Ҡыҫҡаса: Википедияны үҙегеҙҙең йә башҡа кешеләрҙең, компанияларҙың йәки берләшмәләрҙең мәнфәғәтендә мөхәррирләмәгеҙ, быны Википедия мәнфәғәттәрендә генә эшләргә мөмкин. |
Википедияла мәнфәғәттәр бәрелеше (МБ) тигәндә уның нейтраль һәм тикшерелеүсәнэстәлекле энциклопедия булдырыу маҡсаты менән уның аныҡ бер авторының маҡсаттары араһындағы тап килешмәүҙе аңлайҙар.
МБ Википедияға шәхси мәнфәғәтте йә башҡа кешеләрҙең, компанияларҙың, төркөмдәрҙең мәнфәғәтен күҙәткән төҙәтеүҙәр индереүҙән ғибәрәт. Текст авторы йә мөхәррире, сит мәнфәғәтте яҡлап, Википедия мәнфәғәтенән баш тартһа, мәнфәғәттәр бәрелеше урын ала.
Мәнфәғәттәр бәрелеше күҙәтелгән мәҡәләләрҙе мөхәррирләүҙе туҡтатып торорға тәҡдим ителә. Әгәр бындай хәлдә индерелгән төҙәтеүҙәр Википедия ҡағиҙәләрен, мәҫәлән, нейтраль ҡараш тураһында, Википедия:Википедия нимә түгел һәм Википедия:Әһәмиәтлелек кеүек ҡағиҙәләрҙе боҙһа, уларҙың авторының бикләүгә тиклем санкцияларға дусар ителеүе бар. МБ Википедияға ғына түгел, текст ниндәй ойошма йәки кеше мәнфәғәтендә эшләнһә, шуларға ла зыян килтереүе мөмкин[1].
МБ ихтималлығы осраҡтарын тикшергәндә Википедияла ҡатнашыусылар һаҡ булырға һәм Википедиянан башҡа ҡатнашыусыларҙы «типкесләп сығарыу» менән шөғөлләнергә тейеш түгел. МБ ғәҙәттә автор үҙе менән мәҡәлә предметы араһындағы бәйләнеште асҡан саҡта табыла. Әгәр автор үҙенең шәхесен һәм эш урынын асмаһа, уның тарафлылығына нейтраль ҡараштан тайпылырға ярамауы тураһындағы ҡағиҙәләргә һылтанмалар ҡуйып ҡаршы торорға була.
МБ осраҡтарында мәҡәлә йөкмәткеһе тураһындағы ҡағиҙәнең өҫтөнлөклө булыуы принцибына таянырға кәрәк[⇨].
Википедия — ул энциклопедия, ә реклама йә үҙнәшер (был һүҙҙең насар мәғәнәһендә) майҙансығы түгел. Шунлыҡтан ул тик ҡағиҙәләрҙәге талаптарға яуап биргән материалдарҙан ғына тора ала, ә Википедияла ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә энциклопедия төҙөү мәнфәғәтен беренсе урынға ҡуйырға тейеш. Сит мәнфәғәттәрҙе күҙәткән һәр бер ҡатнашыусы мәнфәғәттәр бәрелешен булдырыуҙа шик аҫтына алына ала.
МБ-ның нимә икәнен билдәләүҙә ҡаты критерийҙар юҡ, әммә уның барлығына ишаралаған билдәләр бар. Мәҡәлә авторының, уның ғаилә ағзаларының, эш биреүсеһенең, коллегаларының эш йә шәхси мәнфәғәттәрен алға һөргән материалдар өҫтәү МБ барлығына ишара яһай. Мәҡәләгә үҙгәртеүҙәр сит мәнфәғәттәрҙе күҙҙә тотоп эшләнһә, ғәҙәттә, унда сығанаҡтарға бер ниндәй һылтанма яһалмай. Әгәр үҙегеҙ менән бәйләнгән предмет тураһында мәҡәлә яҙһағыҙ, уны мөмкин тиклем нейтраль яҙырға тырышығыҙ һәм ышаныслы сығанаҡтарға һылтанмалар бирегеҙ. Нейтраль ҡараш — Википедия таянған биш бағананың береһе.
Әгәр һеҙҙе барыбер Википедия стандарттарын боҙоуҙа шик аҫтына алһалар, быға етди ҡарағыҙ һәм бер аҙ сигенеп, эшегеҙгә тәнҡитле ҡарау кәрәклеге тураһында уйланығыҙ, ниәттәрегеҙ тураһында берләшмәлә фекер алышығыҙ. Атап әйткәндә, индергән төҙәтеүҙәрегеҙ тенденциоз түгелме икән тип тикшерегеҙ.
Бойондороҡлолоҡ — ҡатнашыусының үҙе яҙған күренеш менән бәйлелеге.
Википедия нейтраль һәм объектив энциклопедия төҙөү маҡсатын ҡуя. Ҡатнашыусыларҙың Википедиянан ситтә эше, мауығыуҙары, хоббилары, яртаҡан нәмәләре, сайттары, блогтары бар. Кешеләр эшләй, ижад итә, уңыштарға өлгәшә. Ҡайһы берҙә улар Википедияла мәҡәлә яҙырлыҡ әһәмиәтле һәм мөһим нәмәләр эшләй. Бындай осраҡта ҡатнашыусы хәл-күренеш хаҡында (ә, бәлки, үҙе тураһында) үҙе яҙырға (өҫтәргә) теләүе ихтимал. Сөнки ул был хаҡта башҡаларға ҡарағанда күберәк белә бит.
Әммә быға юл ҡуймауҙың бер нисә сәбәбе бар.
Объективлыҡ, тарафһыҙлыҡ һәм тикшерелеүсәнлек талаптарынан сығып, ошондай сикләү формалаша: мәҡәләләге хәл-ваҡиғаға бойондороҡло булған ҡатнашыусылар был туралағы мәҡәләләрҙе мөхәррирләргә тейеш түгел. Был ҡағиҙәнән бер нисә сығарма бар, уларҙан тышта был ҡағиҙә ҡәтғи үтәлергә тейеш.
Үрҙә һаналған билдәләрҙән тыш, формаль булмаған билдәләрҙе лә күрһәтергә мөмкин: әгәр ҡатнашыусының хәл-күренеште Википедияла булғандан нығыраҡ үҫтереүҙә шәхси мәнфәғәте булһа — был бойондороҡлолоҡ.
Үрҙә аталған билдәләрҙан иҫкәрмәләр ҙә бар. Былар:
Мәҡәлә объектынан бойондороҡлолоҡта булған ҡатнашыусыларға объекттың үҙенсәлектәренә һәм эшмәкәрлегенә ҡағылышлы үҙгәрештәр индерергә ярамай.
Бойондороҡло ҡатнашыусыларға түбәндәгеләр тыйыла:
Бойондороҡло ҡатнашыусылар түбәндәге төҙәтеүҙәрҙе сикләүһеҙ индерә алмай:
Мәҡәләгә бойондороҡло кешеләрҙең башҡа төрлө төҙәтеүҙәр индереүе хупланмай, уларҙан ҡасырға кәрәк.
Һеҙҙең һөнәри йә фәнни ҡыҙыҡһыныуҙар темаһы буйынса мәҡәләләрҙе мөхәррирләү үҙе МБ тип табыла алмай. Әммә үҙегеҙҙең хеҙмәттәрегеҙгә һылтанма ҡуйыу МБ була. Был тема буйынса һеҙҙең публикацияларҙы сама менән генә ҡулланырға була, тик улар мәҡәләләрҙең темаһына ҡағылышлы булырға, ВП:АС талаптарына яуап бирергә, үҙегеҙҙең тарафлы ҡарашты алға һөрмәҫкә, Википедияның башҡа ҡағиҙәләренә тап килергә тейеш. Үҙ-үҙеңде самаһыҙ цитаталау спам тип баһаланырға мөмкин. Берәй нәмәлә шикләнһәгеҙ, берләшмәнән фекер һорашығыҙ.
Әгәр һеҙҙең осраҡ түбәндә һүрәтләнгәндәрҙең береһенә тап килһә:
һеҙгә ныҡышмалы рәүештә Википедияла МБ барлыҡҡа килгән мәҡәләләрҙе төҙәтеүҙән тыйылырға тәҡдим итәбеҙ, сөнки һеҙҙең хәлегеҙ һеҙҙе алдан уҡ тарафлы итә. Википедия:Нейтраль ҡараш ҡағиҙәһе мәҡәләлә тема буйынса бөтә ҡараштарҙың теге йәки был яҡҡа тайпылышһыҙ һәм нисбәтле бирелеүен талап итә, ә МБ был талаптарҙы үтәүгә кире йоғонто яһай. Әгәр һеҙҙең матди ҡыҙыҡһыныу арҡаһында яһалған төҙәтеүҙәрегеҙ нейтраль булмаһа, уны индерелгән.
Шулай ҙа финанс ҡыҙыҡһыныуы шарттарында төҙәтеүҙәр индерергә булһағыҙ, һеҙ үҙегеҙҙең эш биреүсегеҙ йә клиентығыҙ, шулай уҡ үҙегеҙҙең бойондороҡлолоғоҙ тураһындағы мәғлүмәтте асырға тейешһегеҙ.
Әгәр суд процесында ҡатнашһағыҙ йә бындай процесс яҡтарының береһе менән яҡын булһағыҙ, һеҙгә был хаҡта яҙғандарығыҙҙың тулыһынса объектив булыуын иғбатлау ауыр булыр. Суд барышы тураһындағы Википедия мәҡәләһендә нейтраллектән әҙгә генә тайпылыуҙы ла суд йә яҡтарҙың береһе күреүе ихтимал, ә был Википедияға ғына түгел, реаль донъяға ла зыян килтерергә мөмкин. Шуның өсөн беҙ бындай низағлашыуҙарға ҡатнашлығы булған кешеләргә Википедияла былай итеп ҡатнашырға бөтөнләй кәңәш итмәйбеҙ.
Йыш ҡына МБ үҙ-үҙеңде рекламалау төҫөн ала, атап әйткәндә, авторҙың йә уның тирәһендәге кешеләрҙең шәхси йә коммерция мәнфәғәттәрен алға һөрөүгә йүнәлтелгән реклама һылтанмалары, шәхси веб-сайттарға һылтанмалар, шәхси фотоһүрәттәр һәм башҡа материалдар өҫтәү.
Үҙең тураһында мәҡәлә яҙырға кәңәш ителмәй. Һеҙ билдәле булһағыҙ, быны кемдер күрер ҙә яҙыр. Ҡайһы берҙә ҡатнашыусылар үҙ битенең фекер алышыу битендә яҙа торған нәмәләрҙе мәҡәлә итеп яҙа. Бындай осраҡта мәҡәлә юйҙырылмай ә шәхси арауыҡҡа күсерелә. Әгәр һеҙ үҙегеҙҙе ысынлап та билдәле тип һанаһағыҙ (ҡарағыҙ: ВП:БИО), мәҡәлә булдырыу тураһында мәсьәләне форумға йә биографик мәҡәләләр яҙыусы башҡа авторҙарҙың шәхси битенә яҙығыҙ.
Фридрих Энгельс, әгәр беҙҙең көндәргә тиклем йәшәгән булһа, Википедияла Карл Маркс тураһында нейтраль мәҡәлә яҙа алмаҫ ине, сөнки ул уның яҡын дуҫы, эйәрсене һәм авторҙашы була[2]. Тығыҙ шәхси мөнәсәбәттәр булған һәр хәлдә МБ тыуырға мөмкин. МБ дини, сәйәси, академик, финанс, хоҡуҡи нигеҙҙә булырға мөмкин. МБ өлкә менән түгел, ә шәхси бәйләнештәр, үҙ-ара бойондороҡлолоҡ, мәҡәлә геройының яҙмышында шәхси ҡатнашыу менән билдәләнә.
Предмет менән тығыҙ танышлыҡ һеҙҙең бөтөнләй нейтраль булып ҡала алмауығыҙҙы аңлатмай, әлбиттә. Ҡыйыу төҙәтегеҙ, тик башҡа ҡатнашыусыларҙың тәнҡитенә әҙер булығыҙ. Әгәр улар, МБ урын алыуы ихтимал, тип һанаһа, улай килеп сыҡмаһын өсөн бөтә тырышлығығыҙҙы һалығыҙ. Әммә килеп сыҡмаһа, мәҡәләне мөхәррирләүҙән баш тыртығыҙ. Мәҡәлә предметына ни тиклем яҡын булһағыҙ, Википедия стандарттарын шул тиклем ентекле үтәргә тырышығыҙ: ВП:НҠ, ВП:ОРИССА һәм ВП:ТИКШ.
Тәүҙә МБ тыуҙырған ҡатнашыусының ғәмәлдәренең зыянлылыҡ дәрәжәһен асыҡларға һәм ҡағиҙәләргә ярашлы был ғәмәлдәргә ҡаршы тороу мөмкинлеген баһаларға кәрәк. Әгәр ҡатнашыусы ғәмәлдәрен ҡаршылыҡһыҙ юйҙырһа, проблема тыумай. Әгәр ҡатнашыусы үжәтләнеп үҙенең хаҡлы булыуын иҫбатларға тотонһа, ләкин дәлилдәре ышандырырлыҡ булмаһа, конфликттарҙы хәл тураһындағы тәҡдимдәргә ярашлы эш итергә кәрәк.
Ғәҙәттә МБ ҡатнашыусы үҙе ниндәйҙер юл менән мәҡәлә предметына ҡағылышы барлығын асҡан осраҡта асыла. Әгәр асылмаһа, ҡатнашыусының изге ниәттә булыуын фараз итегеҙ һәм Википедия:Нейтраль ҡараш ҡағиҙәһенә ярашлы эш итегеҙ.
Әгәр ҡатнашыусының эше уның үрҙә бирелгән тәҡдимдәргә ҡолаҡ һалмауын дәлилләһә, уның төп һәм берҙән-бер маҡсаты Википедияла үҙенә, үҙ компанияһына йә ойошмаһына, уның продукттарына, хеҙмәттәренә реклама яһауҙан торһа, уны иҫкәртергә һәм ошо ҡулланма менән таныштырырға кәрәк. Шунан һуң да кире эшмәкәрлеге дауам итһә, уны бикләргә мөмкин.