Бөйөк Зимбабве

Бөйөк Зимбабве
ингл. Great Zimbabwe National Monument
Ил

Зимбабве

Координаталар

20°16′12″ ю. ш. 30°55′59″ в. д.HGЯO

Бөйөк Зимбабве (Зимбабве)
Бөйөк Зимбабве
Бөйөк Зимбабве
Бөйөк Зимбабве
ЮНЕСКО флагы ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 364
рус.англ.фр.

Бөйөк Зимбабве (Ҙур Зимбабве; шона теленән: «дзим­ба-дза-маб­ве» — «таш йорттар») — Зимбабве дәүләтенең Масвинго провинцияһында урынлашҡан боронғо Көньяҡ Африка ҡалаһының таш ҡомартҡыларына бирелгән исем.

Оло Зимбабве шона халҡының (банту төркөмө халҡы) ата-бабаларының төп изге һәм культ үҙәге булып һаналған. Беҙҙең эраның 1130-сы йылдар тирәһендә ҡалаға нигеҙ һалынған һәм ул ике-өс быуат дауамында булған.

Боронғо заманда ул Мономотапа дәүләтенең үҙәге булған, ул шулай уҡ Бөйөк (Ҙур) Зимбабве, Муене Мутапа йәки Мунхумутапа державаһы булараҡ билдәле. Был империя хәҙерге Зимбабве (хәҙерге дәүләт ошо ҡаланың исемен алған) һәм Мозамбик дәүләттәре сигендә урынлашҡан биләмә менән идара иткән. Улар башҡа донъя менән Замбези йылғаһы дельтаһының көньяғындағы Софала кеүек порттар аша сауҙа иткән[1].

Үҙ сиратында, ҡала ике районға бүленгән. Кешеләрҙең күбеһе (уларҙың иҫәбе 10 меңдән дә кәм булмаған) һалам аласыҡтарҙа йәшәй, абруйлы кешеләр ҡаланың махсус кәртәләнгән райондарында төпләнә. Архитектура ҡоролмаларының күбеһе — таш башнялар, монолиттар һәм алтарҙәр — доғалар ҡылыу өсөн тәғәйенләнгән булған. «Зимбабве» тигән һүҙ төп мәғәнәһе «таш йорттар»ҙан тыш — «ғибәҙәт ҡылыу йорттары» тигән өҫтәмә мәғәнәне лә аңлата.

Нигеҙҙә, бында ямғыр өсөн, тимәк, мул уңыш өсөн «яуаплы» илаһтарға доға ҡылғандар. Урындағы ҡәбиләнең төп илаһы Мвари булған. Мбире ҡәбиләһе шулай уҡ мбондороға — идара иткән династиялар рухтарына табынған. Ҙур Зимбабвела шоналар XIX быуат башына тиклем йәшәгән.

XVI быуатта Мономотапа батшалығы һәм уның баш ҡалаһы Бөйөк Зимбабве тураһында беренселәрҙән булып унда көнсығыштан үтеп ингән португалдар белгән. 1570 йылда ҡалаға Франсишку Баррету етәкселегендәге португал экспедицияһы килгән. Түңәрәк һыҙаттары менән Ҙур Зимбабвены хәтерләткән ҡәлғә һүрәте Урбано Монтиҙың 1587 йылғы «Донъя атласы»нан Африка картаһында ла бар[2][3].

Хәҙерге заман ғалимдары тарафынан бер нисә осор айырыла. Иң боронғоһо — хәҙерге Зимбабве дәүләтенең үҙәк һәм көньяҡ өлөшөндә билдәле Гокомере мәҙәниәте керамикаһы менән яҡынса IV быуатта тамамланған. Яҡынса XII быуат ҡараған ҡатлам — элеккесә керамика һәм торлаҡ төрҙәре буйынса күсәгилешлелеккә эйә — бында һайғау һәм балсыҡтан ҙур булмаған йорттар, шул саҡта уҡ таштан биналарҙың төҙөлөшө башлана. Был ваҡыт үҙгәрештәрен күскенселәр килеүе менән бәйләйҙәр. Фараз буйынса, каранг халҡы (шона халыҡтары төркөмө) урындағы халыҡты буйһондорған һәм ғәрәп сауҙагәрҙәре менән сауҙаны яйға һалған[4].

Яҡынса 1450 йылда ҡаланың сәскә атыу осоро билдәләнә, ул саҡта «Акропол»дә үҙгәртеп ҡороуҙар башҡарыла, үҙәндә йорт-ҡаралтылар төҙөлә. Был ваҡытҡа ҡараған археологик табылдыҡтар араһында — ҡоштарҙың таш скульптуралары, импорт әйберҙәре күп. Был осорҙа Бөйөк Зимбабве Мономотапа дәүләтенең баш ҡалаһы булған. Яҡынса XVI быуатта (һуғыштар, Саби йылғаһында суднолар йөрөүен туҡтатыу йәки башҡа сәбәптәр арҡаһында) ҡала ошо статусты юғалтҡан. Африканың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә Бөйөк Зимбабвеға оҡшаш ҡаласыҡтар, шул иҫәптән Ками, Дло-Дло (Дхло-Дхло), Иньянга һәм башҡалар билдәле[4].

Барлыҡҡа килеү тураһындағы гипотезалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1867 йылда ҡала емереклекәре янына һунарсы Адам Рендер килә, ул 1871 йылда немец сәйәхәтсеһе һәм географ Карл Маухтың юлдашы була. Тәүге археологик эҙләнеүҙәр үткәргәндән һуң, Маух был урындың сағыу тасуирламаһын Европа матбуғатына ебәргән һәм, был урын Сөләймән (Соломон) ғибәҙәтханаһының күсермәһе булып тора, тип өҫтәгән һәм Тәүраттағы Офир ерен таптым тип белдерегән[5]. Ғилми мөхиттә XIX быуат уртаһынан Африка ҡитғаһындағы ҡара тәнле кешеләрҙең проектлау ҙа, төҙөү ҙә һәләте юҡ тигән инаныу өҫтөнлөк иткән[6]. Археолог Джордж Теодор Бент, ҡаланы финикийҙар йәки ғәрәптәр төҙөгән, тип раҫлаған[7].

1928—1929 йылдарҙа Ҙур Зимбабвеның ҡомартҡыларын Африкала бер нисә йыл эшләгән Британия археологы Гертруда Катон-Томпсон өйрәнә. Ул, емереклектәр туранан-тура Африкала барлыҡҡа килә, тип раҫлаған.

Ҙур Зимбабвеның матди мәҙәниәте ҡалдыҡтарының барлыҡҡа килеүе һәм уны барлыҡҡа килтергән ҡара тәнле булмаған кешеләрҙең цивилизацияһы тураһындағы гипотеза әлегә тиклем киң таралған (был темаға фәнни мәҡәләләр боронғо йәһүд ҡаласығы һәм архитектураһы менән параллельдәр уҙғарыла)[8].

Мәҙәниәт үҙенсәлегенең символы булараҡ «Зимбабве» атамаһын хәҙерге Зимбабве дәүләте ҡабул иткән. Бөйөк Зимбабвенан таш скульптураһы (ҡош һыны) һүрәте илдең гербында һәм флагында бар.

1980 йылда бойондороҡһоҙлоҡ яуланғандан һуң 2008 йылда валютаның ғәмәле туҡтатылғанға тиклем, Зимбабве аҡсаһында 50 долларлыҡ купюрала боронғо ҡаланың емереклектәре һүрәтләнгән. Ләкин ул 2000-се йылдарҙағы гиперинфляция арҡаһында ул бөтөнләй файҙаланылмаған тиерлек. Бөйөк Зимбабвеның ҡош һыны һүрәте 1 цент тәңкәгә төшөрөлгән. Бынан тыш, Бөйөк Зимбабвены Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү айҡанлы 1986 йылда ҙур ҡойма һүрәте төшөрөлгән марка сығарыла[9]. Конуслы башня һәм ҡоштоң һүрәте төшөрөлгән тағы бер марка 2005 йылда сығарыла.[10]

Зимбабве флагында Бөйөк Зимбабвенан ҡош һыны һүрәтләнгән
Зимбабве гербында Бөйөк Зимбабвенан конуслы башня һәм ҡош һыны һүрәтләнгән
1 центта ҡош һыны һүрәтләнгән
Бөйөк Зимбабве емереклектәре 50 долларлыҡ банкнотала һүрәтләнгән
  1. «Vast Ruins in South Africa- The Ruined Cities of Mashonaland», The New York Times, 18 December 1892, p. 19.
  2. Странная карта, возрастом 430 лет. artsgtu.ru. Дата обращения: 19 апрель 2020. Архивировано 16 июль 2020 года.
  3. Largest Early World Map — Monte’s 10 ft. Planisphere of 1587. www.davidrumsey.com. Дата обращения: 19 апрель 2020. Архивировано 7 апрель 2020 года.
  4. 4,0 4,1 Зимбабве (Большой Зимбабве) // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  5. Hill, Geoff (2005) [2003]. The Battle for Zimbabwe: The Final Countdown. Johannesburg: Struik Publishers. p. 31. ISBN 978-1868726523.
  6. Daniel Tangri. Popular Fiction and the Zimbabwe Controversy, History in Africa, Vol. 17 (1990), p. 293.
  7. «Vast Ruins in South Africa- The Ruined Cities of Mashonaland», The New York Times, 1892-12-18, p. 19.
  8. Tudor Parfitt, Yulia Egorova. Genetics, Mass Media and Identity: A Case Study of the Genetic Research, 2006, pp. 61-62.
  9. Abbildung der Briefmarke von 1986 (englisch)
  10. Abbildung der Briefmarke von 2005 (englisch)