Врангель Фердинанд Петрович

Врангель Фердинанд Петрович
нем. Ferdinand Friedrich Georg Ludwig von Wrangell
Тыуған көнө

29 декабрь 1796 (9 ғинуар 1797)[1] или 1796

Вафат булған көнө

25 май (6 июнь) 1870[1]

Ил

 Рәсәй империяһы

Тормош иптәше

Елизавета Васильевна Россильон[d]

 Врангель Фердинанд Петрович Викимилектә

Барон[2] Фердина́нд Петро́вич Вра́нгель (Фёдор Петрович Врангель; нем. Ferdinand Friedrich Georg Ludwig von Wrangell; Фердинанд Фридрих Георг Людвиг Фон Врангель; 29 декабря 1796 [9 января 1797], Псков — 25 мая [6 июня1870, Дерпт) — рәсәй хәрби һәм дәүләт эшмәкәре, диңгеҙсе һәм поляр тикшеренеүсе, адмирал (1856), Диңгеҙ министрлығы идарасыһы.

Балтик немецтарының боронғо затынан. Артиллерия майоры Петр Берендтович (Петр Людвиг) Врангель (1760—1807) һәм уның ҡатыны Доротея-Маргарита-Барбара Фон Фреймандың (1768—1806) улы. Уның олатаһы, сығышы менән Даниянан, Пётр III һарайында камергер, Екатерина II осоронда йәберләүҙәргә дусар ителә һәм сит илгә ҡаса. 1884 йылда уның ике туғанының улы Василий Васильевич Врангель үҙенең бабаһының һәм атаһының тыуғаны тураһында яҙа[3]:

Барон Фердинанд Петрович Врангель 1796 йылдың 29 декабрендә Псковта, бабаһының өйөндә көтөлгән ваҡыттан алдараҡ тыуа, һәм, әбеһе лә бала көткәнлектән, яңы тыуған сабыйҙы барон Василий Васильевичтың тыуасаҡ балаһына тәғәйенләнгән сәңгелдәккә һалалар. Бабаһының улы 1797 йылдың 6 ғинуарында тыуа, һәм ике малай бер бишектә ята. 5 йылдан Фердинанд Петрович, ата-әсәһе вафат булғанлыҡтан, бабаһы ғаиләһенә ҡабул ителә һәм барон Василий-Бернгард Васильевич Врангель менән бергә тәрбиәләнә. 1810 йылда икеһе лә Диңгеҙ корпусына уҡырға инә, 1815 йылда уларға мичман дәрәжәһе бирелә.

1807 йылда ул Диңгеҙ кадет корпусына билдәләнә. 1812 йылдың 8 июнендә гардемарин, ә 1814 йылдың 6 апрелендә унтер — офицер чинына күтәрелә. 1815 йылдың 21 июлендә, диңгеҙ корпусын тамамлағандан һуң (сығарылышта беренсе булып), мичман[2] дәрәжәһенә лайыҡ була. Врангель бер ни тиклем ваҡыт Ревелдә хеҙмәт итә, 1816—1817 йылдарҙа 19-сы флот экипажы составында Фин ҡултығында «Автроил» фрегатында йөҙә.

1817—1819 йылдарҙа мичман булып Василий Головниндың «Камчатка» шлюпкаһында донъя буйлап сәйәхәт экспедицияһында ҡатнаша. Был йөҙөүҙә ҡатнашҡаны өсөн 3-сө дәрәжә Изге Анна ордены менән бүләкләнә. 1819—1820 йылдың ҡышында Дерпта астрономия, физика һәм минералогия фәндәрен өйрәнә, профессорҙар В. Я. Струве һәм Мориц фон Энгельгардт лекцияларын тыңлай.

1820—1824 йылдарҙа лейтенант чинында (1820 йылдың 12 февралендә бирелгән) Себер төньяҡ-көнсығыш яр буйҙарын тикшереү буйынса экспедицияны етәкләй (мичман Ф. Ф. Матюшкин, штурман Прокофий Козьмин, доктор Адольф Кибер, слесарь Степан Иванников һәм матрос Михаил Нехорошков составындағы отряд). Экспедиция барышында Себерҙең Индигирка йылғаһынан Колючинский ҡултығына тиклемге яр буйы һүрәтләнгән, Медвежьи утрауҙары картаға төшөрөлгән. Иркутскиҙан Санкт-Петербургҡа ҡайтҡас, 4-се дәрәжә Изге Владимир ордены, йыллыҡ лейтенант эш хаҡы күләмендә ғүмерлек пенсия менән бүләкләнә, киләһе чинға күтәрелә һәм 4-се дәрәжә Изге Георгий орденын алыу өсөн 4 йыл тейешле эшләү мөмкинлеге бирелә.

1825—1827 йылдарҙа чинда капитан-лейтенант (1824 йылдың 12 декабрендә бирелгән) «Кроткий» хәрби транспортында донъя буйлап йөҙөүҙе етәкләй. Донъя буйлап йөҙөүҙән ҡайтҡас 2-се дәрәжә Изге Анна орден менән бүләкләнә һәм капитан-лейтенант эш хаҡы күләмендә пенсия тәғәйенләнә. 1827 йылдың 13 октябрендә 2-се ранглы капитан чинына күтәрелә. Шул уҡ йылдың 29 декабрендә Император Фәндәр Академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана.

1828—1829 йылдарҙа «Елисавета» фрегаты менән командалыҡ итә[4]. 1829 йылда 1-се ранглы капитан чинында (1829 йылдың 12 мартында Рус Америкаһының баш хаким итеп тәғәйенләнә һәм был вазифала 1835 йылға тиклем ҡала, 1830 йылда Аляскаға килә. Был вазифала булған ваҡытында Берингов боғаҙынан Калифорнияға тиклем төньяҡ американың көнбайыш яр буйҙарын шәхсән тикшерә һәм Ново Архангельскиҙа магнит-метеорология обсерваторияһы булдыра[5]. 1833 йылдың 24 мартында Император Мәскәү һынаусылар йәмғиәте ағзаһы итеп һайлана.

1836 йылда Рәсәй-Америка компанияһының дипломатик йөкләмәләрен үтәп, донъя буйлап өсөнсө сәйәхәт башҡарып Мексика аша тыуған иленә ҡайта. Шул уҡ йылдың 8 июлендә уға контр-адмирал дәрәжәһе бирелә, диңгеҙ министрлығының караптар төҙөү департаментының Дөйөм присутствие ағзаһы итеп тәғәйенләнә, ә 5 августа Карап урмандары департаменты директоры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә. 1836 йылдың 27 ноябрендә Урман хужалығын дәртләндереү йәмғиәте ағзаһы итеп һайлана. 1837 йылда балтик һәм Низовой округтарының карап сауҡалыҡтарын, урмансылыҡтарын һәм идаралыҡтарын һәм Эзель утрауындағы имән урмандарын тикшерә. 25 йыллыҡ хеҙмәте өсөн 1837 йылдың 29 ноябрендә 4-се дәрәжә Изге Георгий ордены менән (Григорович-Степанов исемлегендә 5527-се), ә киләһе йылда 2-се дәрәжә йондоҙло Изге Станислав ордены менән бүләкләнә. 1837 йылдан — Лондон Король география йәмғиәтенең ағза-корреспонденты.

1840—1847 йылдарҙа — Рәсәй-Америка компанияһы (Санкт-Петербург) директоры, 1847—1849 йылдарҙа Диңгеҙ министрлығының Карап урмандары Департаменты директоры. 1845 йылдан — Рус географик йәмғиәте ағзаһы. Дөйөм география бүлеге Рәйесе итеп һайлана. 1849 йылда вице-адмирал чинында отставкаға сыға. Отставкала, уға нигеҙ һалыусыларҙың береһе, шулай уҡ 1855 йылдан уның почётлы ағзаһы булараҡ, Петербург фәндәр академияһы, һәм Рус Географик йәмғиәте менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, директоры итеп тәғәйенләнә

Ҡырым һуғышы башланғанлыҡтан, отставканан хәрби хеҙмәткә ҡайта һәм 1854 йылдың 8 сентябрендә Гидрография департаменты директоры[6], 1855 йылдың 23 февралендә Диңгеҙ ғилми комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнә[7], ә шул уҡ йылдың 13 апрелендә, биләгән вазифаларын ҡалдырып, флот штурмандары корпусы инспекторы вазифаһын үтәй. 1855—1857 йылдарҙа Диңгеҙ министрлығы (йәғни диңгеҙ министры) идарасыһы булып тора. 2-се дәрәжә Изге Владимир ордены менән бүләкләнгән. 1856 йылдың 15 апрелендә генерал-адъютант итеп тәғәйенләнә, ә шул уҡ йылдың 26 авгусында адмирал чинына күтәрелә. 1857 йылдың 8 авгусында, һаулығы торошо буйынса, диңгеҙ министрлығы идарасыһы вазифаһынан бушатыла һәм Дәүләт советы ағзаһы итеп тәғәйенләнә. 1859 йылдың 8 сентябрендә Аҡ бөркөтордены менән бүләкләнә.

1864 йылда ҡабаттан отставкаға сыға. Шул уҡ йылда Эстляндиялағы Роэль (Руиль) имениеһына даими йәшәүгә күсә. Ғүмеренең һуңғы алты йылын ул ауылда яңғыҙлыҡта үткәрә. Көндән-көн ул метеорологик күҙәтеүҙәр менән шөғөлләнә, көндәлектәре уның архивында һаҡланған. Алясканы Америка Ҡушма Штаттарына һатыуға ҡаршы сығыш яһай[8]..

Ф. П. Врангель 1870 йылдың 23 майында, Дерпт аша үтеп барғанда, йөрәк өйәнәгенән вафат була. Эстонияла Виру-Яагупи зыяратының фамилия участкаһында ҡатыны янында ерләнгән[9][1].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй Империяһыныҡы:

  • Изге Георгий Ордены 25 йыл хеҙмәт иткән өсөн 4-се дәрәжә (1837)[10];
  • Изге Станислав Ордены 1-се дәрәжә (1840);
  • Алмазлы балдаҡ (1841);
  • XXX йыл саф хеҙмәте өсөн отличие билдәһе (1846);
  • Изге Анна Ордены 1-се дәрәжә Император Тажы менән (1846);
  • Изге Владимир Ордены 2-се дәрәжә (1855);
  • Аҡ Бөркөт Ордены (1859).

Миҙалдар:

  • «1853-1856 йылдарҙағы һуғыш иҫтәлегенә» миҙалы (1856).
Елизавета Васильевна

Ҡатыны (1829 йылдан) — баронесса Елизавета Васильевна (Елизавета Теодора Наталия Каролина) Россильон (18101854), Эстлянд губернаһы училищелары директорының ҡыҙы. 1829 йылдың мартында Америкаға китеү алдынан Врангель өйләнергә теләй һәм үҙенә пар эҙләй. Ревелда «дилижанстар контораһы тәҙрәһенән ул йөрөргә сыҡҡан ғаиләне, башҡалар араһында уның иғтибарын йәлеп иткән ҡыҙҙы күрә». Был баронесса Россильон була. Ул танышыуҙы һорай, ике аҙнанан тәҡдим яһай, тағы ике аҙнанан улар никахлаша, ә тағы ике аҙнанан һуң — ул йәш ҡатыны менән Америкаға китә. Юлда Иркутск ҡалаһы уларҙың Мария Луиза исемле ҡыҙы тыуа. Елизавета Васильевна имсәк балаһы менән Охотскиға тиклем 1800 саҡрым атта һыбай үтә. Аляскала Врангелдар мәжүсиҙәр араһында йәшәй, баронесса уларҙа ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Рәсәйгә улар 1836 йылдың июлендә ҡайта. 1854 йылда Эстлянд губернаһындағы үҙенең Руиль имениеһында вафат була, ире менән бергә ерләнә. Уларҙың балаларының бер улы һәм өс ҡыҙы сабый сағында вафат була, иҫән ҡалғандары:

  • Врангель Василий Фердинандович (нем. Wilhelm Peter Georg Adolf, 1831—1894) — Эстлянд губернаһы дворяндары башлығы (1881—1884);
  • Пётр (нем. Peter Georg Ludwig Alexander; 1840—1899);
  • Елизавета (нем. Elisabeth Pauline Julie Antonie; 1842—1926), Мадраста (Һиндостан) вафат булған;
  • Фердинанд (нем. Ferdinand Georg Friedrih; 1844—1919) — гидрограф, метеоролог, тулы хоҡуҡлы статский советник, Император Александровский лицейы директоры.
  • Ева Мария (нем. Karoline Antonie Sophie Evva; 1850—?).
Ф. П. Врангель Рәсәй почта маркаһында (1992)

Врангель исеме менән аталған:

1992 йылда сығарылған Рәсәй почта маркаһы Врангелға арналған.

  • «Днев. записки о плавании военного транспорта „Кроткого“ в 1825—27 гг.»
  • Американцы в Верхней Калифорнии // Телескоп. — 1835. — Ч. 26. — Отд. наука. — С. 441—456
  • Краткие статистические замечания о российских колониях в Америке // Телескоп. 1835. Т. XXVIII(28). № 13. — С. 104—133
  • О торговых сношениях народов Северо-Западной Америки между собою и с чукчами / Ф. П. Врангель // Телескоп. — М., 1835. — Ч. 26. — (Отд. «Наука»). — С. 604—613
  • «Очерк пути из Ситки в Санкт-Петербург» (1836)
  • «Историческое обозрение путешествий по Ледовитому океану» (1836)
  • Обитатели Северо-Западных берегов Америки // Сын Отечества. 1839. Т. VII (7). — С. 51—82
  • Wrangell F. P. von. Statistische und ethnographische Nachrichten über die Russischen Besitzungen an der Nordwestkuste von Amerika. St. Petersburg, 1839
  • «Путешествие по северным берегам Сибири и по Ледовитому океану, совершенные в 1820, 21, 22, 23 и 24 годах» (1841) — Демидовская премия за 1842 год

Немец телендә: «Ferdinand von Wrangel und seine Reise langs der Nordkuste von Sibirien und auf dem Eismeere» (von L. v. Ggelhardt, Лейпциг, 1885). Ф. Ф. Врангель.

Врангель тарафынан Американың төньяҡ-көнбайыш яры тураһында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр немец теленә тәржемә ителгән «Beitrage zur Kenntniss des Russischen Reiches» Бэр һәм Гельмерсен баҫмаһының I томын тәшкил итә. Нәшриәтселәрҙең инеш һүҙенән күренеүенсә, Врангель яҙмалары был академик баҫмаға нигеҙ һалыуға беренсе сәбәп була.

  • Кудря, Аркадий Иванович. След на земле [Текст] : ист. роман / А. И. Кудря. — М. : Аст : Астрель, 2004. — 479 с. — (Золотая библиотека исторического романа) (Великие путешественники. Врангель).
  1. 1,0 1,1 Историческая энциклопедия Сибири (урыҫ) / под ред. В. А. ЛаминНовосибирск: 2009. — ISBN 5-8402-0230-4
  2. 2,0 2,1 Очерк истории Морского кадетского корпуса / Веселаго Ф. Ф.. — СПб.: Морской кадетский корпус, 1852. — С. 308. — 379 с.
  3. Овечкин Е. Не вернувшийся 2017 йыл 2 февраль архивланған. // «Псковская губернія». — январь 2012. — № 2(574).
  4. Ҡалып:Книга:Российский парусный флот
  5. Пасецкий В. М. Фердинанд Петрович Врангель (1796—1870). — М.: Наука, 1975/1976. — С. 116—139. — 160 с. — (Научно-биографическая серия). — 30 000 экз.
  6. Яновский А. Е. Гидрографическое управление // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  7. Высочайший приказ по морскому ведомству № 1 от 23 февраля 1855 года
  8. Гринёв А. В. Отношение Ф. П. Врангеля к продаже Аляски Соединенным Штатам. booksite.ru. Дата обращения: 23 ноябрь 2019. Архивировано 30 ноябрь 2020 года.
  9. Врангель Фердинанд (Фердинанд-Фридрих-Георг-Людвиг) Петрович (1796—1870). Дата обращения: 15 сентябрь 2010. Архивировано 23 сентябрь 2018 года.
  10. Список кавалерам российских имп. и царских орденов... — за 1949 год: Ч. 2. — Санкт-Петербург: тип. К. Вингебера, 1850. — С. 47. — [3], 716 с.