Венгрия гербы

Венгрия гербы

Детали
Раҫланған

1990 йылдың 3 июлендә [1]

Корона

Изге Стефан коронаһы

Венгрия гербы  — икегә бүленгән ҡалҡан; ҡалҡандың геральдика буйынса уң (күҙәтеүсегә һул) яғы ете тапҡыр ҡыҙыл һәм көмөш төҫтәргә бүленгән; ҡалҡандың һул яғында ҡыҙыл фонда остары айырсалы көмөш патриарх тәреһе өс түбәле йәшел тауҙың өҫтөндәге алтын тажға ҡуйылған. Ҡалҡандың өҫтөндә Изге Стефан тажы.

IX һәм X быуатта киң таралған хайуандар (грифон, бүре һ.б.) төшөрөлгән геральдика мотивтары венгр иконографияһы һәм геральдик символдары өсөн һирәк күренеш. Ләкин ҡарсыға, йәки турул (мадьярса  Turul), шаманлыҡ төшөнсәләре буйынса тормош ағасында ултыра, ер, ер аҫтын һәм күкте тоташтыра тип иҫәпләнгән, шуға күрә венгр хакимдәренең атрибуты булып оҙаҡ ваҡыт һаҡлана[2].

Арпад һыҙыҡтары
Полосы Арпадов (венг.)баш. геральдика һәм вексиллологик комбинацияла ; IX быуат аҙағынан 1301 йылға тиклем хаким иткән венгрҙарҙың Арпадтар династияһы хөрмәтенә ҡушылған исем. XIII быуаттан башлап, «Арпад һыҙыҡтары» венгр геральдикаһында даими ҡулланыла, мәҫәлән, дәүләт гербтарында. Хәҙерге осорҙа улар Венгрия гербының уң (күҙәтеүсе өсөн һул) яғында урынлашҡан.
Ике ҡатлы тәре (1000/1001 йылдарҙан һуң)
Венгр гербының тағы бер боронғо өлөшө- ике ҡатлы тәре. Уны, Рим папаһы Сильвестр II 997 йылдан башлап кенәз булып торған Изге Иштванға биргән тип иҫәпләнә. Рим папаһы Сильвестр II ебәргән легат Астрик 1000 (йәки 1001) йылда кенәз Иштванды тәхеткә ултырта. Иштван Беренсе Венгрияның короле һәм апостолы тип иғлан ителә, 1038 йылға хәтле хакимлыҡ иткән королгә 10 епархияла король һәм дини етәксе хоҡуғы, шулай уҡ динде ирекле таратыу һәм Венгрияла сиркәү менән автоном рәүештә етәкселек итеү мөмкинлеге бирелә. Ошо арҡала ил папа ҡулы аҫтына эләкмәй ҡала. Ул осорҙағы гербтың һүрәте һаҡланмаған.
Король св. Иштван I (1001—1038). Chronicon Pictum (венг.)баш., 1360.[3]
Король св. Иштван I (1001—1038). Chronicon Pictum (венг.)баш., 1360.[3]
Венгрия Халыҡ Республикаһының 1949 — 1957 йылдарҙағы гербы

1949—1957 йылдарҙа, Венгрия Халыҡ Республикаһы иғлан ителгәс (20.08. 1949), СССР гербына оҡшатып эшләнгән герб раҫлана. 1949 йылғы Конституция буйынса, зәңгәр ерлектә башаҡтар менән уратып алынған алтын төҫөндәге ураҡ менән сүкеш, гербтың өҫкө өлөшөндә ҡыҙыл йондоҙ, унан алтын нурҙар тарала, башаҡтар түбәнге өлөшөндә милли төҫтәрҙәге таҫмалар менән биҙәлгән.

[4]

Венгрия Халыҡ Республикаһының 1957 — 1989 йылдарҙағы гербы

1957—1989 йылдарҙа 1957 йылдың 15 майындағы күтәрелеш баҫтырылғас , 1957 йылдың 1 октябрендә идеология яғынан нейтраль герб раҫлана, унда ураҡ менән сүкеш милли флаг төҫөндәге геральдик ҡалҡанға алмаштырыла.

[5] (автор Ш. Легради)