Григоре Виеру | |||
Grigore Vieru | |||
Тыуған көнө: | |||
---|---|---|---|
Тыуған урыны: |
Румыния короллеге, Бессарабия, Хотин өйәҙе Перерыта ауылы | ||
Вафат булған көнө: | |||
Вафат булған урыны: |
Кишинёв, Республика Молдова | ||
Гражданлығы: | |||
Эшмәкәрлеге: |
Шағир | ||
Ижад йылдары: |
1957—2009 | ||
Йүнәлеше: |
лирика, балалар өсөн шиғырҙар | ||
Әҫәрҙәре яҙылған тел: |
молдаван, рус | ||
Дебют: |
1957 | ||
Премиялары: |
Б. Главан ис. Молдавия комсомолы премияһы (1967) һ.б. | ||
Наградалары: |
| ||
Григоре Виеру (рум. Grigore Vieru; 14 февраль 1935 йыл — 18 ғинуар 2009 йыл) — СССР һәм Молдова шағиры. Молдова Яҙыусылар союзы ағзаһы. Молдавия комсомолының Борис Главан исемендәге республика премияһы лауреаты (1967).
Григоре Виеру 1935 йылдың 14 февралендә Бессарабияның Хотин өйәҙе Перерыта ауылында (хәҙер Молдова Республикаһы Бричан районы) Павел һәм Евдокия Виеру ғаиләһендә тыуған. Ғаиләлә берҙән-бер бала була.
Тыуған ауылында ете класс тамамлай һәм артабан белемен Липканы ҡалаһында икенсе урта мәктәбендә дауам итә.
1958 йылда Иона Крянгэ исемендәге Кишинев дәүләт педагогия институтының тарих һәм филология факультетын тамамлай. Студент сағында, 1957 йылда «Alarmă» (балалар өсөн шиғырҙар «Шом») исемле беренсе китабы сыға. Шул уҡ йылда «Ленин осҡоно» гәзите мөхәррире вазифаһында эш башлай.
1959 йылдың 8 июнендә Раиса Накуға өйләнә. 1960 йылдың 16 июнендә Григоре Виеруның улы тыуа, уға Теодор исемен ҡушалар.
«Молдаван китабы» нәшриәтендә мөхәррир булып эшләй, бында уның балалар өсөн ике шиғырҙар йыйынтығы сыға — «Făt-Frumos curcubelul» һәм «Bună ziua, fulgilor!». 1963 йылда балалар өсөн шиғырҙар йыйынтығы « Mulţumim pentru pace» («Тыныслыҡ өсөн рәхмәт») һәм шиғырҙар, йырҙар, әкиәттәр йыйынтығы — «Făguraşi» нәшер ителә. 1965 йылдың 19 июнендә Григоре Виеру ғаиләһендә икенсе улдары Кэлин тыуа, ә 1967 йылда ул Молдавия комсомолының Борис Главан исемендәге республика премияһы менән бүләкләнә.1968 йылда рус телендә «Һинең исемең» («Исеме твое») шиғырҙар йыйынтығы сыға. Был китапты республика әҙәби тәңҡитселәре юғары баһалай.
1973 йылда Г. Виеру совет яҙыусылары делегацияһы составында Румынияға бара, «Secolul XX» («XX быуат») румын гәзите мөхәррирҙәре менән осраша. Һуңынан «Әсәй» исемле (шиғырҙар, 1975), мәктәпкәсә йәштәге бала өсөн «Albinuţa» («Бал ҡорто») (1980), «Fiindcă iubesc» («Сөнки яратам») (шиғырҙар, 1979) китаптары сыға.
1984 йылда «Мелодия» фирмаһы «Дискоклуб» серияһында Виеру шиғырҙарына Сильвия Кирияк, София Ротару, Штефан Петраке, Анастасия Лазарюк башҡарыуындағы Анатолий Кирияк йырҙар йыйынтығын сығара. Григоре Виеру шиғырҙарына («Adio», «Amor», «Молодость-цветок», «Песня о моей жизни», «Нежная мелодия», «Романтика»") йырҙарҙы София Ротару башҡарҙы[1].
Күп кенә молдаван композиторҙары Григоре Виеру шиғриәтенән илһам алған:
Шағир үҙе йыр көйҙәре авторы була («Să creşti mare»), «Poftim de intraţi») һәм уның «Cine credе» йырҙар йыйынтығы сыға. Яҙыусының башҡа шиғырҙары ла йырға һалына — «Павлик Морозов: ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге галстук» (Pavlik Morozov: Cravata lui cea purpurie…), «Гүзәл Молдова» (Moldovă frumoasă), «Беҙ колхозда йәшәйбеҙ» (Noi vom trăi în comuna, Злата Ткач музыкаһы), «Ҡыҙыл Октябрь» (Octombrie cel roşu, Злата Ткач музыкаһы), «Беҙҙең флаг» (Steagul nostru, Валерий Ротару музыкаһы), «Пионерҙар килә» (Trec pionerii, Павел Ривилис музыкаһы)[2][3].
80-се йылдар аҙағында Румыния һәм Молдавияны берләштереү Хәрәҡәтенең иң актив ҡатнашыусыларының береһе була. 1989 йылда Молдавия ССР-ның халыҡ депутаты итеп һайлана. Кишиневта күп һанлы патриотик митингтарҙа ҡатнаша.
2001 йылдан һуң хакимлыҡ иткән Коммунистар партияһына оппозицияла була[4].
2009 йылдың 15 ғинуарынан 16-на ҡараған төндә Басарабяска — Кишинев трассаһында Яловен районы Дэнчень ауылынан алыҫ түгел ерҙә автомобиль аварияһына эләгә. Виеру үҙе пассажир була, руль артында Милли академия халыҡ бейеүе «Жок» ансамбленең директор урынбаҫары Георгий Мунтяну була. Кишинев ҡалаһы полицияһы авария сәбәбе тиҙлекте арттырыуҙа һәм машина йөрөтөүсенең арығанлығында тип белдерҙе[5][6].
Григоре Виеру Кишинев ҡалаһы «Ашығыс ярҙам» машинаһында больницаға алып киләләр, бында ул төндә — 2009 йылдың 18 ғинуарында сәғәт 1:20 вафат була[7]. 2009 йылдың 20 ғинуары шағирҙың үлеме айҡанлы Молдавияла Матәм көнө тип иғлан ителә[8].
Кишиневта Үҙәк (Әрмән) зыяратында ерләнгән[9].
Кишиневта шағир исеме проспектҡа бирелгән һәм Классиктар аллеяһында уға бюст ҡуйылған. 2010 йылдың 31 авгусында шағир хөрмәтенә бюст шулай уҡ Страшеналарҙа ла ҡуйыла. Г. Виеруға һәйкәл Бухареста Херестрэу паркында ла урынлаштырылған.