Вис | |
Дәүләт | Хорватия |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Сплитско-Далматинская жупания[d] |
Урын | Адриатик диңгеҙ |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Адриатик диңгеҙ |
Иң юғары нөктә | Mount Hum[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 587 метр |
Майҙан | 90,3 км² |
Вис Викимилектә |
Вис (хорв. Vis), Лисса (итал. Lissa; греч. Βις) — Адриатик диңгеҙҙәге утрау, Хорватияның көньяҡ өлөшөндә, Далматин яры буйында. Утрауҙа шул уҡ исемдәге Вис ҡалаһы урынлашҡан.
Утрауҙың майҙаны — 90,26 км², халҡы — 3617 кеше (2001 й.). Утрауҙың иң бейек нөктәһе — Хум тауы (587 м), яр буйы һыҙығының оҙонлоғо — 76,6 км. Хавр утрауынан Вис каналы менән айырыла. Яҡындағы Биш утрауына тиклем минималь аралыҡ 4,2 км самаһы тәшкил итә. Вис утрауы — Адриатика утрауҙарындағы булған бөтә утрауҙарҙан да материктан алыҫ урынлашҡан.
Иң ҙур тораҡ пункт — утрауҙың көнсығыш ярындағы Вис ҡалаһы (1960, 2001 йылға халыҡ иҫәбен алыу буйынса) һәм көнбайышта Комижа ҡалаһы (1677, 2001 йылда халыҡ иҫәбен алыу буйынса). Вис ҡалаһында паром пристаны бар, ул утрауҙы Хвар утрауы һәм Сплит ҡалаһы менән тоташтыра.
Халҡы туристарҙы хеҙмәтләндереү, балыҡсылыҡ, виноград үҫтереү үҫтереү меән шөғөлләнә.
Вис утрауы һәм башҡа далматин утрауҙары тарихы бик боронғо. Тап бында хәҙерге заман Вис ҡалаһы урынында б.э. тиклем IV быуатта Адриатикала беренсе грек колонияһына — Иссаға нигеҙ һалына. Ошо ерҙән грек колонизаторҙары башҡа утрауҙарға һәм материк ярҙары буйынса күсеп ултыра башлай.
Беҙҙең эраға тиклем III быуатта Вис бөтә Иллирия менән Рим контроле аҫтына күсә. VIII быуатта утрауға ла, башҡа далматин ярына ла славяндар килә, улар утрауҙың грек-рим халҡы менән аралашып бөтә.
Урта быуаттарҙа Венеция әленән-әле Вис һәм башҡа утрауҙар өҫтөнән власын юғалтып торһа ла, утрау башлыса уның контроле аҫтында була. Наполеон һуғыштары тамамланыу менән 1815 йылда Вис утрауы далматин яры менән бергә Австрияға күсә.
XIX быуатта утрау янында ике эре диңгеҙҙең алышы үтә, икеһе лә тарихҡа «Лисса янындағы алыш» кеүек инә.
1918—1921 йылдарҙа утрауҙы итальянлылар оккупациялай, Беренсе донъя һуғышынан һуң ул Югославияның өлөшө була.
Утрауҙың үҙәк өлөшөндә «Тито мәмерйәһе» бар, унда Иосип Броз Тито 1944 йылда немец оккупацияһына ҡаршы ҡаршылыҡ ойоштора. 1944 йылдың июнендә бында немец оккупанттарына ҡаршы көрәшкә монархистар һәм коммунистарҙы берләштереү буйынса Вис килешеүенә ҡул ҡуйыла, ул «Тито — Шубашич килешеүе» булараҡ билдәле.
Һуғыштан һуңғы осорҙа утрауҙа йәшерен хәрби-диңгеҙ базаһы төҙөлә, шунан һуң унда сит ил кешеләренә инеү тыйыла. Тыйыу тик 1989 йылда ғына, Югославияның тарҡалыуына тиклем бер йыл тигәндә, бөтөрөлә, шунан һуң ул бойондороҡһоҙ Хорватияның өлөшө була.