Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Бәйғәт йәки бәйғә (ғәр. بيعة) — ғәрәп телендә «килешеү», «ант», «тоғролоҡ анты» һ. б. аңлатҡан термин.
Ислам илдәрендә — был ил идарасыһының юғары вәкәләтле орган — парламент менән үҙенең һайланыу һәм идара итеү шарттары тураһында конституцион-хоҡуҡи килешеүе, был үҙенә ҡабул ителгән йөкләмәләрҙә һәм уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн ошо хоҡуҡтарҙан сығып эш итеүҙә сағыла. Конституция-хоҡуҡи килешеү хәҙерге донъя практикаһы өсөн яңы, ләкин ислам донъяһы өсөн органик һәм тәбиғи күренеш.
Суфыйлыҡта уҡыусыһы (мөрит)) үҙенең уҡытыусыһына (мөршидкә) уға тоғро ҡаласаҡ һәм уның бөтә күрһәтмәләрен үтәйәсәк, тип ант итә. Бәйғәт ҡул бирешеү һәм суфый кейеме (хирҡә) һәм дәрүиш тажы тапшырып ҡабул ителә[1].
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |