Бхаскара II | |
санскр. भास्करा चार्य[1] | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған ваҡыттағы исеме | санскр. भास्करा[1] |
Тыуған көнө | 1114[2][3] |
Тыуған урыны | Биджапур[d], Һиндостан[2][4] |
Вафат булған көнө | 1185[2][3][4] |
Вафат булған урыны | Удджайн[d], Һиндостан[2][3][4] |
Атаһы | Maheśvara[d][4] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | телегу |
Һөнәр төрө | математик, астроном, астролог |
Эшмәкәрлек төрө | алгебра |
Вики-проект | Проект:Математика[d] |
![]() | |
![]() |
Бхаскара (1114—1185, ғәҙәттә, Бхаскара II аталып йөрөтөлә , уны башҡа һинд ғалимынан, Бхаскар I , айырыр өсөн) — XII быуаттың эре һинд математигы һәм астрономы[5]. Удджайнда астрономик обсерваторияны етәкләй.
Бхаскара дүрт өлөштән торған «Сиддханта-широмани» («Таж тәғлимәте») трактатын яҙа: «Лилавати» — арифметикаға, «Биждаганита» — алгебраға, «Голадхайя» — сферикаға, «Гранхаганита» — планета хәрәкәттәре теорияһына арналған.
Бхаскара тигеҙләмәләрҙең әһәмиәтенә шикләнһә лә, кире тамырҙарын ала. Мәңгелек двигателдең иң тәүге проекттарҙың береһе уға ҡарай .
Азия илдәрендә «Лилавати» китабы иҫәпләү техникаһы буйынса дәреслек өлгөһө була. 1816 йылда ул Калькуттала баҫылып сыға һәм шул ваҡыттан алып бер нисә тапҡыр математика дәреслеге сифатында баҫылып сыға.
Бхаскара үҙенең яҡынса 1150 йылдарға ҡараған шиғырында тирәсенә ҡыя менән беркетелгән оҙон, тар, яртылаш терегөмөш тултырылған һауыттар менән ниндәйҙер тәгәрмәсте тасуирлай. Мобиленың был беренсе механик перпетуумының эшләү принцибы шыйыҡса тыуҙырған, тәгәрмәс әйләнәһенә урынлаштырылған һауыттарҙа күсеп йөрөүсе ауырлыҡ көстәре мәлдәренең айырмаһына нигеҙләнә[6].