Бүздәк районы (рус. Буздякский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Республиканың көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. 1930 ойошторолған. Майҙаны — 1710 км². Халыҡ һаны (мең кеше): 1979 йыл — 33,9; 1989 йыл — 30,5; 1995 йыл— 31,0; 2010 йыл—29,9. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 18 кеше. Күпселек татарҙар, башҡорттар һәм урыҫтар йәшәй. Үҙәге — Бүздәк ауылы (2010 йыл — 10.4 мең кеше), Өфөнән 112 км алыҫлыҡта ята.
Бүздәк районы Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының төньяғында урынлашҡан, уның өҫтө йырынлы селтәр менән ҡапланған. Төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай һуҙылып, Урал алды далаһына инә. Йылға селтәре Сәрмәсән йылғаһының үрге ағымынан һәм уның ҡуш-рынан тор.
Ере — нигеҙҙә ғәҙәти ҡара тупраҡ, көньяҡ-та урыны менән һоро урман тупрағы. Урмандарында күпселек йүкә, имән, уҫаҡ, ҡайын үҫә, улар төрлө урында өйкөм-өйкөм утрауҙар хасил итә, барыһы бергә район еренең 12% тәшкил итә.
Ер аҫты ресурстары Һынны, Петропавловка, Ташлыкүл нефть ятҡылыҡтарынан, Сергеевка һәм Таулар төҙөлөш материалдары өсөн сеймал, балсыҡ һәм Ҡыҙылъяр, Урал, Вознесенка ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы ятҡылыҡтарынан тора.
Район ауыл хужалығы районы. Колхоз һәм совхоздар иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш үҫтереү, һөт-ит малсылығы һәм сусҡасылыҡ буйынса махсуслашҡан. Районда элеватор, май заводы, «Еләк» кооперативы, шулай уҡ РТП һ.б. предприятиелар бар. Нефть ятҡылыҡтары «Октябрскнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы тарафынан файҙаланылауылы
- Ибраев Рәшит Әхмәтзыя улы (24.02.1959), ғалим-математик, океандағы физик процесстарҙы математик моделләштереү өлкәһендәге белгес, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (2008), физика-математика фәндәре докторы (2002), профессор (2008). Табанлыкүл ауылынан (хәҙер Бүздәккә ҡушылған-?).
- Маннапов Әлфир Ғабдулла улы (24.02.1954), ғалим-зооинженер, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (1999), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2013). Иҫке Боғаҙы ауылынан[3]..
- Мәүлитов Миҙхәт Рәхмәтулла улы (16.02.1928—8.12.2000), ғалим-тау инженеры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (1995), техник фәндәр докторы (1973), профессор (1974). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1988), БАССР‑ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1973), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте (1978) һәм Газ сәнәғәте министрлығы отличнигы (1988), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1978). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы (2000), И. М. Губкин исемендәге премия (1973, 1980) лауреаты. Почёт Билдәһе ордены кавалеры (1976). Шланлыкүл ауылынан[4].
- Мәүлитова Мөнәүәрә Ғәбдрәҡип ҡыҙы (16.08.1923), ғалим-табип, балалар хирургы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1979), профессор (1980). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1963). С. Д. Терновский исемендәге премия лауреаты (2008). Урҙайбаш ауылынан[5].
- Никифоров Михаил Тихонович (7.11.1918—30.10.1993), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, 1936—1954 йылдарҙа «Бүздәк» совхозының тракторсыһы, шофёры, ферма мөдире, 1954—1978 йылдарҙа бүлексә идарасыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Казанка ауылынан (хәҙер бөткән)[6].
- Собханҡолова Рида Таһир ҡыҙы (20.05.1958), иҡтисадсы, дәүләт эшмәкәре. 2013 йылдан Башҡортостан Республикаһының финанс министры. Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2012). Яңы Таулар ауылынан[7].
- Солтанов Хәтмулла Аҫылгәрәй улы (20.08.1924—4.03.1994), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, уҡсы, гвардия өлкән сержанты. Нефтсе. Дан орденының тулы кавалеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1969). Кәпәй-Ҡобау ауылынан.
- Спивак Александр Иванович (17.11.1923—20.01.2007), тау инженеры-ғалим, юғары мәктәп эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1976—1994 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының почётлы академигы (1991), техник фәндәр докторы (1972), профессор (1972). РСФСР‑ҙың (1974) һәм БАССР‑ҙың (1967) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1980)[8]. Михайловка ауылынан.
- Төхвәтуллин Яҡуп Зәйнулла улы (8.06.1923—16.08.2010), энергетик, 1938—1984 йылдарҙа «Башкирэнерго» район энергетика идаралығының Өфөләге 2‑се ТЭЦ‑ы өлкән электромонтёры, 1957 йылдан — өлкән мастеры, 1968 йылдан — электр цехы начальнигы урынбаҫары. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). СССР‑ҙың энергетика һәм электрификация отличнигы (1983). Шланлыкүл ауылынан [9].
- Шәүәлиев Рәүил Рәшит улы (3.02.1958), ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2005. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998). Табанлыкүл ауылынан[10].
- Чанбарисов Шәйхулла Хәбибулла улы (9.05.1916—4.10.1996), совет һәм Рәсәй ғалимы, фән һәм мәғарифты ойоштороусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡорт дәүләт университетының беренсе ректоры. Тарих фәндәре докторы (1975), профессор (1975). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Бүздәк ауылынан.
1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
Районды көнсығыштан көнбайышҡа ҡарай Шишмә—Ульяновск тимер юлы һәм Өфө—Октябрский автомобиль юлы, ә төньяҡтан көньяҡҡа Саҡмағош—Бүздәк— Дәүләкән автомобиль юлы киҫеп үтә.
Районда 55 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 21 урта мәктәп, Ҡаран ПУ, 28 китапхана, 53 клуб, 3 дауахана бар.
Урыҫ һәм татар телдәрендә «Буздякские новости» гәзите сыға.
- ↑ 1,0 1,1 Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ http://www.gks.ru/dbscripts/munst/munst80/DBInet.cgi?pl=8006001
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Маннапов Әлфир Ғабдулла улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Мәүлитов Миҙхәт Рәхмәтулла улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2018)
- ↑ Башҡортостан энциклопедияһы — Мәүлитова Мөнәүәрә Ғәбдрәҡип ҡыҙы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 13 август 2018)
- ↑ Башҡортостан энциклопедияһы — Никифоров Михаил Тихонович(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 4 ноябрь 2018)
- ↑ Справочно-информационный ресурс «Кто есть кто в Республике Башкортостан». Субханкулова Рида Тагировна (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 апрель 2018)
- ↑ Башҡортостан энциклопедияһы — Спивак Александр Иванович(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 4 ноябрь 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Төхвәтуллин Яҡуп Зәйнулла улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 4 май 2018)
- ↑ Шавалеев Равиль Рашитович 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 ғинуар 2018)
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность населения СССР, РСФСР и ее территориальных единиц по полу (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Численность населения субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более (урыҫ)
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2017.