Вилли Смитс | |
Willie (W.T.M.) Smits | |
Тыуған көнө |
22 февраль 1957 (67 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны |
Нидерланд, Гелдерланд провинцияһы, Верт ҡалаһы |
Гражданлығы | |
Тормош иптәше |
индон. Syennie Watoelangkow |
Вилли Смитс (нидерл. Willie (W.T.M.) Smits; 22 февраль 1957 йыл, Верт, Гелдерланд, Нидерланд) — Нидерланд һәм Индонезия ғалимы, микробиолог, эколог, йәмәғәт эшмәкәре, социаль эшҡыуар һәм менеджер, урман һәм хайуандар хоҡуғын яҡлаусыһы.
Вилли Смитс 1957 йылдың 22 февралендә Нидерландтың көнсығышында урынлашҡан Гелдерланд провинцияһының Верт ҡалаһында тыуған.
1980 йылда тәүге тапҡыр Калимантан (Борнео) утрауына барып[1], унда Индонезия ҡатын-ҡыҙына (индон. Syennie Watoelangkow[2]) өйләнә[3].
1985 йылдан алып Индонезияның Көнсығыш Калимантан провинцияһы Баликпапан ҡалаһы янындағы урмандарҙы өйрәнеү буйынса тропик станцияла эшләй.
1989 йылда баҙар һатыусылары менән ташлап ҡалдырылған орангутанг балаһын таба һәм уны ҡарап үҫтерә[1]. Шунан бирле ошо хайуандарҙы яҡлау менән шөғөлләнә[1].
1990-сы йылдар башында Индонезия ауыл хужалығы министрлығының һәм Tropenbos International фондының уртаҡ проектының етәксеһе итеп тәғәйенләнә.
1991 йылда Вилли Смитс Калиманан утрауында "Борнеола орангутандарҙы ҡотҡарыу фонды"н (ингл. Borneo Orangutan Survival Foundation, BOS) ойоштора. Һуңыраҡ был фонд юғалып барған төрҙәрҙе һаҡлау буынса иң ҙур ойошмаларҙың береһенә әүерелә.
1994 йылда Нидерландтағы Вагенинген университетында урман хужалығы һәм тупраҡ буйынса ғилем өлкәһендә доктор дәрәжәһен ала[4].
2001 йылда Индонезияның Төньяҡ Сулавеси провинцияһы Томохон (ингл. Tomohon) ҡалаһында ru:Masarang (индон. Yayasan Masarang) фондын теркәй[3]. Фонд социаль эшҡыуарлыҡ принциптары менән файҙаланып Индонезияның социаль һәм экологик мәсьәләләрен хәл итеү маҡсатында ойошторола[3][5].
В 2005 йылда дәүләт алдында күрһәткән хеҙмәте өсөн Вилли Смитсҡа Индонезия гражданлығы бирелә[1].
2007 йылдың 14 ғинуарында Смитс фонды менән төҙөлгән Масаранг пальма шәкәр заводы (ингл. The Masarang Palm Sugar Factory) Индонезия президенты Сусило Бамбанг Юдойоно менән тантаналы рәүештә асыла[2]. Был завод үҙендә етештереүгә экологик мөнәсәбәтте, тирә-яҡ мөхиткә яуаплы ҡарашты һәм иҡтисади маҡсатҡа ярашлы булыуҙы берләштерә[3][6][7][8]. Шәкәр заводы проекты эш менән 6285 фермер ғаиләләрен эш менән тәьмин итергә һәм яҡынса 200 мең квадрат метр урмандарҙы һаҡлауға мөмкинлек бирә[9].
Ваҡыт үтеү менән Masarang фонды халыҡ-ара ойошмаға әүерелә: 2010 йылда Нидерландта (Masarang Internatiol Foundation) һәм 2011 йылда Гонконгта (ингл. Masarang HK Society Limited) офистар асыла[5].