Бүленмәүлек методы (рус. Метод неделимых) — геометрик фигураларҙың майҙанын йә геометрик есемдәрҙең күләмен иҫәпләү ысулдарының йыйылмаһы. Бүленмәүлек методы XVI быуаттың аҙағында барлыҡҡа килә.
Яҫы фигуралар өсөн Кәвәлйери принцибы былай әйтелә: әгәр ике фигураны теләһә ниндәй бер тура һыҙыҡҡа параллель тура һыҙыҡтар менән киҫеүҙән тигеҙ хордалар барлыҡҡа килһә, был фигураларҙың майҙандары үҙ-ара тигеҙ була.
Арауыҡ фигуралары өсөн: әгәр арауыҡтағы ике фигураны теләһә ниндәй бирелгән яҫылыҡҡа параллель яҫылыҡтар менән киҫеүҙән тигеҙ ҙурлыҡтағы киҫемдәр яһалһа, был фигураларҙың күләмдәре тигеҙ була
Был теореманы итальян математигы Бонавентура Кәвәлйери иҫбатлаған.