Воронеж дәүләт университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 18 май 1918 һәм 21 апрель (3 май) 1802 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Воронежский государственный университет[1] |
Ҡыҫҡаса атамаһы | ВГУ һәм VSU |
Ректор | Ендовицкий, Дмитрий Александрович[d] |
Девиз тексы | Semper in motu |
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Воронеж |
Уҡыусылар һаны | 20 188[2] |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][3] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Воронеж, Рәсәй |
Хеҙмәткәрҙәр | 1724 кеше (2009)[2] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Диапазон IPv4 | 62.76.168.0/21[4] |
Диапазон IPv6 | 2001:6d0:ffff::/48[5] |
Адрес | 394006, Воронеж, Университетская пл., 1 |
Рәсми сайт | vsu.ru |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Воронежского государственного университета[d] |
![]() |
Воронеж дәүләт университеты (ВГУ) —Рәсәйҙең Воронеж ҡалаһындағы классик университеты. 1918 йылдың 18 майында нигеҙләнә. Университеттың төп корпусы Воронеж ҡалаһының тарихи үҙәгендә — Университет майҙанында урынлашҡан.
Воронеж дәүләт университеты 1918 йылда Юрьевтан (хәҙерге Тарту) эвакуацияланған Император Юрьев университеты базаһында ойошторола. Дерпт (һуңыраҡ Юрьев) университеты 1802 йылда Александр I указына ярашлы ойошторола (тәүге нигеҙ һалыусыһы булып швед короле Густав Адольф II һанала, ул 1632 йылда нигеҙләй). Университет Рәсәйҙә Мәскәү университетынан ҡала ғәмәлдәге икенсе уҡыу йортто булып тора[6]. Юрьев университетынан Воронежға эвакуацияланған профессорҙар араһында:
Университеттың беренсе ректоры Юрьев университетының һуңғы ректоры математик В. Г. Алексеевтан эштәрҙе ҡабул итеп алған тарихсы-ғалим В. Э. Регель була, ул был вазифаны 1925 йылға тиклем биләй[9]. 1918 йылдың 12 ноябрендә уҡыу башлана. Ул ваҡытта университет составына 4 — медицина, физика-математика, тарих-филология һәм юридик факультет инә[10].
1919 йыл башына университетта 10 студент белем ала. Теләгән һәр кем уҡый ала, бары тик 4 йылдан һуң ғына, 1923 йылдан имтихандар индерелә.
1920 йылда РСФСР һәм Эстония араһында Тарту солох килешеүе төҙөлгәндән һуң (килешеүҙең XII статьяһының 4-се пунктына ярашлы) Тарту университетына Рәсәйгә эвакуацияланған мөлкәт (китапхана, архивтар, уҡыу әсбаптары, документтар һәм башҡа әйберҙәр кире ҡайтарыла). Әммә Германия кейзер ғәскәрҙәре баҫҡынсылығы һәм Эстонияны оккупациялауы һөҙөмтәһендә Воронежға килгәнуҡытыусыларҙың күпселеге Эстонияға кире ҡайтмай.
1920 йылдар башында университетҡа Воронеж халыҡ мәғарифы институты индерелә, ул педагогия факультетына нигеҙ һала, уның бүлектәре мәктәптәр өсөн математика, физика, химия, тәбиғәт белеме, рус теле һәм әҙәбиәте, социаль-иҡтисади дисциплиналар уҡытыусылары әҙерләй.
1930 йылда, илдең һәм башҡа классик университеттарындағы кеүек үк, медицина факультеты университет составынан сығарыла һәм айырым Воронеж медицина институты ойошторола.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында, 1941—1943 йылдарҙа университет Алабуға ҡалаһына эвакуациялана.
1968 йылда РСФСР Министрҙар советы университетҡа Ленин комсомолы исемен бирә[11].
2007 йылдан ВДУ Оксфорд Рәсәй Фондының стипендия программаһында ҡатнаша. Гуманитар факультеттарҙың 130 самаһы студенты йыл һайын фонд стипендияһын ала[12].
Рәсәй юғары уҡыу йорттарының милли рейтингында Воронеж дәүләт университеты 2009 йыл йомғаҡтары буйынса 15-16 урынды биләй[13].
2011 йылда һөнәрҙәр буйынса рейтингта ВДУ алдынғы урындарҙы биләй. Мәҫәлән, «Материалдарҙы өйрәнеү» һәм «Юриспруденция» буйынса — 4-се, «Ядро технологиялары һәм техник физика» буйынса 5-се урын биләй[14].
2014 йылда «Эксперт РА» агентлығы вузға «D» рейтинг класын бирә, был инде сығарылыш уҡыусыларын әҙерләүҙең "лайыҡлы кимәл"дә булыуын күрһәтә[15].
2014 йыл йомғаҡтары буйынса юғары уҡыу йорто БРИКС-илдәренең 100 иң яҡшы университеты рейтингына индерелә[16].
QS World University Rankings-2016 рейтингы ВДУ-ны донъяның иң яҡшы вуздары араһында 701-се урынға ҡуя[17].
2019 йылда «Университеттың өс миссияһы» халыҡ-ара рейтингында вуз 1001—1100 урынды биләй[18] һәм 2020 йылда РАЭКС версияһы буйынса Рәсәй вуздары рейтингында 43-сө урында була[19].
Times Higher Education — 1001+ урын World University Rankings 2020, Emerging Economies 2020 — Economies 351—400 урында[20]
Воронеж университетында 18 факультет бар, 20 меңдән ашыу студент белем ала.
Быуат самаһы йәшәүе осоронда университет 100 меңдән ашыу белгес әҙерләгән.
Университеты тамамлаусылар араһында — Нобель премияһы лауреаты П. А. Черенков, шулай уҡ Рәсәй һәм СССР дәүләт премиялары лауреаттары, академиктар, министрҙар, мәҙәниәт һәм фән эшмәкәрҙәре бар. Университет тамамлаусылар 90 илдә эшләй.
ВДУ-ның Фән һәм инновациялар департаменты университеттың фәнни-тикшеренеү бүлексәләрен берләштерә Департамент составына:
2014 йылдың 17 июлендә «Борисоглебск дәүләт педагогия университеты» «Воронеж дәүләт университеты» составына филиал булараҡ инә[22].
url=
в шаблоне {{cite web}}. [ Национальный рейтинг российских вузов] . «Интерфакс», радиостанция «Эхо Москвы».