Варшава Килешеүе Ойошмаһы | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | 14 май 1955 |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | ОВД, WTO, 华约, 華約, ОВД, АВД, OTV, VMT һәм ՎՊԿ |
Кем хөрмәтенә аталған | Варшава килешеүе[d] |
Рәсми тел | урыҫ теле, Немец теле, поляк теле, Венгр теле, чех теле, Румын теле һәм Болгар теле |
Девиз тексы | Union of peace and socialism, Unió de pau i socialisme, Unie míru a socialismu, Союз мира и социализма һәм Union de paze e sociałismo |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Мәскәү, СССР |
Хеҙмәткәрҙәр | 7300 кеше |
Нигеҙендәге текст | Варшава килешеүе[d] |
Ҡулланылған тел | урыҫ теле, Немец теле, поляк теле, Венгр теле, чех теле, словак теле, Румын теле һәм Болгар теле |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1 июль 1991 |
Командир | Конев Иван Степанович, Гречко Андрей Антонович, Якубовский Иван Игнатьевич, Куликов Виктор Георгиевич һәм Лушев Пётр Георгиевич |
Ҡапма-ҡаршыһы | НАТО |
Варшава Килешеүе Ойошмаһы Викимилектә |
Варшава килешеүе (Дуҫлыҡ, теләктәшлек һәм үҙ-ара ярҙам тураһында килешеү) 1955 йылдың 14 майында ҡабул ителгән документ. Был документ Советтар Союзы етәкселегендә Европалағы социалистик илдәрҙең хәрби союзына (Варшава Килешеүе Ойошмаһы-Организации Варшавского договора ,ОВД), 36 йыл дауамында донъяла йәшәп килгән ике полюслы тәртипкә нигеҙ һала (биполярный мир). Был килешеү Германия Федератив Республикаһының НАТО-ға ҡушылыуына яуап итеп төҙөлә (союзниктар килешеүе буйынса, һуғыштан һуң Германия нейтраль статус һаҡларға тейеш була)[1][2][3][4][5][6][7][8][9][10].
Был килешеү 1955 йылдың 14 майында Варшавала үткән Европала тыныслыҡ һәм хәүефһеҙлек тәьмин итеү буйынса Европа дәүләттәре кәңәшмәһендә Албания Халыҡ Социалистик Республикаһы, Болгария Халыҡ Республикаһы, Венгрия Халыҡ Республикаһы, ГДР, Польша Халыҡ Республикаһы, Румыния Социалистик Республикаһы, СССР һәм Чехословакия етәкселәре тарафынан төҙөлә.
1985 йылда Варшава Килешеүе Ойошмаһы Хәрби Көстәрендә — 7 562 987 хеҙмәткәр, 1990 йылда — 6 960 700 хеҙмәткәр була.
Килешеү 1955 йылдың 5 июнендә көсөнә инә, 1985 йылдың 26 апрелендә элекке килешеүҙең ваҡыты үткәндән һуң, тағы 20 йылға оҙайтыла.
1989—1990 йылдарҙа Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәрендә коммунистик режимдар юҡҡа сыҡҡас, Варшава Килешеүе Ойошмаһын һаҡлап алып ҡалыу мөмкин булмай. 1991 йылдың 25 февралендә Варшава килешеүенә ингән илдәр хәрби берләшмәгә ингән берәмектәрҙе бөтөрөргә ҡарар итә, 1991 йылдың 1 июлендә Прагала был Килешеүҙе тулыһынса ғәмәлдән сығарыу тураһында Протоколға ҡул ҡуя[11].
Был ойошмаға һигеҙ социалистик ил ингән:
Республика | Хакимлыҡ итеүсе партия |
---|---|
СССР | Советтар Союзы Коммунистар партияһы (КПСС) (элек РСДРП, РСДРП(б), РКП(б), ВКП(б)) |
СРР | Румын Коммунистар партияһы рум. Partidul Comunist Român |
НРБ | Болгар Коммунистар партияһы болг. Българска комунистическа партия |
ПНР | Поляк Берләшкән эшселәр партияһы пол. Polska Zjednoczona Partia Robotnicza |
ГДР | Германия Социалистик берҙәм партияһы нем. Sozialistische Einheitspartei Deutschlands |
ЧССР | Чехословакия Коммунистар партияһы чех Komunistická strana Československa |
ВНР | Венгр Социалистик эшселәр партияһы ерская социалистическая рабочая партия мадьярса Magyar Szocialista Munkáspárt |
НСРА | Албан хеҙмәт партияһы алб. Partia e Punës e Shqipërisë (идеологик килешмәүсәнлек арҡаһында блоктан сыға (1961); формаль рәүештә 1968 йылдың сентябрендә — «Дунай» операцияһынан һуң — сыға) |
Килешеү преамбула һәм 11 статьянан тора. Килешеү шарттарына һәм Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы уставына яраҡлы, Варшава Килешеүе дәүләттәре халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә көс ҡулланыуҙан баш тартырға тейеш, ниндәй ҙә булһа дәүләт был килешеүгә ингән берәй дәүләткә һөжүм иткән хәлдә, килешеүгә ингән илдәр бар мөмкинлегенән сығып, союздашына ярҙам итергә, хатта хәрби көстәр ҡулланырға ла хоҡуҡлы була.
Варшавский договор (1954) Викикитапханала | |
Варшава Килешеүе Ойошмаһы Викимилектә | |
Варшава Килешеүе Ойошмаһы Викияңылыҡтарҙа |