Венгрия гражданлығы | |
Дәүләт | Венгрия |
---|
Венгрия гражданлығы (Magyar állampolgárság) — кешенең Венгрия менән тотороҡло хоҡуҡи бәйләнеше, унда ике яҡтың үҙ-ара хоҡуҡтары һәм бурыстарының барыһы ла сағыла.
Венгрияла гражданлык тураһындағы закон jus sanguinis (ҡан хоҡуғы) принциптарына нигеҙләнә. Ата-әсә венгр булған осраҡта йәки натуралләштереү (сит ил кешеһенә гражданлыҡ хоҡуғы биреү йәки сит дәүләт гражданлығын ҡабул итеү) буйынса ғына Венгрия гражданлығы бирелә. Әгәр Венгрияла йәшәгән һәм сит ил граждандары булған ата-әсәнең балаһы тыуһа, уға венгр гражданлығы бирелмәй. Шулай уҡ Венгрияның һәр гражданины Европа Берлеге гражданины ла булып тора.
Әлеге ваҡытта Венгрияла ҡулланылған гражданлыҡ тураһындағы закон 1993 йылда ҡабул ителгән. Был датаға тиклем Венгрия гражданлығын алыу йәки юғалтыу ҡағиҙәләренең төрлөсә булыуы ихтимал. Венгрия гражданлығы тураһында 2011 йылдың ғинуарында ҡабул ителгән яңы законға ярашлы, 1920 йылға тиклем йәки 1941 йылдан 1945 йылға тиклемге осорҙа Венгрия гражданины булған, йәки Венгрия гражданины булған кешенең вариҫы булған һәр шәхес, хатта Венгрияла йәшәмәүенә ҡарамаҫтан, Венгрия гражданлығын алыу өсөн ғариза бирә ала. 2015 йылдың авгусына тиклем был йәһәттән 750 000-дән ашыу ғариза бирелә, һәм 700 000-дән ашыу кеше гражданлыҡ тураһындағы яңы законға ярашлы Венгрия гражданины булып китә. Был кешеләр башлыса Трансильванияла (Румыния, 300 000 кеше), Воеводинала (Сербия, 130 000 кеше) һәм Украинала (120 000 кеше) йәшәй[1].
Венгрия законы ике илдең гражданины булыуҙы рөхсәт итә[2].
Атаһы йәки әсәһе Венгрия гражданины булһа, бала тыуғас та Венгрия гражданины тип таныла. Ҡайһы урында тыуыуы бөтөнләй иҫәпкә алынмай.
Сит ил кешеләренең Венгрияла балаһы тыуһа, уға венгр гражданлығы бирелмәй, тик бөтөнлөй бер ниндәй илдең дә гражданины булмаған осраҡта ғына Венгрия гражданины булып китә.
Балиғ булмаған баланы Венгрия граждандары уллыҡҡа алһа, ҡағиҙә булараҡ, уға Венгрия гражданлығын бирелеүе ихтимал.
Шәхестең түбәндәге талаптар нигеҙендә Венгрия гражданины булараҡ натуралләштерелеүе мөмкин:
Түбәндәге шәхестәргә Венгрияла йәшәү 3 йылға тиклем ҡыҫҡартыла:
Венгрияла гражданлыҡ тураһында 2011 йылда ҡабул ителгән закон, әгәр улар венгр телен белеүҙәрен һәм сығыштары менән, ысынлап та, венгр булыуҙарын иҫбатлдай алһалар, бөтә этник венгрҙарға ла ябайлаштырылған натурләштереүҙе ҡулланырға рөхсәт итә.[3][4].
5 йыл дауамында Венгрияла йәшәү талап ителгән категорияға түбәндәге талаптарҙың береһе генә булһа ла тап килергә тейеш:
65 йәштән өлкәнерәк һәм венгр теле дипломдары булған (Венгрия учреждениеларының береһенең) һәләттәре сикләнгән дәғүәселәр конституцияны өйрәнеүҙән азат ителә.
Ил биләмәһендә үҙҙәренең вәкиллектәрен теркәгән инвесторҙар өсөн Венгрияла йәшәүгә паспорт алыу өсөн программа булдырылған.
Венгр граждандарына виза алыуҙа төп талап — башҡа дәүләт властары сит ил граждандарын индереүгә ҡуйған административ сикләүҙәр. 167 илдәре һәм территориялары визаһыҙ инеүгә йәки 2017 йылда венгрҙар 167 илгә визаһыҙ инә алды. Ә Венгр паспорты виза сикләүҙәре индексына ярашлы донъяла 10-сы урынды биләй[5].
Венгерия граждандары шулай уҡ Европа Берлеге граждандары булып та иҫәпләнә, һәм Европа буйлап ирекле йөрөй ала һәм Европа парламентына һайлауҙарҙа ҡатнаша ала.