Ватан-әсә | |
Нигеҙләү датаһы | 1959 |
---|---|
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Центральный район[d] |
Урын | Мамаев курган[d] |
Төп тема | Родина[d] |
Жанр | паблик-арт[d], аллегорическая скульптура[d] һәм военный мемориал[d] |
Булдырыусы | Евгений Викторович Вучетич[d] һәм Николай Никитин[d] |
В память о | Сталинград һуғышы |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | Бетон һәм трос[d] |
Һүрәтләнгән объект | ҡатын, ҡылыс һәм Родина-мать[d] |
Архитектор | Яков Борисович Белопольский[d] һәм Дёмин, Вениамин Алексеевич[d] |
Рәсми асылыу датаһы | 15 октябрь 1967 |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | список объектов культурного наследия: Центральный район (Волгоград)[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d] |
Бейеклеге/буйы | 85 метр һәм 2 метр |
Рәсми сайт | stalingrad-battle.ru |
Указания, как добраться | Мамаев курган, вершина |
![]() | |
![]() |
«Ватан-әсә саҡыра!» скульптураһы — Волгоградта Мамай ҡурғанында «Сталинград һуғышы Геройҙары» һәйкәл-ансамбленең композицион үҙәге. Донъялағы иң бейек статуяларҙың береһе, Рәсәй һәм Европалағы иң бейек статуя (постаментһыҙ — төҙөлгән мәленә һәм артабанғы 22 йыл дауамында донъялағы иң бейек статуя).
Монумент Магнитогорск ҡалаһында ҡуйылған «Тыл — фронтҡа» һәм Берлиндың Трептов паркындағы «Азат итеүсе яугир» монументтарын берләштереүсе триптихтың үҙәк өлөшө булып тора. Урал ярында ҡойолған ҡылыс Сталинградта Ватан-әсә тарафынан күтәрелеп, Бөйөк Еңеүҙән һуң Берлинда төшөрөлә, тип күҙаллана[1][2][3].
Скульптор Е. В. Вучетич һәм инженер Н. В. Никитиндың эше ҡулына ҡылыс күтәреп алға атлаған ҡатын-ҡыҙҙың бер нисә метрлыҡ фигураһынан ғибәрәт. Статуя дошман менән алышҡа барлыҡ улдарын саҡырған Ватандың аллегорик образы булып тора.
Монумент 1959 йылдың 15 октябрендә төҙөлә башлай һәм 1967 йылдың майында тамамлана. Төҙөү ваҡытында донъялағы иң бейек скульптура була. Һәйкәл-ансамблдең төп монументында реставрация эштәре ике тапҡыр үткәрелә: 1986 һәм 1972 йылда; 1972 йылда ҡылысы алмаштырыла.
Һынды скульптор диск ырғытыусы спортсы Нина Думбадзенан, ә йөҙөн — ҡатыны Веранан күсереп эшләүе ихтимал[4]. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, шулай уҡ скульптура өсөн Анастасия Антоновна Пешкова[5], Валентина Изотова йәки Екатерина Гребнева һын булып тороуы мөмкин. Шулай уҡ, фигуралар Париждағы Триумфаль аркалағы «Марсельеза» менән дә оҡшаш, һынға Ника Самофракийская статуяһы ла илһамландырған, тигән фекер йәшәй.
2010 йылдың октябрендә һәйкәлдең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса эштәр башлана[6].
Скульптураны төнөн прожекторҙар яҡтырта.
Скульптура тимер-бетондан яҙала. Барлығы 5500 тонна бетон һәм 2400 тонна металл конструкциялар (нигеҙенән башҡа) ҡулланыла.
Һәйкәлдең дөйөм бейеклеге — 85 метр (скульптура үҙе)[7], ҡуйылған плиталары менән бергә — 87 метр. Ул тәрәнлеге 16 метр булған бетон фундаментта ултыра. Ҡатын-ҡыҙҙың ҡылыстан тыш һыны бейеклеге — 52 метр[8]. Һәйкәлдең массаһы — 8 мең тоннанан артыҡ.
Һын 2 метр бейеклектәге плитала тора, улар төп нигеҙгә урынлаштырылған. 16 метр бейеклектәге нигеҙ ул күренмәй ҙә тиерлек, сөнки уның ҙур өлөшө — ер аҫтында.
Скульптура ҡыуыш. Ул, биналағы бүлмәләр кеүек, айырым ячейка-камераларҙан тора. Тимер-бетон стеналарҙың ҡалынлығы — 25-30 сантиметр. Каркасты 117 трос тотоп тора.
33 метр оҙонлоҡтағы тутыҡмай торған ҡоростан яһалған 14 тонналыҡ ҡылыс титан менән йөҙләнгән. Ҙур ауырлыҡ һәм ел булғанда һелкенеп, уның ҡулға нығытылған урыныа ҙур көсөргәнеш тыуҙыра. Шулай уҡ титан листарының урынынан шылыуы ла көслө тауыш сығара. Шуға күрә 1972 йылда уны тулыһынса ҡоростан торған ҡылысҡа алмаштыралар. Уның өҫкө өлөшөндә, ел көсөн кәметеү маҡсатында тишектәр эшләнелә[9]. 1986 йылда тимер конструкциялар Р. Л. Серых етәкселегендәге НИИЖБ эксперттар төркөмө күрһәтмәһе буйынса нығытыла.
1965 йылдың мартында СССР Госстройы скульптура нигеҙе торған балсыҡ ҡатламдарының Оло Иҙелгә табан шыуыуына юл ҡуймау өсөн, уны нығытырға ҡуша. 2013 йылда архитектор Владимир Церковников мәҙәниәт министры Владимир Мединскийға хәүеф хаҡында белдереп асыҡ ебәрә. Музей комплексы директоры Александр Васин был хәүефтәрҙе кире ҡаға[10].