Бәйер, пәйер (фарс. پیر — «ҡарт, бабай»; рус. Пир) — суфыйлыҡта шәйех, тәриҡәт етәксеһе, әүлиә, шулай уҡ ул ерләнгән ҡәбер.
Суфыйлыҡта суфыйҙарҙың етәксеһен бәйер тип йөрөтәләр. «Бәйер» һүҙе мистик мәғәнәлә тәүге тапҡыр IX—X быуаттарҙа ҡулланыла башлай. Уны хөрәсән суфыйҙары һәм бигерәк тә Нишапур мәләмдәре ҡуллана. XI быуаттан һуң Хөрәсән суфыйҙары араһында шәйех һүҙе киң таралыу ала. «Шәйех» һәм «бәйер» һүҙҙәре бер үк мәғәнәлә ҡулланылған. «Бәйер» термины эзотерик мәғәнәгә эйә һәм мөршид, вәли, шәйех, ҡотоб, ғәүес һ. б. терминдар менән бер рәттә тора[1].
Был атама Иранда, Һиндостанда, Кавказда һәм ислам донъяһының башҡа төбәктәрендә таралған. Шулай уҡ бәйер ерләнгән ҡәберҙе лә (кәшәнә) бәйер тип атайҙар.