Виргиния университеты | |
University of Virginia | |
Нигеҙләнеү датаһы | |
---|---|
Төрө |
штат университеты |
Маҡсатлы фонды |
$14,5& млрд (2021)[1] |
Президенты | |
Урыны |
Шарлотсвилл, Виргиния, АҠШ
|
Кампусы |
ҡала (6,81 км²) |
Студенттар һаны |
25 018 |
Бакалаврҙар һаны |
17 011 |
Магистрҙар һәм докторҙар һаны |
8 007 |
Уҡытыусылар һаны |
3 265 (2019):[3] |
Төҫтәр |
|
Талисманы |
Виргиния кавалерҙары |
Рәсми сайты | |
Виргиния университеты Викимилектә | |
Виргиния (Вирджиния) университеты (ингл. University of Virginia, ҡыҫҡаса U.Va. йәки UVA) — АҠШ-тың Виргиния штаты дәүләт тикшеренеү университеты. Штаттың алдынғы юғары уҡыу йорто. АҠШ-та иң яҡшы өс дәүләт университеты иҫәбенә инә[4].
1819 йылда Томас Джефферсон тарафынан нигеҙ һалынған. Джефферсон шулай уҡ университеттың кампусын — Бөтә донъя мираҫы ҡомартҡыһын проектлаған. Унда Америка Ҡушма Штаттары тарихында тәүге тапҡыр архитектура, астрономия һәм фәлсәфә кеүек предметтар буйынса һөнәрҙәр булдырылыуы менән билдәлелек алған, шулай уҡ сиркәү һәм белем биреү айырылған илдәге тәүге университет булған. Виргиния университеты ҡарамағындағы Ғәмәли фәндәр мәктәбе АҠШ-та тәүге техник мәктәп була.
Университеттың кампусы Шарлотсвилл ҡалаһында урынлашҡан һәм ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫына ҡарай. Төрлө йылдарҙа Эдгар По, Вудро Вильсон, Роберт Кеннеди, Хавьер Солана университет студенттары була. Виргиния университетының юридик мәктәбе йыл һайын илдә иң яҡшы унау иҫәбенә инә[5].
1802 йылда уҡ Америка Ҡушма Штаттарының президенты Томас Джефферсон рәссам Чарльз Уилсон Пилуға[6] Виргиния штатындағы яңы университеттың концепцияһы «башҡа штаттарҙан килеп, белем туҫтағынан эсеү өсөн» һәләтле студенттарҙы йәлеп итә аласаҡ, тип яҙған. Был осорҙа Виргиния штатында Вильгельм һәм Мария колледжы эшләгән. Колледждың үтә дини характерҙа булыуы арҡаһында, уны тамамлаған Джефферсон уға ышанысын юғалтҡан[7].
1817 йылда Шарлотсвилл менән Уэйнсборо араһындағы Mountain Top Tavern тавернаһындағы осрашыуҙа ҡатнашҡан 24 юғары дәрәжәле кешегә өс президент — Томас Джефферсон, Джеймс Монро һәм Джеймс Мэдисон, шулай уҡ АҠШ Юғары судының баш судьяһы Джон Маршалл, ҡушылған. Һөҙөмтәлә улар Шарлоттсвилды Виргиния штатының яңы университетына урын итеп һайлаған[8]. 1817 йылдың аҙағында был уҡыу йортоның тәүге нигеҙ ташы һалына. 1819 йылдың 25 ғинуарында Вирджиния Берләшмәһе, монакан индеецтарының ерендә төҙөлгән Шарлоттсвилль ҡалаһы территорияһында, штаттың яңы флагман университетын булдырған. Университетта тәүге дәрестәр 1825 йылдың 7 мартында башлана[9].
Шул осорҙағы башҡа университеттарҙан айырмалы рәүештә, бында студенттар һигеҙ бойондороҡһоҙ мәктәптең береһендә йәки бер нисәһендә уҡый алыу мөмкинлегенә эйә булған. Юғары белемдең дини доктринанан айырым булыуы тағы ла бер үҙенсәлек була — университетта дини тәғлимәт мәктәбе булмаған. Томас Джефферсон Монтичеллолағы үҙ йортонда уҡытыусылар һәм студенттар өсөн йәкшәмбе төшкө аш табынын ойоштороп, ғүмеренең аҙағына тиклем университет менән тығыҙ бәйләнештә булған. Джефферсон университет булдырыуҙы үҙенең иң ҙур ҡаҙаныштарының береһе тип иҫәпләй һәм, вафат булғандан һуң, уны АҠШ-тың Бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһы авторы һәм Виргиния университеты атаһы итеп хәтергә алыуҙарын теләй.
АҠШ-тың көньяғындағы күпселек уҡыу учреждениеларынан айырмалы рәүештә, университет бөтә Граждандар һуғышы дауамында эшләгән. Һуғышта ҡатнашҡан бихисап билдәле офицерҙар, шул иҫәптән ун төрлө штаттан дүрт генерал-майор, егерме бер бригада генералы һәм алтмыш ете полковник ошо осорҙа уҡыу йортон тамамлаған[10]. Вирджиния Берләшмәһе гранты ярҙамында 1875 йылда Виргиния штаты халҡына университетта бушлай белем алыу мөмкинлеге бирелә. 1904 йылда Виргиния университеты Америка университеттары ассоциацияһына һайланған Вашингтондан көньяҡтараҡ беренсе университет була. 1909 йылда Эндрю Карнегиҙың ярҙамынан һуң, университет алты мәктәптәге егерме алты департаментта ойошторола.
Университеттың бер нисә бүлендек үҙәге бар:
2011 йылда «US News and World Report» баҫмаһы Виргиния университетын АҠШ-тағы иң яҡшы дәүләт университеты, дөйөм алғанда илдәге иң яҡшы егерме дүртенсе университет тип баһаланы. Университет билдәле бер уҡыу программаларына юғары баһалары менән айырылып тора, улар араһында — юридик мәктәп (9-сы урынды биләй), бизнес мәктәбе (14-се урын), медицина мәктәбе (27-се урын).
2013 йылға ҡарата университеттың 1,4 миллиард доллар күләмендәге академик бюджеты нигеҙҙә уҡыу өсөн түләү (32 %), тикшеренеү гранттары (23 %), иғәнәләр һәм бүләктәр (19 %), шулай уҡ һатыуҙар һәм хеҙмәтләндереүҙәр (12 %) иҫәбенә ҡапланған.
Университет әлеге ваҡытта түбәндәге академия бүлексәләренән тора:
1819—1904 йылдарҙа университетта президент вазифаһы булмаған, был вазифа ректор тип атала.
Виргиния университетының тәүге ректорҙары:
Университет президенттары:
АҠШ-тағы иң элекке университеттарҙың береһен илдең бихисап күренекле кешеләре тамамлаған, улар араһында сәйәсмәндәр һәм дәүләт эшмәкәрҙәре, хәрбиҙәр һәм ғалимдар, музыканттар һәм актёрҙар, спортсылар һәм дин әһелдәре бар.
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Виргиния университетын тамамлаусылар