис Бубулис |
Автограф | |
![]() | |
Ласкари́на Бубули́на (грек. Λασκαρίνα Μπουμπουλίνα; 11 май 1771, Константинополь — 25 май 1825) — 1821 йылғы грек революцияһы батыры.
1769—1770 йылдарҙа ғосман хакимлығына ҡаршы Пелопонес ихтилалында ҡатнашыусы арнаут сығышлы капитан Ставрионис Пиноцистың ҡыҙы. Константинополдә төрөк төрмәһендә тыуа. Атаһы үлгәндән һуң төрмәнән әсәһе менән азат ителә һәм Идра утрауына ҡайта. Дүрт йылдан һуң уның әсәһе ҡабаттан кейәүгә сыға һәм улар Спеце утрауына күсенәләр.
Ласкарина Бубулина үҙе ике тапҡыр кейәүҙә була. Ире Димитриос Бублис Алжир юлбаҫарҙарына ҡаршы алышта үлгәндән һуң, ул иренең предприятиеһын һәм караптарын мираҫҡа алып ҡала.
Үҙ аҡсаһына ун һигеҙ пушкалы «Агамемнон» корветын төҙөй. 1816 йылда Ғосман властары Бубулинаның мөлкәтен тартып алырға тырыша, сөнки уның икенсе ире 1806—1812 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышында Рәсәй яғында ҡатнашыусы була,ошоға бәйле ул рус илсеһе граф Строганов менән осрашыу өсөн Константинополгә сығырға мәжбүр була. Унан граф уны, хәүефһеҙлек күҙлегенән сығып, Ҡырымға ебәрә. Ҡырымда өс ай йәшәгәндән һуң Бубулина Спецеға әйләнеп ҡайта.
Ласкарина Бубулина бай ҡатын була, үҙ аҡсаһына экипаждар менән ҙур булмаған флот һәм баш күтәреүселәр армияһын тота, йәшерен грек «Филики Этерия» ойошмаһын («Дуҫтар союзы») финанслай, уға ҡорал һәм аҙыҡ-түлек һатып ала.
1821 йылда, Паламиди ҡәлғәһен ҡамау ваҡытында баш күтәреүселәрҙе цитаделде ҡыйыу яуларға штурмға күтәреп, ҙур батырлыҡ күрһәтә. Грек тарихсыһы Филимон былай тип яҙа:
«Уның эргәһендә ҡыйыуһыҙҙар көслө булып китәләр, ә ҡыйыуҙар уның алдында сигенәләр...»
«Агамемнон» карабында Бубулина тәүге тапҡыр Грецияның милли флагын күтәрә. Рәсәйҙә уның батырлығын юғары баһалайҙар — император Александр Бубулинаға Рәсәй флоты адмиралы исемен бирә һәм ҡаҙаныштарын таныу сифатында монгол ҡылысын бүләк итә. Шулай итеп, ул тарихта беренсе ҡатын-ҡыҙ — Рәсәй флоты адмиралы була[3][4].
1825 йылда Куцистар ғаиләһе менән ыҙғышҡанда һәләк була. Уның беренсе никахта тыуған улы уларҙың ҡыҙҙарына ғашиҡ була, ләкин атаһы Иоаннис был никахҡа риза булмай. Ғауға ваҡытында кемдер уға пистолеттан ата. Үлтереүсе табылмай.