Был бит — Башҡорт Википедияһының ҡағиҙәһенән. |
Википедия — энциклопедия төҙөү проекты, ә ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса клубтар берләшмәһе түгел. Проектта ҡатнашыусылар — авторҙар коллективы ағзалары, шуға уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәре берлектәге проекттағы эшкә ҡамасауларға тейеш түгел. Википедияла фекер алышыуҙар, хатта ҡатнашыусыларҙың үҙ-ара хәбәрләшеүе лә, бер генә маҡсатҡа – энциклопедик мәҡәләләрҙе яҡшыртыуға хеҙмәт итергә тейеш. Шунлыҡтан шәхестәргә күсеү Википедияның асылына ҡаршы килә. Ҡатнашыусылар бер-береһен оҡшатмаҫҡа мөмкин, ләкин был хистәр Википедия биттәрендә сағылмаһын.
Һис ниндәй шарттарҙа ла Википедия ҡатнашыусыларына ҡарата шәхсән һөжүмдәргә күсмәгеҙ. Авторҙарҙы түгел, ә мәҡәләләрҙең йөкмәткеһен тикшерегеҙ, дәлилле һөйләшергә тырышығыҙ. Шәхси кәмһетеүҙәр һәм янауҙар бер нисек тә ҡарашығыҙҙы яҡларға ярҙам итмәҫ — улар тик Википедия берләшмәһенә зыян килтерә һәм башҡа ҡатнашыусыларға юғары сифатлы энциклопедия булдырыу өҫтөндә эшләргә ҡамасаулай.
Һәр ҡатнашыусы, мөмкинлектәренә ҡарап, Википедия берләшмәһендә уңайлы психологик климат булдырырға һәм уны һаҡларға тырышырға тейеш. Ҡатнашыусыларҙың ҡайһыһына булһа ла шәхсән һөжүмдәр, уның элекке тәртибе нисек булыуына ҡарамаҫтан, берләшмә асылына ҡаршы килә.
Шуны онотмағыҙ: һәр бер Интернет ҡулланыусы фекер алышыу биттәрендә барған бәхәскә ҡушылырға хоҡуҡлы. Википедияла эшләгәндә һәр ҡатнашыусының тәртибе ҡатнашыусының шәхесенә мисәт һала һәм тотош Википедияның абруйына кире йоғонто яһай. Алсаҡ булығыҙ, һәр ваҡыт тыныс булығыҙ һәм дәрәжәгеҙҙе һаҡлағыҙ. Шулай уҡ төҙәтеүҙәрегеҙҙе тасуирлағанда тупаҫ, рәнйеткес репликалар ҡулланмағыҙ — биттәге текстан айырмалы, был тасуирламаларҙы хаким ярҙамынан тыш юйҙырыу мөмкин түгеллеген онотмағыҙ.
Кәмһеткес һүҙҙәр ҡатнашыусы менән тура аралашҡандамы йә башҡа ситуацияла әйтеләме – мөһим түгел. Шулай уҡ кәмһетелгән ҡатнашыусы исеме менән атап әйтеләме йә контекста күҙҙә тотоламы – быныһы ла мөһим түгел.
Фекер алышыуҙа тотош хурлауҙан торған теләһә ҡайһы реплики ҡатнашыусыларҙың ҡайһыһы тарафынан да юйҙырыла ала, тик: Шәхесте кәмһетеүҙәр. Юйҙырылды тигән билдә ҡалдырырға кәрәк.
Өлөшләтә кәмһетеүҙәрҙән торған репликалар ҡатнашыусыларҙың ҡайһыһы тарафынан булһа ла кәмһетеүле өлөшөн юйҙырып мөхәррирләнә ала; тик: Шәхесте кәмһетеүҙәр. Текст үҙгәртелде тигән билдә ҡалдырырға кәрәк.
Башҡа ҡатнашыусыларға бер ваҡытта ла янамағыҙ:
Бындай янауҙар[2] яһаған ҡатнашыусы кисекмәҫтән оҙайлы мөҙҙәткә йә мөҙҙәтһеҙ, иҫкәртеп йә алдан фекер алышмайынса бикләп ҡуйыла ала.
Википедияла ялғанлау боҙоп күрһәтеү ҙә ҡағиҙәләрҙе етди боҙоу тип һанала, атап әйткәндә: