Велинград | |
Байраҡ | Герб |
Нигеҙләү датаһы | 28 ғинуар 1948 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Лъджене, Велинград[1] һәм Velingrad[1] |
Кем хөрмәтенә аталған | Вела Пеева[d] |
Дәүләт | Болгария |
Административ үҙәге | Велинград[d] |
Административ-территориаль берәмек | Велинград[d][1] |
Сәғәт бүлкәте | DAZD[d], UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d] |
Халыҡ һаны |
24 087 кеше (15 март 2024)[2], 25 283 кеше (15 март 2024)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 777 метр |
Нимә менән тоташа | Узкоколейная железная дорога Септември — Добриниште[d] |
Майҙан | 124,955 км² |
Почта индексы | 4600 |
Рәсми сайт | m.velingrad.bg |
Яуаплы | Проект:Болгария[d][1] |
Категория для почётных граждан субъекта | Категория:Почётные граждане Велинграда[d] |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Velingrad[d] |
Велинград Викимилектә |
Велинград (болг. Велинград) — Болгарияның Пазарджик өлкәһендәге ҡала. Велинград общинаһының административ үҙәге. Ҡала ҙурлығы буйынса өлкәлә икенсе урынды биләй. Халҡы — ошо ысын адресы буйынса 24 518 кеше (15.03.2016)[3].Туғандаш ҡалаһы — Беларусь Республикаһының Свислочь ҡалаһы.
Велинград ҡалаһы Пазарджик өлкәһенең көньяҡ өлөшөндә, Чепин соҡоронда (Родопы Көнбайыш Родопы) урынлашҡан. Майҙаны − 124,955 квадрат километр.
1948 йылда Каменица, Чепино һәм Лыджене (болг.: Лъджен) ауылдары ҡушылыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән, 1944 йылда коммунист, партизан Вела Пеева һәләк булғас, уның исеме менән аталған.
Климаты — альп климаты. Ҡыҫҡа, сағыштырмаса, һалҡын йәй, йомшаҡ оҙон ҡыш. Йыл әйләнәһенә 150 көн ҡар япмаһы ята. Йыллыҡ уртаса температура — 9 ° с. Уртаса һауа дымлылығы — 75 процент. Атмосфера баҫымы — 693 мм.
Һыу ресурстары мул: күлдәр, йылғалар, шишмәләр күп. Термоконстантлы Клептуза[bg] уникаль карст күле бар. Клептуза карст сығанағы секундына 600—1200 литр һыу сығара[4]. Уның янында ике яһалма күл, улар янында пляж һәм ял итеү зоналары булдырылған.
Велинград курорт-ҡала, Болгарияның бальнеологик үҙәге — Балҡан ярымутрауының СПА баш ҡалаһы. Шифаханалар, реабилитация үҙәктәре, ҡунаҡхана, СПА бар. Флораһы һәм фаунаһы бик бай. Ял итеү үҙәге һәм ҡунаҡхана әүҙем төҙөлә. Инфраструктураһы үҫешкән. Ҡала эргәһендә генә Юндола саңғы курорты бар.
|