Вудсия, ҡаҙаяҡ[1] (лат. Woodsia) — ағасүлән һымаҡтар ғаиләһенең абаға һымаҡтар заты. Уны ҡайһы бер ерҙә абаға тип атайҙар.[2]; эре ҡауырһын япраҡлы күп йыллыҡ үҫемлек (ағаслыҡта, дымлы урында үҫә)[3].
Ҡыҫҡа тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән, 1,5—20,0 см бейеклектә. Япрағы (вайялары) көрән һаплы, ҡауырһын һымаҡ, төклө; альп вудсияһы япрағы асыҡ йәшел төҫтә (япраҡ йәймәһе аҙ төклө һәм һабынан оҙонораҡ), япраҡ көрәктәре 2—4 пар өлөштән тора, эльба вудсияһы — ҡара йәшел (ҡуйы төклө, япраҡ йәймәһе ҡыҫҡа), 8—20 пар өлөшлө. Сорустары (спорангий төркөмдәре) вайя йәймәһенең ситендә урынлашҡан һәм оҙон төк рәүешендәге япма (индузий) менән уратып алынған. Спора, шулай уҡ тамырһабаҡ менән үрсей. Июль — августа спора ҡоя.
Ҡая ярығында, һирәк осраҡта аҙ кәҫле ишелмәләрҙә һәм тундраға оҡшаш бергәлектәрҙә базальтта һәм эзбизташта үҫә. Эльба вудсияһы һирәкләп Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында, Башҡортостан Республикаһының "Ҡыҙыл китабы"на индерелгән Альп вудсияһы Оло Шатаҡ тауында осрай. Декоратив үҫемлек.
Яҡынса 25 төрө билдәле. Бөтә Ер шарында тауҙарҙа таралған. Башҡортостанда Альп вудсияһы һәм Эльба вудсияһы үҫә
Вудсия // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Фомин А. В. Род 3. Вудсия — Woodsia R.Br. // Флора СССР. В 30-ти томах / Главный редактор акад. В. Л. Комаров; Редактор тома М. М. Ильин. — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1934. — Т. I. — С. 19—24. — 302 + XVI с. — 5000 экз.
Викидәреслектә
- Вудсия: таксон тураһында «Плантариум» проектында мәғлүмәт. (Тикшерелеү көнө: 30 сентябрь 2012)
{Botanics-stub}}