Валмиера | |
латыш. Valmiera | |
Байраҡ | Герб |
![]() | ![]() |
Нигеҙләү датаһы | 1293 |
---|---|
![]() | |
Рәсми атамаһы | Valmiera |
Дәүләт |
![]() |
Административ үҙәге | Валмиерский край[d] |
Административ-территориаль берәмек | Валмиерский край[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Гауя[d] һәм Ратсупите[d] |
Геомәғлүмәттәр | Data:Latvia/Valmiera.map |
Ойошма ағзаһы | Union of the Baltic Cities[d][2] |
Халыҡ һаны | 22 376 кеше (1 ғинуар 2024)[3] |
Номиналь ЭТП | 476 254 000 €[4] |
Номинальный ВВП на душу населения | 20 846 €[5] |
Туғандаш ҡала | Халле[d], Хойе-Таструп[d], Марли[d], Псков, Сольна[d], Вильянди[d], Здуньская-Воля[d] һәм Олецко[d] |
Сиктәш | Буртниекский край[d], Беверинский край[d] һәм Коценский край[d] |
Майҙан |
19,36 км² (1 ғинуар 2025)[6], 18,68 км² (1 ғинуар 2025)[6] |
Почта индексы | LV-4201[7] һәм LV-4204[7] |
Рәсми сайт | valmiera.lv |
![]() | |
Һәйкәлдәр исемлеге | Cultural heritage monuments in Valmiera[d] |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1323 |
![]() |
Валмиера (лат.Valmiera, русса тарихи атамаһы Вольмар, нем. Wolmar) — Латвияла республика ҡарамағындағы ҡала.
Халҡы һаны — 23,4 мең кеше (2015).
Ҡала Гауя йылғаһы ярында, Риганан 100 км һәм Эстония сигенән 50 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Ҡаланың атамаһы Вольдемар (Владимир) исеменән барлыҡҡа килгән. Ҡала башта кемдең исемен йөрөткәнлеге тураһында бер нисә версия бар. Беренсе версия псков кенәзе Владимир менән бәйле, уны Рига епископы Альберт Идумеяла судья итеп тәғәйенләй. Икенсе версия Данияның короле Вальдемар тураһында һөйләй, ул күктән ебәрелгән байраҡ ярҙамында алышта еңеү яулай.
Быуаттар дауамында ҡаланың исеме документтарҙа төрлөсә яҙыла: Владимир, Володимер, Владимирец, Володимерец, Владимирец Ливонский, Wolmaria, Wolmahr, Waldemer, Wolmar һәм Вольмар. Мәҫәлән, Иван Грозный литва коменданты Александр Полубинскийға яҙған хатында ҡаланы «Владимир» тип атай (1577 йылда рус ғәскәренә ҡәлғәне тапшыра).
1491 йылдың 30 мартында ҡалала Вольмар килешеүе төҙөлә.
1819 йылдан алып 1949 йылға тиклем — Вольмар өйәҙенең административ үҙәге.
2015 йылдың 1 ғинуарына ҡарата үҙәк статистика идаралығы мәғлүмәттәре буйынса ҡала халҡының һаны 23 432 кеше тәшкил итә[8].
1989 һәм 2011 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса мәғлүмәттәргә ярашлы һәм 2015 йылдың башындағы баһа буйынса милли составы[9][10][11]:
милләте | кеше (1989) |
% | кеше (2011) |
% | кеше (2015) |
% |
---|---|---|---|---|---|---|
барыһы | 29190 | 100,00 % | 25130 | 100,00 % | 23432 | 100,00 % |
латыштар | 21771 | 74,58 % | 21026 | 83,67 % | 19541 | 83,39 % |
урыҫтар | 5435 | 18,62 % | 2908 | 11,57 % | 2685 | 11,46 % |
белорустар | 748 | 2,56 % | 415 | 1,65 % | 414 | 1,77 % |
поляктар | 264 | 0,90 % | 224 | 0,89 % | 219 | 0,93 % |
украиндар | 434 | 1,49 % | 193 | 0,77 % | 185 | 0,79 % |
литвалар | 123 | 0,42 % | 108 | 0,43 % | 107 | 0,46 % |
сиғандар | 105 | 0,36 % | 107 | 0,43 % | 75 | 0,32 % |
башҡалар | 310 | 1,06 % | 149 | 0,59 % | 206 | 0,88 % |
Рига — Лугажи тимер юлы линияһында Валмиера станцияһы
Төп юлы A3 Инчукалнс — Валмиера — Валка (Эстония сиге) ҡала эсенән үҙәген урап үтә. Ҡаланан төбәк юлдар P16 Валмиера — Матиши — Мазсалаца, P17 Валмиера — Руиена — эстон сиге (Угурини), P18 Валмиера — Смилтене һәм P20 Валмиера — Цесис — Драбеши китә
Баскетбол буйынса Латвия чемпионатында Валмиераны шул уҡ исемдәге команда күрһәтә