Википедиялағы мәҡәләләр бойондороҡһоҙ абруйлы сығанаҡтарға һылтанып яҙыла. Ышаныслы мәғлүмәт сығанаҡтары менән раҫланмаған бөтә шикле материалдар юйҙырылырға мөмкин. Был талапты айырыуса тура цитаталар һәм бәхәсле раҫламалар («беренсе», «берҙән-бер» тигән кеүектәр) өсөн үтәү мөһим. Субъектив раҫламалар («иң яҡшы» тигән кеүек) мәҡәләгә сығанаҡтың фекерен өҫтәгәндә генә килеп инергә мөмкин, ә, ғөмүмән, мәҡәләлә нейтраллек һаҡланырға тейеш.
Һеҙ һылтанмаларҙы дөрөҫ ҡуя белмәһәгеҙ, быны башҡа ҡатнашыусылар эшләй ала, тик һеҙҙең яҡтан кәрәкле мәғлүмәт бирелергә тейеш.
Төшөрмәләр текстан ситтәге сығанаҡтарға һәм өҫтәп аңлатыуҙарға һылтанма яһар өсөн ҡулланыла. Бының өсөн төшөрмә тексын ике яҡтан <ref>
һәм </ref> эсенә алырға кәрәк.
«Иҫкәрмәләр» бүлегенә {{иҫкәрмәләр}} ҡалыбы өҫтәлә. Бында төшөрмәләр автоматик урынлаштырыла.
Әгәр цитатаның авторы йә сығанағы цитата артынса уҡ бирелһә, улар түңәрәк йәйәгә алына. Баҫма тураһында ентеклерәк бирелмәләр булһа, төшөрмә ҡуйыла:
Цитатаның авторы йә сығанағы (мәҫәлән, эпиграфтарҙа) уның аҫтындағы юлға ҡуйылһа, улар йәйәһеҙ бирелә:
«Әҙәбиәт» ярҙамсы бүлегенә мәҡәләне яҙғанда ҡулланылған китаптар, мәҡәләләр һәм башҡа публикациялар исемлеге ҡуйыла. Әгәр теманы ентеклерәк һәм төплөрәк өйрәнер өсөн кәрәкле әҙәбиәтте лә индерергә теләһәгеҙ, «Өҫтәмә әҙәбиәт» тигән ярҙамсы бүлек төҙөп, тәҡдим ителгән материалдарҙы шунда ҡуя алаһығыҙ. 5—8 публикация тәҡдим итеү ҡулай; күберәк булһа, комментарийҙар менән исемлек төҙөргә мөмкин. Улар осраҡлы публикациялар булмаһын, ә был өлкәләге артабанғы эҙләнеүҙәр йүнәлешен күрһәткән абруйлы сығанаҡтар булһын.
Тәүҙә башҡорт һәм рус телендәге баҫмаларҙың исемлеге бирелә, шунан — башҡа телдәрҙәге. Уларҙы маркировкалы исемлек итеп урынлаштыралар.
«Әҙәбиәт» бүлеге матбуғат баҫмалары (шул иҫәптән Интернетта булғандар) тураһында библиографик белешмәләр күрһәтеүгә тәғәйенләнгән. Онлайн-публикациияларға һылтанмалар өсөн «Һылтанмалар» бүлеге бар (ҡарағыҙ: Мәҡәләнең структураһы).
Коментарийҙарҙа, иҫкәрмәләрҙә һәм төшөрмәләрҙә булған текст эсендәге, юл аҫтындағы һәм текстан ситтәге библиографик һылтанмаларҙы, шулай уҡ «Әҙәбиәт» бүлеген ГОСТ Р 7.0.5—2008. Библиографическая ссылка. Общие требования и правила составления талаптарына ярашлы биҙәү маҡсатҡа ярашлы:
Төп текстан «Әҙәбиәт» бүлегендә бирелгән баҫмаға һылтанмалар Иҫкәрмәләр һәм әҙәбиәт исемлеге ҡулланмаһына ярашлы урынлаштырыла.
Матбуғат баҫмаһына библиографик һылтанма түбәндәге форма буйынса бирелә:
[http://www.toolongweblink.com Атама]
.ISBN xxx…
яҙмаһы автоматик рәүештә Китаптар сығыныҡтары битенә һылтанма булдыра.Дөрөҫ биҙәлгән библиографик һылтанма миҫалы:
Код | Результат |
---|---|
''Ахметов Н. С.'' Актуальные вопросы курса неорганической химии. — М. : Просвещение, 1991. — 224 с. — ISBN 5-09-002630-0. | Ахметов Н. С. Актуальные вопросы курса неорганической химии. — М. : Просвещение, 1991. — 224 с. — ISBN 5-09-002630-0. |
Киңәйтелгән библиографиялар һәм китапхана каталогтары төҙөгәндә ҡулланыла торған библиографик һылтанмаларҙы һәм библиографик тасуирламаларҙы яһау миҫалдары ru.wikipedia.org/wiki/Проект:Библиография/Библиографические_ссылки#Образцы_библиографических_записей белешмә битендә бар.
Ҡағыҙ баҫмаларға һәм онлайн-публикацияларға һылтанмаларҙы яһауҙы автоматлаштырыу өсөн Ҡалыптар/Библиография исемлегендә бирелгән ҡалыптарҙы ҡулланыуҡарала.
Википедия веб-энциклопедия булғанлыҡтан, унда индерелгән мәғлүмәт сығанаҡтарын мөмкин булған тиклем Интернет менән бәйләү яғын ҡарарға кәрәк. Әммә ҡәҙимге китапханаларҙа эҙләү өсөн белешмәләр тәҡдим итергә кәрәк. Универсаль күрһәткес булып ISBN (International Standard Book Number) унлы номеры хеҙмәт итә.
Википедияла ҡағыҙ баҫмаларҙы Китап сығанаҡтары ярҙамсы битендә эҙләргә була. Цитата биреү ҡалыбының тейешле параметрына ISBN индереү йә {{ISBN}} ҡалыбын ҡулланыу етә: мәҫәлән, |isbn=1-23456-789-0
йә {{ISBN|1-23456-789-0}}, уларҙан хасил булған ISBN 1-234-56789-0 гиперһылтанмаһы баяғы ярҙамсы биткә сығара. Ундағы сервистарҙы ISBN буйынса китап эҙләү өсөн ҡулланып була.
Веб-адрес эҙләү өсөн ҡәҙимге эҙләгестәрҙе йә интернет-каталогтарҙы ҡулланығыҙ (ентеклерәк — «ВП:Тышҡы һылтанмалар» ҡулланмаһында). Сайтҡа тышҡы һылтанманы яһау өсөн {{cite web}} ҡалыбын йә браузерҙар өсөн киңәйтеүҙәрҙе ҡулланығыҙ:
Һылтанмаларҙың оҙон ғүмерле булмауын онотмағыҙ. Бер нисә йыл эсендә мәҡәләләге һылтманмаларҙың байтағы эштән сығыуы бар, һәм мәҡәләләге мәғлүмәттең тикшерелеүсәнлеге һорау аҫтында ҡалырға мөмкин. Был ихтималлыҡтан ҡотолоу өсөн архивлаштырыу сервисын ҡулланығыҙ (ентекләберәк).
Әгәр мәҡәләлә һылтанма менән нығытылмаған раҫлама булһа, уның артынса уҡ {{сығанағы юҡ}} йә {{төшөрмәләре юҡ}} ҡалыптарын ҡуйырға, {{сығанағы юҡ}} йә {{АС юҡ}} тигән билдә өҫтәргә була. Ул ошондай төҫ ала:
Википедия ҡағиҙәләренә ярашлы, берәй мәғлүмәттең дөрөҫлөгөндә шикләнһәгеҙ, ләкин хата икәнен раҫларлыҡ сығанаҡтар булмаһа, шикле фрагментты юйҙырырға ашыҡмағыҙ, сөнки башҡа ҡатнашыусылар һеҙҙе уларға мәҡәләне яҡшыртырға формат бирмәүҙе ғәйепләүе бар (ул агрессив ғәмәл дә булып күренә). Шуға шикле фекерҙән һуң {{сығанағы юҡ}} ҡалыбын ҡуйыу яҡшы булыр. Шикле мәғлүмәтте (дөрөҫ сығанаҡтарһыҙ) уның дөрөҫ түгеллегендә ныҡ ышанһағыҙ йә {{сығанағы юҡ}} ҡалыбына кәм тигәндә ике аҙна буйы бер яуап та булмаһа, йә шикле мәғлүмәт замандаштар тураһындағы мәҡәләлә булһа, уны юйҙырырға ярай. Шулай уҡ авторҙар шикле мәғлүмәт тураһында фекер алышҡанда шундай ҡарарға килһә лә юйҙырырға кәрәк.
Әгәр мәҡәләнең төп йөкмәткеһе дөрөҫ булмаған раҫламаларҙан торһа һәм уны яҡшыртыу юлы күренмәһә, мәҡәләне Википедия:Юйылыуға. битенә юйҙырыуға сығарырға кәрәк.
Бәлки, мәҡләлә темаһы буйынса мәғлүмәтте абруйлы һәм тикшереп була торған сығанаҡтарҙа, мәҫлән, Ҙур Рәсәй энциклопедияһында, Ҙур совет энциклопедияһында, Ҙур медицина энциклопедияһында һәм башҡа онлайн (түләүһеҙ) сығанаҡтарҙа табырға мөмкиндер. Бындай осраҡта мәҡәләне ошо сығанаҡтарға һылтанма биреп, яҡшыртырға кәрәк. Был сығанаҡтарға һылтанма ҡуйыуҙы еңелләштерә торған ҡалыптар һәм һылтанма әҙерләмәләре бар.