Бут ташы

Дәһли ҡалаһында бут ташынан тамамланмаған төҙөлөш

Бут ташы́, бут (итал. buttare - ватыу, ваҡлау), файҙалы ҡаҙылма, үлсәмдәре 150-500 миллиметрға тиклем ваҡланған тау тоҡомдары: доломиттар, эзбисташтар, ҡомташтар, һирәк осраҡтарҙа — граниттар. Бут ташының бер төрө — үлсәмдәре 300 миллиметрҙан кәмерәк йомро таш. Бут ташы сыҙамлыгы түбән (25-100 МПа), уртаса (150-400 МПа) һәм юғары (500 МПа дан артыҡ) булған төрҙәргә бүленә; Һыуыҡҡа сыҙамлылык коэфициенты — 0,1-2.

Бут ташы нигеҙҙәр, ярҙамсы биналар стеналарын, канализация канауҙары, гидротехнологик ҡоролмалар һалыуҙа ҡулланыла.