Бук | |
Халыҡ-ара ғилми атамаһы | Fagus L., 1753[1][2] |
---|---|
Таксономия рангыһы | Ырыу[1] |
Яҡындағы юғарыраҡ кимәлдәге таксон | Fagoideae[d] |
Таксондың халыҡ атамаһы | beech[3], 水青冈属[4], 水青冈属[5][6][7][…] һәм bukev |
Номенклатурный тип | F. sylvatica[d] |
Этот таксон является источником | буковый орешек[d] һәм бук[d] |
GRIN URL | npgsweb.ars-grin.gov/gri…[8] |
Бук Викимилектә |
Бук (лат. Fágus) — яҫы япраҡлы ағастар бук кеүектәр ғаиләһенән.
Урыҫ теленә праславтарҙағы праслав. *bukъ һүҙенән килеп сыҡҡан
Ҡайһы бер герман телдәрендә бук исеме «китап» һүҙе менән тап килә: немец. Buche — "бук", нем.. Buch — "китап", швед. bok, норв. bok, дат. bog "бук" һәм "китап". Был беренсе рундарҙы буктан юнылған ағас таяҡсаларҙа йәки бук ҡайырында яҙылыуы менән бәйле.
Ағастың бейеклеге 30 метрға тиклем, олононоң диаметры 2 м етә.
Олоно шыма , һоро йоҡа ҡабыҡ ҡатламы менән ҡапланған .
Япраҡтары ҡойола, ябай, тигеҙ ситле йә һирәк кенә киртләсле, оҙонса түңәрәк - оҙонлоғо 5-15 см һәм киңлеге 4-10 см
Сатыры ҡуйы, өҫкө ботаҡтары аҫтағыларына яҡтылыҡ үткәрмәгәнлектән ,һуңғыларына фотосинтез етмәй, әкренләп һарғайым ҡойола бара. Һөҙөмтәлә, урманда бук ағасының иң өҫкә тиклем тиерлек ваҡ ботаҡтары юҡ, һәм сатыры шәрә бағаналарҙан торған кеүек. [9].
Бөрөләре (йыш ҡына 2,5 см ашыу ), тәңкәле, ҡыш уҡ барлыҡҡа килә.
Яҙ сәскә ата, бер үк ваҡытта япраҡ яра. Сәскәһе бер енесле, һырғаға йыйыла, елдән һеркәләнә.
Яңғыҙ торған ағастарҙың емеш биреүе 20-40 йылдан һуң башлана, ә төркөмдәрҙә - 60 йыллап үткәс һәм һуңғараҡ. Емештәре имән сәтләүегенә оҡшаған, өс ҡырлы, 10-15 мм оҙонлоҡта, ағас кеүек тышсалы, парлап йәки дүртәрләп туплана. Емеше ашарға яраҡлы, ҡырҡыу тәмле танин күп, бер аҙ ағыулы алкалоид пагин булыуы ихтимал, тик ҡыҙҙырғанда улар юҡҡа сыға.
Бук яй үҫә, әммә 400 йылдан ашыу йәшәй.
Күләгәгә сыҙам, йылы ярата, балсыҡ ҡатнаш тупраҡта яҡшы үҫә.
Ғәҙәттә буктар орлоҡтан үрсей, ҡайһы саҡта тармаҡлы тамыр системаһы ҡабырғанан шытым бирә һәм, уларҙан йәш ағастар үҫеп сығыуы ихтимал.
Уртаса, субтропик һәм өлөшләтә Европа, Азия һәм Төньяҡ Америка тропик һыҙаттарында таралған. Бук тропиктарға Мексика (Мексика) тауҙарында барып инә. Бук - Европала иң киң таралған ағастарҙың береһе. Тауҙарҙа диңгеҙ кимәленән 2300 метрға тиклем бейеклектә үҫәләр. Йыш ҡына япраҡлы һәм ҡатнаш урмандарҙа өҫтөнлөк тоталар.
Рәсәй федерацияһы урмандарында шулай уҡ үҫә көнсығыш тоҡомло бук та үҫә — уның тәбиғи ареалы Кавказ һәм Ҡырым.
Сәтләүектәре бик туҡлыҡлы: уларҙа 50 процентҡа тиклем май, бынан тыш, аҡһым, шәкәр, алма һәм лимон кислотаһы, Е витамины бар. Бук ағастары күп булған урындарҙа йәшәүселәр таҙартылған һәм яҡшылап ҡыҙҙырылған сәтләүектән он яһай. Уға әҙ генә бойҙай оно өҫтәп, ҡоймаҡ, печенье бешерәләр. Ҡайһы бер урындарҙа (Кавказда, Карпатта) бук онон ғәҙәти икмәк бешереү өсөн ҡулланалар. Бындай өҫтәмәнән уның тәме һиҙелерлек яҡшыра[10]
Бынан тыш, ҡыҙҙырылған орлоҡтарын Кавказда Рәсәйҙә көнбағыш емешен яратҡан кеүек яратып ашайҙар.