Вакканай

Вакканай
япон. 稚内市
БайраҡГерб
Нигеҙләү датаһы 1 апрель 1949
Рәсем
Рәсми атамаһы 稚内市
Кана әлифбаһында исеме わっかないし
Дәүләт  Япония
Административ үҙәге Соя[d]
Административ-территориаль берәмек Соя[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+9:00[d] һәм JST[d]
Ассоциацияләшкән сайлау округы Hokkaido 7th district[d]
Закондар сығарыу органы Q28688725?
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы ординарные местные государственные организации[d]
Халыҡ һаны 33 036 кеше (31 декабрь 2020)[1]
Туғандаш ҡала Багио[d], Невельск[d], Корсаков[d], Южно-Сахалинск, Исигаки[d] һәм Макурадзаки[d]
Сиктәш Саруфуцу[d] һәм Тоётоми[d]
Алыштырған Тоётоми[d] һәм Sōya[d]
Майҙан 761,47 км² (1 ғинуар 2021)[2]
Рәсми сайт city.wakkanai.hokkaido.jp
Урынлашыу картаһы
Урындағы телефон коды 0162
Карта
 Вакканай Викимилектә

Вакканай (япон. 稚内市Вакканай-си?)Хоккайдо утрауында порт, Соя округының үҙәге, Японияла иң төньяҡ ҡала.

Ҡаланың майҙаны — 76089 км², халҡы 37 001 кеше (2014 йылдың 30 июненә ҡарата), халыҡ тығыҙлығы — 48,63 кеше/км²

Ҡала Охот диңгеҙенең Лаперуз боғаҙы ярында урынлашҡан, ул Хоккайдоны Сахалин утрауынан айыра. Ҡалаға 1949 йылдың 1 апрелендә нигеҙ һалына.

Климат дымлы, елле һәм ямғырлы, йылына 1100 мм ашыу яуым-төшөм яуа. Ғәҙәттә, яуым-төшөм ҡышын ҡар рәүешендә.

Южно-Сахалинск, Невельск һәм Корсаков — Вакканайҙың туғандаш ҡалалары.[3] Портҡа йыш Рәсәй моряктары килә.

Вакканай климаты уртаса муссонлы. Куросионың йылы ағымы йоғонтоһо арҡаһында ҡыштар бында яҡында урынлашҡан Южно-Сахалинскҡа һәм бер үк киңлектә тиерлек урынлашҡан Тернееға ҡарағанда күпкә йомшаҡ . Әммә бында шул уҡ географик киңлектәрҙә ятҡан Краснодар йәки Симферополь үлсәме буйынса ҡыштар шулай ҙа ныҡ һалҡын.

Кёппен классификацияһы буйынса Вакканайҙа дымлы континенталь климат (Dfb).

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C −3,4 −3,4 0,9 7,2 12,0 15,7 19,9 22,0 19,4 13,3 5,8 0,1 9,2
Уртаса температура, °C −5,5 −5,7 −1,5 4,4 8,7 12,4 16,8 19,2 16,4 10,5 3,2 −2,1 6,4
Уртаса минимум, °C −7,7 −8,2 −4,2 1,7 5,8 9,7 14,4 16,7 13,5 7,5 0,6 −4,4 3,8
Яуым-төшөм нормаһы, мм 98 68 54 55 71 65 93 112 126 130 128 123 1124
Сығанаҡ: Гонконгская обсерватория

Шәхси университеттарҙың береһе — Вакканай Хокусэй Гакуэн (яп. 稚内北星学園大学).

Вакканай Хокусэй Гакуэн университеты

Башланғыс мәктәп (1—6 йыл уҡыу): Вакканай Тюю (稚内中央), Вакканай Минато (稚内港), Вакканай Минами(稚内南), Вакканай Хигаси(稚内東), Сиомигаока (潮見が丘), Коэтой (声問), Соя (宗谷), Омисаки (大岬), Томиисо (富磯).

Урта мәктәп (уҡыу йылдың 7—9 йыл уҡыу): Вакканай Тюгакко (稚内), Вакканай Минами Тюгакко (稚内南), Вакканай Хигаси Тюгакко (稚内東), Соя Тюгакко (宗谷), Сиомигаоко Тюгакко (潮見が丘).

Өлкән мәктәп (10—12 йыл уҡыу): Хоккайдо Котогакко Вакканай (北海道稚内高等学校) һәм шәхси мәктәп Вакканай Отани Котогакко (稚内大谷高等学校).

  • Hokkaido JR — Вакканай станцияһы

Төп Соя линияһының һуңғы станцияһы. Поезд Асахикаванан килә.

Корсаков менән паромлы кисеү менән тоташҡан.

Ҡаланан көнсығышҡа ҡарай 10 км алыҫлыҡта аэропорт урынлашҡан (ИАТА: WKJ, ИКАО: RJCW).