Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Бәйт әл-мал (ғәр. بيت المال — дом имущества; рус. Байт аль-мал — мөлкәт йорто) — исламда: ҡаҙна, йәмәғәт финанстары, шулай уҡ аҡса һәм башҡа ҡиммәттәр һаҡлау бинаһы.
Бәйт әл-мал төшөнсәһе Мөхәммәт пәйғәмбәр осоронда уҡ булған, әммә төп әһәмиәтен ул Хаҡ хәлифә Ғүмәр ибн әл-Хәттаб хакимлыҡ иткән осорҙа алған [1].
638—640 йылдарҙа хәлифә яулап алынған илдәрҙә күсемһеҙ милекте бүлешеп алыуҙы тыя, мөһәжирҙәргә, ансарҙарға һәм һуғышсыларға эш хаҡын түләүҙе ойоштора. Эш хаҡы биремдәр һәм һалымдарҙан түләнә. Ошоға бәйле финанс ведомствоһы, үҙәк һәм провинциаль идаралыҡтар һәм һаҡлағыстар булдырыу зарурлығы тыуа.
Бөтә керемдәр һаҡланған бина, шулай уҡ дөйөм алғанда бөтә общинаның аҡсаһы бәйт әл-мал тип атала башлай. Ул ғәҙәттә наместник резиденцияһында йәки йәмиғ мәсетендә урынлаша[2].