АвтоВикиБраузер, АВБ (ингл. AutoWikiBrowser, AWB) — Викимедиа ҡоралы, ҡулайлама. Википедияла төҙәтеүҙәрҙе тиҙ эшләү өсөн файҙаланыла. Тулы мәғлүмәтте РуВикилағы аңлатмала, йәки бында уҡығыҙ.
- АвтоВикиБраузерҙы файҙаланыу өсөн тәүге әҙерлек
- АвтоВикиБраузер программаһын компьютерығыҙға (ноутбукка) тейәгеҙ.
- Башҡорт Википедияһы хакимдарынан иҫәп яҙмағыҙҙы махсус рөхсәт исемлегенә теркәүҙе һорағыҙ.
- Шәхси көйләүҙәрегеҙҙә Ике факторлы теркәлеү (Двухфакторная аутентификация:) ысулын тоҡандырығыҙ һәм танылыу яһағыҙ.
- АвтоВикиБраузерға инегеҙ:
- Программаның Options → Preferences → Site тәҙрәсегендә Project: wikipedia Language: ba шартынын тоҡандырығыҙ.
- Ике факторлы теркәлеү ысулын тоҡандырған ваҡытта яһалған робот серһүҙе (ҡыҫҡаһы) һәм үҙегеҙҙең БашВикилағы иҫәп яҙмағыҙҙы ҡулланып File → Log in/Profile.. режимы аша программа өсөн иҫәп яҙмаһы булдырығыҙ. Һәр ингән һайын логин+серһүҙ йыймаҫ өсөн Save this account һәм Save password шартын тоҡандырығыҙ.
- АвтоВикиБраузер-ҙы уңышлы файҙаланыу өсөн РуВикилағы ҡулланма йәки бындағы күрһәтмәләр менән танышығыҙ.
- АвтоВикиБраузерҙы файҙаланыу өсөн һәр ингән һайын
- Программаның Options → Preferences → Site тәҙрәсегендә Project: wikipedia Language: ba шартынын тоҡандырығыҙ.
- Тәүге әҙерлектә төҙөлгән иҫәп яҙмаһын File → Log in/Profile.. режимы аша тоҡандырығыҙ.