Википедия:Аныҡһыҙ һүҙҙәр һәм ғибәрәләр ҡулланмағыҙ

 Ҡалып:Эссе

Аныҡһыҙ һүҙҙәр һәм ғибәрәләр — әйтелгәнде раҫлаған кеүек булһа ла, тикшерелә алған сығанаҡтарға һылтанмаған йәки аныҡһыҙ булған, аныҡ һан урынына мәҫәлән, «бер нисә» тип кенә кителгән һүҙҙәр һәм ғибәрәләр ул. Улар фразаға йәки һөйләмгә абруйлы фекер төҫө бирә, әммә уҡыусыға был фекер алынған сығанаҡтың абруйлылығын баһалау мөмкинлеген бирмәй. Әгәр раҫламаны аныҡһыҙ һүҙ-ғибәрәләрһеҙ биреп булмаһа, ул нейтраль ҡарашты боҙа; был раҫламаның сығанағы табылырға йә ул юйҙырылырға тейеш. Раҫламаны аныҡһыҙ ғибәрәләр менән биреү уның нейтраллегенә зыян килтерә, уларҙы ҡулланмау фекерҙе яҡшыраҡ формалаштырырға мөмкинлек бирә.

Мәҫәлән, «Мәскәү — донъялағы иң яҡшы ҡала» тигән раҫлама субъектив булып тора. Аныҡһыҙ ғибәрә ҡулланыу нейтраль ҡараш иллюзияһын ғына бирә: «Ҡайһы берәүҙәр әйтеүенсә, Мәскәү — донъялағы иң яҡшы ҡала».

Бындай раҫлама, хатта логик йәһәттән дөрөҫ булған хәлдә лә (сөнки, ысынлап та, ҡайһы берәүҙәр әйтеүенсә, Мәскәү — донъялағы иң яҡшы ҡала), мәғлүмәтле түгел:

  • Кем шулай тип һанай? Был абруйлы серле кешеләр кем ул?
  • Ҡасан улар быны әйткән? XV быуаттамы, Имеприя заманындамы, әллә 1 апрелдәме?
  • Ҡайһы берәүҙәр — ғөмүмән, нисә кеше? Етәүҙең өсөһөмө? Бер миллиондан унаумы?
  • Ниндәй кешеләр әйткән? Тарихсылармы, сит илдәрҙең илселәреме, әллә әҙәби персонаждармы?
  • Ҡайҙан ул был ҡайһы берәүҙәр? Уларҙы нимә берләштерә, улар ниндәй серле берләшмәгә инә?
  • Улар ни тиклем субъектив? Улар Мәскәү архитекторҙарымы, «„Азатлыҡ“ радиоһы»мы?
  • Ғөмүмән, ниңә тап уларҙың фекере ниндәйҙер ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған?

Аныҡһыҙ ғибәрәләр, ғәҙәттә, нейтраль ҡарашты тәьмин итмәй, әммә шәхси фекергә, имеш-мимешкә йәки өгөт-нәсихәткә ҡорма булып хеҙмәт итә ала. Һәр бер уҡыусы был раҫламаларҙың бик шыйыҡ нигеҙгә ҡоролғанлығын шәйләй ала. Был энциклопедия кеүек абруйлы текст өсөн айырыуса хәүефле булып тора. Шуға бирелгән фекерҙе аноним сығанаҡтарға йәбештергәнсе, уны әйткән кешенең исемен яҙыу күпкә яҡшыраҡ.

Был эссе ҡағиҙә түгел — әммә Википедияла ҡатнашыусылар уның дөрөҫлөгөн инҡар иткәнгә түгел, ә эссеның ВП:Тикшерелеүсәнлек, ВП:Нейтраль ҡараш, ВП:Абруйлы сығанаҡтар ҡағиҙәләрен аңлатҡаны өсөн генә. Йыш ҡына аныҡһыҙлыҡ тексты «өсөнсө ҡулдар аша» яҙғанда — йә сығанаҡты күрһәтмәгәндә, ҡатнашыусының нимәнелер ҡайҙалыр ишеткәне буйынса ғына яҙғанында, йә сығанаҡ бар, әммә абруйлылығы шикле: мәҫәлән, күңел асыу сайты төрлө сайттар бер-береһенән ҡат-ҡат күсереп яҙған яңылыҡты ҡабат күсереп яҙа һәм, мәҫәлән, «Америка ғалимдарының» (ниндәй? ҡайҙа?) ниндәйҙер ҡыҙыҡлы асыш яһағанын хәбәр итә. Бындай осраҡта хәбәрҙең төп нөсхәһен (ул башҡортса йә русса булмаһа ла) йә берәй абруйлы сайттағы тәржемәһен табып һылтаныу дөрөҫөрәк булыр.

Әммә башҡа осраҡтар ҙа була: мәҫәлән, иҡтисад фәндәре докторы, профессор былай тип яҙа: «Иҡтисадсылар араһында өҫтөнлөк иткән теорияға ярашлы...» — бындай раҫламаларҙы аныҡларға була, әммә мотлаҡ түгел. Шулай ҙа авторға нейтралһеҙлек хаслығы билдәле булһа һәм уның ниндәй осор тураһында яҙғаны асыҡ аңлашылып торһа, аныҡлыҡ индерергә мөмкин. Мәҫәлән, «Сәйәсмән һәм иҡтисадсы профессор И. И. Иванов белдереүенсә, иҡтисадсылар араһында ...» тип аныҡлыҡ индерергә кәрәк.

  • «Эксперттар / ябай файҙаланыусылар / Британия ғалимдары раҫлауынса, ...»
  • «Илдең төп программистары тәҡдим итә / хуплай / маҡтай...»
  • «Раҫлауҙарынса, ...»
  • «Хәбәр ителеүенсә, ...»
  • «Дөйөм танылғанынса, ...»
  • «Һаналыуынса, ...»
  • «Медицина белдереүенсә, ...», «Тарих иҫбатлай...» йәки «...фәндәр тәнҡитләй» кеүек антропоморфизмдар
  • «Уның ҡыҙыҡлы ролдәре...»
  • «Статистика буйынса...»
  • «Проектты күптәр тәнҡитләй...»
  • «... тураһында фекерҙәр яңғырай»
  • «Хөкүмәттең эше ... сәбәпле ҡырҡа тәнҡитләнә»
  • «... һөҙөмтәһендә экспертар берләшмәһенең юғары баһаһы алынған»
  • «... тигән фекер бар»

Башҡа етешһеҙлектәр

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Аныҡһыҙ һүҙҙәр һәм ғибәрәләр нейтраль ҡараш иллюзияһын тыуҙырып ҡына ҡалмай, уларҙың башҡа етешһеҙлектәре лә бар:

  • Күп һүҙлелек. Аныҡһыҙ һүҙҙәр һәм ғибәрәләр мәғлүмәт өҫтәмәйенсә һөйләмде оҙонайта.
  • Пассив (төшөм йүнәлеше). Субъекттың (ғәмәлде башҡарыусының) эш-хәрәкәт объектына мөнәсәбәте күрһәтелмәй.
  • Күренеп тороуынса, билдәле булыуынса. Бындай һүҙҙәрҙе ҡулланыу хәбәргә бер ниндәй ҙә аныҡлыҡ өҫтәмәй.
  • Бик аҙҙар, ҡайһы берәүҙәр, күптәр, күпселек, бөтәһе лә. Википедия мәҡәләләрендә бындай һүҙҙәрҙе ҡулланыу тәҡдим ителмәй.
  • Ҡабатлауҙар. Мәҡәләлә аныҡһыҙ һүҙҙәр ҡулланыу мәҡәләгә зыян ғына килтерә, мәҫәлән, «Ҡайһы берәүҙәр […] менән риза. Икенселәр […] тип иҫәпләй. Ә ҡайһы берәүҙәр […] тип уйлай». Был насар стиль.
  • Ваҡыт. Ҡайһы бер мәҡәләләрҙә «әлеге ваҡытта», «күптән түгел», «үткән быуатта», «киләсәктә», «былтыр» кеүек һүҙҙәр аңлайышһыҙлыҡ тыуҙыра. «Бөгөн» тип яҙыу ҙа дөрөҫ түгел, сөнки Википедияла һәр көн бөгөн.
  • Урын. Мәҡәлә объектының урынын күрһәтеү мотлаҡ. Википедияны һеҙҙең ҡала халҡы ғына түгел, бөтә бөтә донъя вәкилдәре ҡуллана. «Ватан», «республика» йәки «сит ил» тигән һүҙҙәр ҙә аныҡлыҡ өҫтәмәй, сөнки Википедияны уҡыусылар бөтәһе лә бер ил йә төбәк кешеһе түгел.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

[сығанаҡты үҙгәртеү]
  • {{уточнить}},
  • {{нет АИ}},
  • {{стиль статьи}}