Воробьёв Аркадий Никитич

Воробьёв Аркадий Никитич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 3 октябрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[1][2] или 1924[3]
Тыуған урыны Тәтеш, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР
Мордово[d], Тамбов өлкәһе, СССР[4]
Вафат булған көнө 22 декабрь 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[2]
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Востряково зыяраты[d]
Һөнәр төрө тяжёлоатлет, табип, спортсы, Олимпия уйындары ҡатнашыусыһы, яҙыусы
Эшмәкәрлек төрө Ауыр атлетика[3], спорт[3] һәм творческое и профессиональное письмо[d][3]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Спорт төрө Ауыр атлетика
Ҡатнашыусы weightlifting at the 1960 Summer Olympics – men's 90 kg[d], weightlifting at the 1956 Summer Olympics – men's 90 kg[d] һәм weightlifting at the 1952 Summer Olympics – men's 82.5 kg[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Жуков миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Почёт Билдәһе» ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Хеҙмәт ветераны» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә алтмыш йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалы Дуҫлыҡ ордены заслуженный тренер СССР заслуженный мастер спорта СССР «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
Бейеклеге/буйы 169 сантиметр
Победа weightlifting at the 1960 Summer Olympics – men's 90 kg[d]

Аркадий Никитич (Никитович) Воробьёв (3 октябрь 1924 йыл, Тәтеш22 декабрь 2012 йыл, Мәскәү[5]) — Рәсәй ауыр атлеты, ғалим, яҙыусы. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1952), СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1964). Олимпия чемпионы (1956, 1960 йыл), 1952 йылда бронза призёры, бер нисә тапҡыр донъя, 1950—1959 йылдарҙа Европа һәм СССР чемпионы һәм рекордсмены (26 донъя рекорды). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.

Аркадий Воробьёв хөрмәтенә Тәтештә урам аталған.

Аркадий Никитич Воробьёв крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы — Никита Воробьев Яковлевич (1865—1940), әсәһе — Прасковья Александровна (89 йәш йәшәгән). Борис ағаһы һәм апаһы Нинанан һуң ғаиләлә кесеһе була. Атаһы һәм уның ағайҙары билдәле йоҙроҡ һуғышы көрәшселәре була.

1928 йылдан 1933 йылға тиклем ғаилә, аслыҡтан ҡасып, Баҡы ҡалаһында йәшәй. Бала сағы һәм йәшлеге Волга яры буйында, Тәтешҡалаһында үтә, тиҙҙән ғаилә шунда күсеп килгән була.

1943 йылда фронтҡа эләгә. Йәш ҡыҙылармеец Кобулетиҙа һынау үтә, унан Геленджикта водолаз мәктәбендә уҡый. Уны тамамлағандан һуң Ҡара диңгеҙ флотына хеҙмәткә ебәрелә. Контузия ала, хәрби наградаларға лайыҡ була, шул иҫәптән, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР), Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм II дәрәжә Ватан һуғышы орденына лайыҡ була. Һуғыштан һуң Одесса портын тергеҙеүҙә ҡатнаша. Шунда уҡ 1946 йылдарҙа ауыр атлетика менән мауыға башлай. «Водник» спорт клубында күнегә, «СССР-ҙың спорт мастеры» нормативын үтә һәм «Ҡара диңгеҙ флоты чемпионы» исемен яулай.

1947—1963 йылдарҙа Свердловск ҡалаһында йәшәй, Свердловск ҡала советы депутаты була, Свердловск ҡала башҡарма комитетының физик культура һәм спорт буйынса депутат комиссияһының беренсе рәйесе була.

1954 йылдан КПСС ағзаһы[6].

Өс Олимпиадала ҡатнаша. Хельсинки ҡалаһында Олимпиадала (1952) бронза призёры була. Киләһе ике олимпиадала Аркадий Воробьев донъя рекордын яулай. Биш тапҡыр донъя чемпионы (1953, 1954, 1955, 1957, 1958). Биш тапҡыр Европа чемпионы (1950, 1953, 1954, 1955, 1958). Ун тапҡыр СССР чемпионы (1950—1959). Уртаса һәм ярым уртаса ауырлыҡта 21 донъя рекорды һәм 37 СССР рекорды ҡуя.

1960 йылдарҙа СССР йыйылма командаһының өлкән тренеры була һәм 1964 һәм 1968 йылдарҙа Олимпия уйындарында ике тапҡыр уға еңеү килтерә.

Свердловск медицина институтын тамамлай (1957). Медицина фәндәре докторы (1970), профессор (1972). Физик культураның Мәскәү дәүләт академияһы ректоры (1977—1991).

1995 йылда Воробьёв ауыр атлетиканың Халыҡ-ара федерацияһының дан залына индерелгән

2012 йылдың 22 декабрендә вафат була. Мәскәүҙә Востряков зыяратында ерләнгән

Аркадий Воробьёвтың бронза бюсы Мәскәүҙә ЦСКА-ның Спорт даны аллеяһына урынлаштырылған.

2010 йылда А.Н.Воробьёв йәшәгән йортта мемориаль таҡта ҡуйыла (Куйбышев урамы, 48б).

  • Железная игра — М.: Молодая гвардия, 1980. — 286 с.

«Современная тренировка тяжелоатлета», «Тяжелоатлетический спорт», «На трёх Олимпиадах» (1963), «Сильные мира сего» (1972) китаптарының, «Тяжёлая атлетика для спортивных вузов» дәреслегенең (1981) һ. б авторы. 200-ҙән ашыу фәнни һәм публицистик хеҙмәт авторы.

  1. Воробьёв Аркадий Никитич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. 2,0 2,1 Arkady Vorobyev // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Vorob‘jev, Arkadij Nikitič // Чешская национальная авторитетная база данных
  4. https://www.olympedia.org/athletes/56942
  5. Умер двукратный чемпион ОИ по тяжелой атлетике Аркадий Воробьев. Р-Спорт (24 декабрь 2012). Дата обращения: 24 декабрь 2012. Архивировано 27 декабрь 2012 года.
  6. А. Н. Воробьеву — 60 лет // Тяжелая атлетика : Ежегодник. — М., 1984. — С. 78—79.