Ҡыҫҡаса: Википедиялағы мәҡәлә — инша түгел, ә изложение. |
«Оригиналь тикшеренеүҙәрҙең юл ҡуйылғыһыҙлығы» — Википедияның нигеҙ ҡағиҙәләренең береһе, ул «Тикшерелеүсәнлек» һәм «Нейтраль ҡараш» ҡағиҙәләре менән бер кимәлдә тора. Был ҡағиҙәләр Википедия мәҡәләләре өсөн яраҡлы материалдар йөкмәткеһе һәм сифаты менән ниндәй булырға тейешлеген билдәләй. Авторҙарға был ҡағиҙәләрҙең өсөһө менән дә танышырға һәм ҡулланма итеп тотонорға тәҡдим ителә. Был ҡағиҙәләргә һалынған төп принциптар башҡа ҡағиҙәләр, ҡулланмалар йә мөхәррирҙәрҙең консенсусы менән юҡҡа сығарыла алмай.
Википедия — оригиналь тикшереүҙәрҙе (мәҫәлән, «яңы» теорияларҙы) баҫыу урыны түгел. Оригиналь тикшеренеүҙәргә бер ерҙә лә баҫылмаған факттар, дәлилдәр, фекерҙәр һәм фекер йөрөтөүҙәр, бер ерҙә лә баҫылмаған анализ йә баҫылған материалдың теге йәки был ҡарашты алға һөрөү өсөн хеҙмәт иткән синтезы инә. Был шуны аңлата: Википедия үҙ фекерегеҙҙе, үҙ тәжрибәгеҙҙе, үҙ дәлилдәрегеҙҙе йәки үҙ һығымталарығыҙҙы урынлаштырыу урыны түгел.
Википедияның бындай позицияһы — кемдеңдер хоҡуҡтарына һәм мәнфәғәттәренә зыян килтерергә тырышыу түгел. Был шул фактты теркәй: Википедия — мәғлүмәттең беренсел сығанағы түгел, ә икенсел сығанағы, йәғни ул мәғлүмәтте беренсел һәм икенсел сығанаҡтарҙан туплай, анализлай, баһалай, интерпретациялай һәм синтезлай. Википедияла оригиналь күҙәтеүҙәр һәм дөйөмләштереүҙәр яҙырға мөмкин, ләкин яңы раҫламалар йә һығымталар яҙырға ярамай.
Мәҡәлә яҙғанда һәр ваҡыт мәғлүмәттең сығанағын күрһәтегеҙ. Билдәле рецензияланыусы фәнни журналдар, академик баҫмалар ышаныслы сығанаҡ була ала. Үҙнәшер йә автор аҡсаһына сығарылған китаптар ундай тип һаналмай.
Википедиялағы мәҡәлә — инша түгел, ә изложение.
Википедиялағы мәҡәлә түбәндәге осраҡтарҙа оригиналь тикшеренеү булып тора:
Әгәр мәҡәлә предметы үрҙә һаналған шарттарға яуап бирһә, мәҡәлә оригиналь тикшеренеүгә инә һәм Википедияла баҫыла алмай.
Был ҡағиҙәгә иҫкәрмә бар: әгәр мәҡәләнең предметы тәүләп был мәҡәләлә индерелмәһә, ә Википедиянан тыштағы ҡараштар өлөшө булһа, мәҡәлә Википедияла баҫыла ала, йәғни:
Ниндәй ҙә булһа идеяның махсулашмаған, дөйөм матубғатта килеп сығыуы уның фәннилеген һәм/йәки дөрөҫлөгөн таныу факты була алмай. Ул тик был күренеш, идея һ.б. тураһында Википедияла яҙыу хоҡуғын ғына бирә.
Әгәр һеҙ, Википедия был һоҡланғыс идеяны баҫыуҙан отор ғына, тип уйлаһағыҙ, быға өлгәшеүҙең иң һәйбәт юлы — был мәҡәләне рецензияланыусы журналда баҫтырыу һәм шунан ғына Википедияға мәҡәлә яҙыу.
Оригиналь тикшеренеүҙәр (орисса) дөйөм билдәле фәнни теория йә электән йәшәп килгән стандарт булмаған теория артына йәшерелгән булырға мөмкин. Ориссаларҙы асыҡларға түбәндәге ағиҙә ҡағиҙәләр ярҙам итә:
Һүрәтләүҙең ҡыҫҡаса һыҙмаһы:
Иҫкәрмә: юйҙырыу тауыш биреү һөҙөмтәләре нигеҙендә эшләнергә мөмкин.
Әгәр мәҡәлә предметы оригиналь тикшеренеү булмаһа, түбәндәге нәмәләр мәҡәләне юйҙырыу өсөн нигеҙ була алмай:
Был нәмәләр Википедияға оригиналь тикшеренеүҙәрҙе индереү өсөн нигеҙ була алмай.
Оригиналь тикшеренеүҙең нейтраль ҡарашҡа дәғүә иткән классик миҫалын пародия сифатында XIX быуат драматургы А. Н. Островский «Мәскәү аръяғында йәшәүсе яҙмалары» әҫәрендә килтерә:
Милостивые государи и государыни! Спешу поделиться с вами моим открытием. 1847 года, апреля 1 дня, я нашел рукопись. Рукопись эта проливает свет на страну, никому до сего времени в подробности неизвестную и никем ещё из путешественников неописанную. До сих пор известно было только положение и имя этой страны; что же касается до обитателей ея, то есть образ жизни их, язык, нравы, обычаи, степень образованности, — всё это было покрыто мраком неизвестности.
Страна эта, по официальным известиям, лежит прямо против Кремля, по ту сторону Москвы-реки, отчего, вероятно, и называется Замоскворечье. Впрочем, о производстве этого слова учёные ещё спорят. Некоторые производят Замоскворечье от скворца; они основывают своё производство на известной привязанности обитателей предместьев к этой птице. Привязанность эта выражается тем, что для скворцов делают особого рода гнёзда, называемые скворечниками. Их вот как делают: сколотят из досок ящичек, совсем закрытый, только с дырочкой такой величины, чтобы могла пролезть в неё птица, потом привяжут к шесту и поставят в саду либо в огороде. Которое из этих словопроизводств справедливее, утвердительно сказать не могу. Полагаю так, что скворечник и Москва-река равно могли послужить поводом к наименованию этой страны Замоскворечьем, и принимать что-нибудь одно — значит впасть в односторонность.
Оригиналь тикшеренеүҙәрҙе башҡа википроектарҙа, мәҫәлән, Everything 2 йәки Wikinfo-ла баҫырға була.
«Фэндом» платформаһында оригиналь тикшеренеүҙәре булған автор сайттары бар. Ҙур орисса өсөн үҙ домены менән яңы сайт булдырырға мөмкин.
«Викияңылыҡтар» туғандаш проектында оригиналь репортаждар баҫтырырға, уларҙа оригиналь тикшеренеүҙәр тураһында ла һөйләргә була.